Энциклопедия белгестәре кәңәш ҡорҙо.
Өфөлә ике көн дауамында “Хәҙерге Рәсәй төбәк энциклопедистикаһы: уның йәмғиәттәге урыны һәм роле, үҫеш перспективалары” тип аталған халыҡ-ара кимәлдәге Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Уның эшендә Азербайжан, Ҡаҙағстан кеүек сит илдәр вәкилдәре, Мәскәү ҡалаһы, Башҡортостан, Татарстан, Коми, Саха (Яҡут), Тыва кеүек Рәсәй төбәктәре ғалимдары ҡатнашты.
Сараны Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты, педагогика фәндәре докторы Әлфис Ғаязов асып, республика Башлығы Радий Хәбировтың тәбрикләү сәләмен уҡып ишеттерҙе. Радий Фәрит улы үҙенең ҡотлау хатында энциклопедия эшмәкәрлегенең мөһимлеген һәм уны заманса шарттарға яраҡлаштырыу зарурлығын билдәләгәйне.
“Ҙур Рәсәй энциклопедияһы” ғилми нәшриәтенең баш мөхәррире Сергей Кравец пленар өлөштәге сығышында ла, журналистар менән ойошторолған әңгәмә барышында ла бөгөнгө сараның маҡсатын, әһәмиәтен, энциклопедия белгестәре алдында торған бурыстарҙы айырыуса билдәләп үтте.
Бөгөн әлеге нәшриәт тарафынан Дөйөм милли фәнни-белем биреү интерактив энциклопедия порталы булдырыла. Был үтә мөһим, киң даирәле эштә федераль кимәлдәге һәм төбәктәрҙәге барлыҡ энциклопедия коллективтары ҡатнаша, тип әйтһәк тә, хата түгел, сөнки яңы портал иҫ киткес ҙур мәғлүмәти, ғилми базаға эйә буласаҡ. Белеүебеҙсә, “Ҙур Рәсәй энциклопедияһы”ның 35 томдан торған ҡағыҙ варианты 2004–2017 йылдарҙа донъя күрҙе, унда 80 меңдән ашыу мәҡәлә урын алған. Был мәғлүмәттәр электрон версияға нигеҙ итеп алына. Әлеге электрон мәғлүмәт сараһын киң ҡулланылыштағы портал итеп үҫтереү эшендә йөҙҙәрсә ғалим һәм белгес ҡатнаша. Шулай уҡ унда төбәк энциклопедиялары һәм тармаҡ һүҙлектәре материалдары, музейҙар, ведомстволар, ғилми үҙәктәр, юғары уҡыу йорттары, архивтар эшмәкәрлеге лә файҙаланыла. Порталда, заманса энциклопедияларҙағы кеүек, терминды йәки күренеште һүрәтләүҙән тыш, мәҡәләләрҙә библиография, шулай уҡ медиаконтент – аудио һәм видеоматериалдар, иллюстрациялар, карталар күрһәтелә.
2021 йылда старт аласаҡ порталда 120 мең энциклопедик аңлатма (слот) урын аласаҡ. Артабан йыл һайын 20 мең самаһы яңы слот өҫтәп барыу күҙаллана.
Портал бер нисә кимәлдән торасаҡ, уның иң ябай өлөшө киң ҡатлам халыҡҡа тәғәйенләнә. “Бында һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап, үҙенә кәрәкле мәғлүмәт табырға тейеш. Күптәр уның эшмәкәрлеген википедия менән сағыштыра, әммә улар араһында айырма ҙур ғына: энциклопедия порталындағы мәғлүмәт ғалимдар, белгестәр тарафынан әҙерләнә һәм һәр йәһәттән ныҡлы тикшереү үтә, йәғни тәҡдим ителгән мәҡәләләрҙең, дәлилдәрҙең дөрөҫлөгөн беҙ тулыһынса үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ”, – тине “Ҙур Рәсәй энциклопедияһы” ғилми нәшриәтенең баш мөхәррире Сергей Кравец.
Күптән түгел уҙған рус теле буйынса Совет ултырышында был мәсьәләгә Рәсәй Президенты Владимир Путин да туҡталды һәм “Википедия”ны электрон “Ҙур Рәсәй энциклопедияһы”на алмаштырырға тәҡдим итте. Әммә был “Википедия”ны ябыуҙы аңлатмай, популяр ресурстан файҙаланыуҙы дауам итергә мөмкин, бары тик “Ҙур Рәсәй энциклопедияһы” хеҙмәте ышаныслыраҡ булыуы менән айырылып торған мәғлүмәт сығанағы итеп төҙөлә.
Портал мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылар, студенттар, ғалимдар, төрлө тармаҡ белгестәре, ғөмүмән, үҙенең белем кимәлен арттырыу менән даими шөғөлләнгән кешеләр өсөн ҙур ярҙамсы, киң һәм бай мәғлүмәт сығанағы буласаҡ тип күҙаллана. Был башланғыс ил етәкселеге тарафынан да яҡлау тапты: 2020 – 2022 йылдарҙа милли энциклопедия булдырыуға 1,7 миллиард һум бүленәсәк, тип хәбәр итә федераль киң мәғлүмәт саралары. Быйыл проект 303,2 миллион һумға финансланған.
Өфөлә уҙған конференция барышында ошоғаса башҡарылған, әле алып барылған эштәргә анализ яһалды, хәл итәһе мәсьәләләр, был ҙур бурысты тормошҡа ашырыуҙа төбәк энциклопедияларының роле билдәләнде, уларҙың эшмәкәрлегенә ҡағылышлы йөкмәткеле сығыштар тәҡдим ителде. Мәскәү белгестәре “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы әҙерләп сығарған бай йөкмәткеле йыйынтыҡтарҙы, ғөмүмән, коллективтың эшмәкәрлеген юғары баһаланы.