Кемдәр ҡасан тыуған, үлгән,
Тик бәхет бир һин, Хоҙам!
Йән тартһын һәм ҡан тартһын.
Имен булһын тыуған йорттар,
Беҙҙең ил – Советтар Союзы
Ни булды? Айырылдыҡ, ҡайырылдыҡ,
Тапалды дуҫлыҡтар, туғанлыҡ...
Тарихтың хатаһын төҙәтеп,
Киренән бер булайыҡ, берләшәйек!
Йөрәктә, йәндәрҙә һис һүнмәҫ
Туғанлыҡ, дуҫлыҡтың ут-ҡуҙы.
Йәшәне, йәшәй ул һәм йәшәр
Беҙҙең ил – Советтар Союзы!
Иң гүзәл ауылдар, ҡалалар,
Ҡеүәтле фабрика, заводтар,
Урман-тау, йылға-күл, диңгеҙҙәр...
Барыһы беҙҙә ул иң-иңдәр.
Балтика, Төркөстан, Беларусь,
Украина, Себер һәм дә Русь –
Беҙ бер ил, бер дәүләт, бер Союз –
Берҙәмлек менән беҙ көслөбөҙ.
Һин һәм мин һәм беҙҙең туғандар –
Беҙ Совет илендә тыуғандар.
Беҙ берҙәм, бер бөтөн, беҙ – бер ил,
Советтар Союзы – бөйөк ил !
Һуғыш бөтөп инде йылдар үткән,
Һөйгәндәрен көтә тоғро ҡыҙҙар,
Төштәремә керә ҡәһәр һуғыш,
Әле беҙгә бары ун туғыҙ йәш.
Тышта матур. Тышта йәмле яҙ.
Ҡурғаш ямғырҙары яуып үтә,
Ә күктәр һуң, күктәр салт аяҙ.
Йән тартһын һәм ҡан тартһын.
Имен булһын тыуған йорттар,
Яҙмыштарҙың һалҡын ҡосағына
Ташлап киткән ғәзиз балаһын.
Бер ҡарауһыҙ үҙе ҡалаһын.
Осондорған сикһеҙ, самаһыҙ.
Күрә алмаған ғәзиз балаһына
Кеменәлер Хоҙай бала затын,
Ниҙер сәбәп табып, бирмәгән.
Йәшлек хаталары өсөн яҙмыш
Үс алырын бер көн белмәгән.
Йәдкәр булып ҡалған тел бар.
Туған телем – ғәзиз телем,
Башҡорт теле – әсәм теле.
Әсәм теле – башҡорт теле!
Һин тип түккән аҡтыҡ ҡанын.
Туған телем, ғәзиз телем.
Белгән туған тел ҡәҙерен.