2019 йылдың 22 ноябрендә Тәтешле районы хакимиәтендә район Советының XXIV сессияһы үтте.
Унда урындағы башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитетының эше тураһында уның рәйесе Әлфиә Шәйнурова сығыш яһаны. Сара башҡорт телендә барҙы.
Тәтешле районында 22800 кеше йәшәй, уның 61,8 проценты – башҡорттар, артабан удмурттар (21,5 процент), татарҙар (14,5 процент), урыҫтар (1,8 процент) килә, 0,3 процент – башҡа милләттәр.
Быйыл мартта Айнур Ҡыямов (Балалар сәнғәт мәктәбе директоры, “Ирәкте” өлгөлө ҡурайсылар ансамбле башлығы) етәкселегендә башҡорт йәштәре ҡоролтайы эшләй башланы.
Районда шулай уҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары советы эшләй, етәксеһе – биләмә-ара китапханалар системаһы директоры Гөлшат Вафина.