Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Ноябрь 2019, 12:05

Күңеле үҙе һөйгән тауҙарҙай юғары ине

Ғүмере буйы донъяға тик тауҙарҙан баҡҡан, тыуған Бөрйәненә мәҙхиә йырлап туймаған, емешле ижад, фиҙакәр хеҙмәттән тыш, тотош әҙәбиәт мәктәбе булдырып, үҙе артынан яҡты эҙ ҡалдырған, шағир ғына түгел, сәсән булараҡ та һүҙ әйткән үткер ҡәләмле журналисты һәм танылған шәхесте иҫкә алдылар.

Шағир Самат Ғәбиҙуллиндың тыуыуына – 80 йыл.


Ғүмере буйы донъяға тик тауҙарҙан баҡҡан, тыуған Бөрйәненә мәҙхиә йырлап туймаған, емешле ижад, фиҙакәр хеҙмәттән тыш, тотош әҙәбиәт мәктәбе булдырып, үҙе артынан яҡты эҙ ҡалдырған, шағир ғына түгел, сәсән булараҡ та һүҙ әйткән үткер ҡәләмле журналисты һәм танылған шәхесте иҫкә алдылар.


Аҫҡарҙарҙың ҡунаҡсыллығы


Сара Самат Ғәбиҙуллиндың кескәй Ватаны – Бөрйән райо­ны­ның Аҫҡар ауылында үтте. Район ха­кимиәте вәкилдәренән, Самат Ғәбиҙуллиндың яҡындарынан, туғандарынан, ауылдаштарынан, мәктәп педагогтарынан һәм уҡыу­сыларынан тыш, Башҡортостан Яҙыусылар союзынан вәкилдәр ҙә ҡатнашты.
Аҫҡарҙар Өфө ҡунаҡтарын мәктәп тупһаһынан уҡ ҡымыҙ, буҙа, бауырһаҡ ҡуйылған батмус, думбыра, ҡурай, ҡумыҙҙан ағылған моң менән ҡаршы алды, милли ке­йемдәге кескәйҙәр “Яҡташ яҙыусы-шағирҙарыбыҙ, рәхим итегеҙ!” тигән йылы һүҙе, шиғырҙары менән ҡыуандырҙы. Артабан уҡытыу­сылар ҡунаҡтарҙы яҡты, иркен, ике ҡатлы мәктәп буйлап экскурсияға саҡырҙы, тыуған яҡты өйрәнеү һәм Самат Ғәбиҙуллиндың музейҙары менән таныштырҙы.
Һуңғыһы айырыуса хәтерҙә уйылып ҡалды. Шулай булмай ни, бында шағирҙың шәхси әйберҙәренән, яҙыу машинкаһынан тыш, бай мираҫ – китаптары, ҡулъяҙмалары, уға башҡа ҡәләм әһелдәре автограф яҙып бүләк иткән китаптар ҙа һаҡланған. Самат Ғәбиҙуллин хаҡындағы яҙмалар айырым бер стенд тәшкил итә. Араларында Мос­тай Кәримдеке лә бар: “Саматҡа, алдан һағыныуымды һиҙеп” тиелә унда...


“Онота алмаҫ һине Бөрйәнең...”


“Ул тауҙарҙан баҡты донъяға” тип аталды хәтер кисәһе. Күре­некле яҡташын иҫкә алырға бар Бөрйән бер ҡорға йыйылған. Тәүгеләрҙән булып һүҙҙе район хакимиәте башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары Ришат Шәрипов алды.
– Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың ҡа­рары нигеҙендә Самат Ғәбиҙул­линдың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы йыл башынан алып төрлө эш башҡарыла килә: “Таң” район гәзитендә ошо уңайҙан махсус рубрика булдырылды, әһәмиәтле саралар ойошторолдо, Самат Ғәби­ҙуллин исемендәге премия тапшырылды, – тине ул.
Кисә шағирҙың ижад емештәре, йыр-моң менән бергә үрелеп бар­ҙы. Аҫҡар урта мәктәбе уҡыусы­ларынан, ауыл халҡынан Наҙгөл Мырҙабулатова, Зәбирә Харрасова, Айгизә Ғәлиуллина, Вилена Мырҙабулатова сәхнәнән Самат Ғәбиҙуллиндың шиғырҙарын яң­ғыратты, район мәҙәниәт һарайы әһелдәренән Хәйҙәр Нәҙершин ҡурайҙа “Уйыл”ды, “Ҡолой кан­тон”ды уйнап ишеттерҙе, Гүзәл Фәйзуллина башҡорт халыҡ йыры “Ғилмияза”ны башҡарҙы.
Был йырҙағыса, Самат Ғәби­ҙуллин да тыуған еренә, ауылына, тауҙарына мөкиббән була, ижад шишмәһе лә уның тап Бөрйәндә йәшәгән йылдарында яңы һулыш ала. Ошо хаҡта шағирҙың ике туған һеңлеһе Флүзә Хөсәйенова ла һөйләне:

