Быйылғы йыл республикабыҙҙа Мостай Кәрим йылы булараҡ үтеп бара. Данлыҡлы әҙип халҡына үлемһеҙ байлыҡ – быуаттар дауамында уҡыласаҡ ижади мираҫ ҡалдырҙы. Мин халыҡ шағирына булған тәрән ихтирамымды, оло хөрмәтемде шиғыр юлдарына һалдым.
Ун туғыҙынсы йыл октябрҙә
Һөрән һалып барлыҡ донъяға,
Сафа Кәримовтың ғаиләһендә
Тыуған бик шуҡ ҡына ир бала.
Мостафа – ул башҡаларҙан өҫтөн,
Исем һайлағанда атай-әсәй,
Бәлки, белгәндәрҙер был хаҡта.
Мостай Кәрим ябай шағир түгел,
Ул – крәҫтиән, һалдат, эшсе лә.
Һәр әҫәре – бары фәһем генә,
Уның геройҙары – арабыҙҙа,
Улар бик күп, һанап бөткөһөҙ.
Ҡуш йөрәкле батыр Үлмәҫбайы –
Бәлки, Мостай Кәрим үҙелер?!
Даны ҡалды уның мәңгелеккә,
Гүйә, йөрәге һаман да тибә.
“Айы мәңгелеккә тотолһа” ла,
Йондоҙҙары ергә нур һибә.
Күп нәмәнән уңды һүҙ оҫтаһы,
Һәм дә унан уңды бүтәндәр.
Ул үҙенә үҙе һәйкәл ҡуйҙы,
Исеме төшмәҫ тарих битенән.
Өфө аэропорты шағир исеменә
Хәҙер шағир даны бар донъяға
Мостай исеме мәңге онотолмаҫ,
Йәшәр шиғыр булып, йыр булып.
Киләсәк быуындар ҡабат-ҡабат