Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Ноября 2019, 12:00

Халыҡ шағирына – халыҡ фильмы!

Баш ҡалалағы Матбуғат йортонда икенсе көн инде Рәми Ғариповтың тормошон һәм ижад юлын яҡтыртҡан “Шағир көндәлеге” фильмын төшөрәләр.

Баш ҡалалағы Матбуғат йортонда икенсе көн инде Рәми Ғариповтың тормошон һәм ижад юлын яҡтыртҡан “Шағир көндәлеге” фильмы төшөрөлә.
– Кинотаҫма төшөрөлгән урын совет осорон хәтерләтә, хатта ошо дәүерҙәге декорациялар ҙа һаҡланған. Өҫтәүенә бында хәҙерге заман элементтары бик аҙ, шуға ошо урынды һайланыҡ, – ти рәссам-ҡуйыусы Рөстәм Баймөхәмәтов.
– Девизыбыҙ: халыҡ шағирына – халыҡ фильмы! Шулай итеп, Ә. Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы беҙҙе техника менән тәьмин итһә, күптән түгел Р. Ғарипов исемендәге Башҡорт дәүләт интернат-гимназияһын тамамлаусылар финанс ярҙамы күрһәтте. Бынан тыш, Марсель Йосоповтың ғаиләһе ярҙам итә. Ә “Радость есть” кафеһы фильм төшөрөү төркөмөн йылы, тәмле аштар менән тәьмин итә. Ярҙам ҡулы һуҙғандарҙың исем-шәрифтәре титрҙарҙа күрһәтеләсәк, – ти фильмдың продюсеры Леонид Филинов. – Беҙгә бина, декорациялар эшләү өсөн төҙөлөш кәрәк-яраҡтары, транспорт, финанс йәһәтенән дә ярҙам итеүселәр табылыр, моғайын. Шулай итеп, был халыҡ ярҙамына таянып төшөрөлгән кинотаҫма буласаҡ.
Фильмдың режиссеры – “Беренсе Республика”, “Бабич” һәм башҡа фильмдар авторы Булат Йосопов. “Шағир көндәлеге”нең премьераһы 2020 йылдың октябрендә булыр тип көтөлә. Фильмға сценарийҙы Таңсулпан Бабичева менән Гөлсәсәк Саламатова яҙған. Рәссам-ҡуйыусы – Рөстәм Баймөхәмәтов, костюмдар буйынса рәссам – Әлиә Байрамғолова. Бынан тыш, кинотаҫманы төшөрөү өсөн Мәскәүҙән оператор Станислав Амбарцумов килгән. Ә шағир Рәми Ғарипов образын М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Артур Ҡунаҡбаев һынландыра.
Әйткәндәй, фильмды төшөрөүҙә ярҙам итергә теләүселәр түбәндәге телефондар: 8-917-455-3589 (Леонид Филинов), 8-937-485-8520 (Гөлнара Яруллина) шылтырата ала.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Читайте нас