– Самат ағайҙың шиғырҙары фәһемле, уларҙы уҡып, күңел сафлана, үҙеңде бер башҡа үҫеп киткәндәй тояһың. Уның ижады тәрән фәлсәфәүи уйҙарға илтә. Ағайым намыҫлы, тура һүҙле булды, асылына бер ҡасан да хыянат итмәне. Мин унан өлгө алып йәшәнем.
Самат ағай Өфөгә күсеп киткәс, унан хәбәр булмай торҙо. Әсәйем­дәр, уның апайҙары, борсолоуҙан үҙҙәренә урын таба алмай. Өфөлә уҡыған саҡта уны эҙләп таптым. “Ленинсы” гәзитендә эшләй ине. Матбуғат йортона килдем, күреш­тек. Шунда үҙенең ҡайғыһын да һөйләне: шиғырҙар йыйынтығын туплап, китап итеп сығарыу өсөн секция ултырышына тикшерергә бирә. Әммә ул раҫланмай, ә ҡулъяҙманың үҙен, кисләтеп кенә ҡайтып барғанда, шағирҙың башына һуғып алып ҡасалар. Шулай итеп, бер китап шиғырҙар юҡҡа сыға. Был һөйләшеүҙән һуң ул, күп тә тормай, Бөрйәненә әйләнеп ҡайтты, тыуған ерендә ижады яңы һулыш алды.
Самат Ғәбиҙуллинға йәш кенә сағынан уҡ Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева кеүек башҡорт әҙәбиәтенең мәшһүр әҙиптәре “Киләсәгең өмөтлө” тип әйтә, ә тәүге шиғырҙар йыйынтығы студент йылдарында донъя күрә. Бер нисә һөнәр эйәһе булып таныла шағир: уҡытыусы ла булып эшләй, Нуриман, Мәсетле райондары гәзиттәрендә мөхәррир урынбаҫары вазифаһын да баш­ҡара, байтаҡ ғүмерен тыуған Бөрйәнендәге “Таң” гәзитенә арнай. Быларҙан тыш, Самат Ғәбиҙуллин хаҡында замандаштары “Шағир ғына түгел, халыҡ сәсәне лә ине” тиҙәр. Сәсәндәр бәйгеләрендә майҙанға сығып һүҙ әйтеп, йыш ҡына еңеүҙәр яулай ул.


“Һәләтлеләрҙе ауылдар буйлап, йәйәүләп эҙләне”


Шулай тине үҙ сығышында Самат Ғәбиҙуллин менән ике тиҫтә йылдан ашыу дуҫ булған, уның ижадын халыҡҡа сығарыу өсөн күп көс һалған күренекле шағир Зөфәр Вәлит.
– Ул маҡтаулы исемдәргә ҡыҙыҡманы. Самат ағайҙың йәшәү мәғәнәһе тәбиғәттән, кешеләрҙең асылынан мәғәнә эҙләү ине. Ә мин Бөрйәндең һәр ағасынан Самат ағайҙың образын эҙләйем, – тине ул үҙ сығышында һәм бихисап хәтирәләре менән уртаҡлашты: ҡасандыр Өфөлә уларға Самат Ғәбиҙуллин менән бер бүлмәлә йәшәргә насип булған. Төн буйы һөйләшеп, шиғырҙар уҡып сыҡҡан мәлдәрҙе хәтерләп, Зөфәр Вәлит башҡа билдәле шәхестәрҙең дә шағир менән бәйле иҫтәлектәренә туҡталды.
“Ағиҙел буйында осрашып – йәш саҡта әле, үҙем дә ике-өс китап сығарғас – әйтеп һалдым: “Ниңә берәй ҡалаға, мәҫәлән, Өфөгә күсмәйһең? Һин бит әҙәбиәткә ифрат кәрәкле шәхес. Үҙең шағир, журналист, етмәһә, бына тигән мөхәррир...” Шағир ҡаялы тауҙарға сабыр ҡараш ташланы ла: “Мин тауҙарҙан бағам донъяға”, – тине. Нисектер баҫалҡы, моңһоу, итәғәтле һағыш менән яңғыраған ошо хикмәтле һүҙҙәре зиһенде яҡтыртып ебәргәндәй була хәҙер. “Айһыҙ төндәге шаңдаҡ һымаҡ” тип яҙған ҡасандыр яҙыусы Сабир Шәрипов.
Самат Ғәбиҙуллин – тулы бер әҙәбиәт мәктәбен төҙөп, әллә күпме һәләтлеләргә ҡәләм бүләк итеп, ижад донъяһының ишеген асып киткән шәхес.
Билдәле шағирә, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙина – шу­ларҙың береһенән.

