

Кисә Дәүләкән районында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған саралар үткәне тураһында хәбәр иткәйнек инде.
Башҡортостан Яҙыусылар союзының 85 йыллығына ла бағышланған был байрамда республикабыҙҙың күренекле шәхестәре ҡатнашты: фән докторҙары Тимерғәле Килмөхәмәтов, Рәйеф Әмиров, прозаик Әмир Әминев, шағир Зөфәр Вәлит, прозаик Гөлнара Мостафина. Улар менән бергә сарала Әхиәр Хәкимовтың шиғырҙарын яттан һөйләгән, әҫәрҙәре буйынса һоҡланғыс иншалар яҙған балаларҙы ла тәбрикләп киттек. Уларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, Яҙыусылар союзының бүләктәре – китаптар, дисктар тапшырылды.
Бынан тыш, байрамда ҡатнашҡан әҙиптәрҙе, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе тәбрикләгән район хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов биш йылға бер бирелә торған Әхиәр Хәкимов исемендәге район премияһы лауреаттарын да иғлан итте. Был бүләкте быйыл Әхиәр Хәкимов ижады хаҡында йыйынтыҡ сығарған ғалимдар Рәйеф Әмиров менән Виктория Шәүәлиеваға, Әхиәр Хәкимов ижадын пропагандалаған шағирә, уҡытыусы Миңзәлә Хәлиловаға һәм тәржемәләр, ошо хаҡтағы мәҡәләләр өсөн миңә тапшырҙылар.
Дөрөҫөн әйткәндә, көтмәгәйнем, сөнки яңыраҡ ҡына республика кимәлендә ҙурлағастар, был награданы алырға уңайһыҙ ҙа булды. Ике ҡат тун кейгән кеүек хис иттем үҙемде. Был хаҡта яҙырғамы, юҡмы тип икеләндем. Ысынлап та, уңайһыҙ. Тик хәләл һәм Аллаһ ризалығы өсөн генә булһын! Яҡташтарымдың йылы, яҡты мөнәсәбәтен тойоп, сәхнә күҙ йәштәрем менән тула яҙҙы... Ҙур рәхмәт ошо бүләккә лайыҡ тип тапҡан район хакимиәтенә, комиссия ағзаларына, яҡташтарыма! Мин һеҙҙең ышанысты аҡларға тырышырмын!
Фотолар Дәүләкән районы хакимиәте сайтынан алынды.