– Өфөлә уҡып йөрөгән ваҡыт­тарҙа Самат Ғәбиҙуллин беҙҙе “Таң” гәзите редакцияһында иң ҡә­ҙерле ҡунаҡ һымаҡ итеп көтөп ултыра торғайны. Күрешкәндә шиғри­әт, әҙәбиәт тураһында һөйләшә инек. Самат ағайыбыҙ йөрәгебеҙҙә матур урын алды, – тине ул.

к

– Ул булмаһа, мин шағирә булып ошонда баҫып тормаҫ инем, – тип башланы сығышын шулай уҡ күренекле шағирә, быйыл Самат Ғәбиҙуллин исемендәге премияға лайыҡ булған Айһылыу Ғарифул­лина, – башҡорт теленең һағында торҙо ул. Беҙҙең яҡҡа хас һөйләште ҡанға һеңдерҙе, туған телдең саф­лығы өсөн көрәште. Самат Ғәби­ҙул­линдың был сәйәсәтен әле бул­һа ла алып барабыҙ: “Таң” гәзи­тендә “Һүҙ бәҫе” рубрикаһын астыҡ.
Бик күп төплө кәңәштәре менән ярҙам итә торғайны ул: “Әсәйеңдең һөйләгәндәрен яҙып бар... Образдар өҫтөндә эшлә...”

“Баҙал” ижади ойошмаһы – Самат ағайҙың аманаты. “Өсәү генә тороп ҡалһағыҙ ҙа, уны тарҡатмай тотоғоҙ”, – тиер ине.

Самат Ғәбиҙуллин үҙе өсөн генә эшләһә, китаптары күберәк булыр ине. Әммә ул халҡы өсөн эшләне. Кемгә әҙ генә булһа ла һәләт бирелһә, шуларҙы үҫтерҙе ул. Теленең пәйғәмбәре булды.
Шағир, журналист Мөнир Фәй­зуллинға ла ижад ҡанатын Самат Ғәбиҙуллин бүләк иткән. Улай ғына ла түгел, журналистика серҙәрен дә сискән. Мөнир Фәйзуллин остазының ижады менән танышыу тарихын бәйән итте:

– Ауыл мәҙәниәт йорто китап­ханаһында Самат ағайҙың шиғри йыйынтығына юлыҡтым, йотлоғоп уҡыным. Бер йылдан “Таң” район гәзитенә эшкә саҡырҙылар, китер саҡта түҙмәнем, китапты урланым. Өләсәйем әйтмешләй, Ҡөрьәнде урлауҙың гонаһы юҡ. Самат Ғәбиҙуллин гәзит эшенә бирелгән талантлы, көслө журналист та ине, ул мине был өлкәлә күп нәмәгә өйрәтте. Самат ағайҙың мәктәбен үткән кешеләр беҙ.
“Баҙал” ижади ойошмаһының рәйесе, шағир Сәрүәр Ғәләүет­ди­нов та йылы һүҙҙәр әйтте, Самат Ғәбиҙуллин менән тығыҙ бәйлә­нештә булыуҙарын, уны бер туған ағаһы һымаҡ күреүен билдәләне, Зөфәр Вәлиткә шағир ижадын яңы киңлектәргә алып сығыуы өсөн ойошма исеменән Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы.
– Бала сағымда минең яҙышы­уымды күреп, Самат Ғәбиҙуллин район үҙәге Иҫке Собханғолда үткән сараға саҡырҙы. “Атайым ебәрмәй” тип яуапланым. Бер көн тыштан уйнап инһәм, ниндәйҙер бабай атайым менән өҫтәл янында ултыра. Самат ағай булып сыҡты ул. Мине толопҡа урап, санаға ултыртып, ат менән район үҙәгенә киттек. Самат ағайҙа бер аҙна тирәһе йәшәгәнмендер. Ул мине ҡыҙылай күреп, етәкләп кенә алып йөрөнө, – тип һөйләне шағирә, журналист, прозаик, Шәһит Хо­ҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты Миләүшә Ҡаһарманова. Кескәй генә ҡәләм әһелдәрендә лә киләсәктә әҙәбиәт күгендә балҡыр йондоҙҙарҙы алдан күреү, тойомлау һәләте булған Самат Ғәбиҙуллиндың.
“Тамаша” журналының баш мөхәррире, драматург Сөләймән Латипов та ҡатнашты кисәлә. “Мин– Самат ағайҙың уҡыусыһы”, – тине ул һәм шағирҙың исемен мәңге­ләштереү хаҡында һүҙ ҡуҙғатты: уның иҫтәлегенә таҡтаташ асырға, Аҫҡар урта мәктәбенә Самат Ғәбиҙуллиндың исемен бирергә кәрәк. Шәп яңғырай!
Үҙ ҡаҙанында, үҙ донъяһында ҡайнап йәшәмәгән, ижады, эше менән яҡты эҙ ҡалдырырға, ке­шеләргә кәрәк булырға, әҙәбиәттең киләсәген хәстәрләргә ынтылған шәхесте әҙәбиәтсе, филология фән­дәре докторы Зәйтүнә Шәри­пова ла бик йылы иҫкә алды. Самат Ғәбиҙуллин тәү сиратта уҡытыусы булараҡ уның хәтерендә ҡала.
– Самат ағайҙың дәрестәрен зоопаркка барып януар ҡарағандай көтөп ала торғайныҡ. Яҙмышынан бик ҡәнәғәт, бик бәхетле йәшәне. Беҙ ҙә Самат ағайса йәшәйек, – тине ул.


“Был таңдарҙы кемгә ҡалдырайым?..”


Шулай тип яҙа бер шиғырында Самат Ғәбиҙуллин. Баһалап бөт­кө­һөҙ әҙәби мираҫ, һоҡланғыс шиғырҙары, “Баҙал” ойошмаһы, тиҫтә йылдарға һуҙылған журналистика өлкәһендәге тынғыһыҙ хеҙмәтенән тыш, Ер йөҙөндә уның нәҫеле лә ҡала: шағирҙың Нәфисә исемле ҡыҙы, Бабсаҡ исемле улы, ейән-ейәнсәрҙәре бар. Бабсаҡ Самат улы хәтер кисәһенә ҡыҙы Айһылыу менән килгәйне. Самат Ғәбиҙуллиндың үҙе һымаҡ үтә тыйнаҡ, үтә ябай улар, күп һүҙгә бирелмәйенсә, әммә ихлас итеп барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.
Бөрйән районының “Таң” гәзи­тендә шағирҙың 1980 йылдарҙа бергә эшләгән хеҙмәттәше Фәрит Бәшәров үҙ сығышында Самат Ғәбиҙуллиндың Әхмәт Сөләймәнов, Тимер Йосопов кеүек ил ағалары менән яҡындан аралашыуы ха­ҡында әйтеп үтте. Башлыса Бөрйән районында йәшәп ижад итһә лә, оло әҙәбиәт донъяһынан айырылмай Самат Ғәбиҙуллин, күп халыҡ шағирҙары, яҙыусылары менән тығыҙ бәйләнеш тота. Быға уның музейындағы бер китапхананы тәшкил итерлек, авторҙарының теләктәре яҙылған китаптар, бөтә стенаны ялмаған хаттарҙан яһал­ған стендтар шаһит.
Самат Ғәбиҙуллиндың яҡташы булыуыма ҡыуанып, саҡ ҡына алдараҡ тыуып, уның әҙәбиәт мәктәбен үтә алмауыма үкенеп сыҡтым кисәнән.
Асылы менән ябай, әммә күңеле үҙе өҙөлөп яратҡан тауҙар бейеклеге кимәлендәге юғарылыҡта, сафлыҡта ҡалған ул. Шағирҙың халыҡсанлығын, мәшһүрлеген дәүләт наградалары, “халыҡ ша­ғиры” исеме, премиялар түгел, ә тәү сиратта ошо уҡ халыҡтың юғары баһаһы, тәрән һөйөүе, ихтирамы һәм, йылдар ағышына ҡарамаҫтан, йылы хәтирәләре, уның аманатына тоғролоғо бил­дәләй. Был йәһәттән Самат Ғәбиҙуллин инде күптән халыҡ шағиры булып танылған.

Читайте нас: