Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Ноября 2019, 06:43

Шиғыр ятлағандарға нур ҡуна

Һағынып ҡайтҡан һайынурап сығамАуылымдың атлы урамын,Өйҙәренән шатлыҡэркелгәненЙәнем-тәнем менән тоямын.Европаны гиҙҙем, Азияны,Күп күрҙем мин матур,яҡшыны....Беләм, ауылым илдәрҙәбер түгел,Ләкин ерҙә ул иң яҡыны...– тип яҙған Башҡортос­тан­дың халыҡ шағиры Мостай Кәрим тыуған Келәш ауылы тураһында.

Уның геройҙары башҡорт асыллы.


Һағынып ҡайтҡан һайын

урап сығам

Ауылымдың атлы урамын,

Өйҙәренән шатлыҡ

эркелгәнен

Йәнем-тәнем менән тоямын.

Европаны гиҙҙем, Азияны,

Күп күрҙем мин матур,

яҡшыны.

...Беләм, ауылым илдәрҙә

бер түгел,

Ләкин ерҙә ул иң яҡыны...


– тип яҙған Башҡортос­тан­дың халыҡ шағиры Мостай Кәрим тыуған Келәш ауылы тураһында.


Тап ошо төбәктә үтте лә инде шағирҙың 100 йыллығына арналған “Күкрәгемдән ҡош­тар осорам” төбәк-ара кон­кур­сының йомғаҡлау тантанаһы.


Егеттәрсә ҡыйыулыҡ


Сарала видеошиғыр менән Дағстан һәм Татарстан уҡыусыла­рының да ҡатнашыуын иҫәпкә алғанда, был конкурсты Рәсәй кимәлендәге байрам тип атап була. Сарала мәҙәниәт министры урын­баҫары Ранис Алтынбаев сығыш яһап, яҙыусының ижадында Баш­ҡортостан, уның халҡы данланыуын айырыуса билдәләне. Мостай Кәрим фонды директоры, шағир­ҙың ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы, һәр ҡатнашыусыға рәхмәт һүҙен әйтеп, Келәш ауылында асылған яңы мәҙәниәт йортона атаһының рәсеме төшкән келәм бүләк итте. “Башҡортостан уҡытыусыһы” жур­налының баш мөхәррире Салауат Кәримов баҫмала әҙиптең әҫәр­ҙәре, уларға анализ, тематик материалдар әленән-әле баҫылып тороуын әйтте. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағирҙың ғүмер буйы аралашҡан дуҫы Раушана Байғужина әҙиптең әҫәрҙәренең юғары кимәле хаҡын­да төрлө илдәрҙә, халыҡтарҙа өй­рәнеүҙәре әйтеп тороуын билдәләне.
Байрамда рәсми ҡунаҡтар ғына сығыш яһап ҡалманы, конкурста еңеү яулағандар ҙа сәхнәгә сыҡты. М. Кәрим исемендәге Келәш мәк­тәбе уҡыусыһы Диора Мансурова – был конкурста еңеү яулаған­дар­ҙың береһе. Уның сығышы менән башланып китте дәғүәселәрҙең һүҙе. Өс йыл эсендә конкурсҡа 600-ҙән ашыу ҡатнашыусы видео­яҙма ебәргән. Мәҫәлән, “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырын ғына ла 100-ҙән ашыу бала ятлаған. Һәр береһе был әҫәрҙе үҙенсә асырға тырышҡан. Был байрамда “Ҡайын япрағы тураһында” тигән шиғырҙы Сибайҙан биш йәшлек Әми­лә Таштимерова башҡарҙы. Ул – бәләкәстәр араһында еңеүсе, шуға ла байрамда ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Шул тиклем матур итеп һөйләне ҡыҙыҡай был әҫәрҙе. Афарин, Әмилә!
Шул уҡ шиғырҙы рус телендә Шишмә ҡасабаһының “Березка” балалар баҡсаһынан Кира Васильева ла яттан һөйләне. Шулай уҡ балалар араһында еңеүселәрҙең береһе Алексей Панин да “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”тан өҙөктө ҡайһылай тетрәндергес итеп уҡыны. Йәш быуындың сығышы, шиғырға, тексҡа үҙҙәре аңлаған фекерҙе һалып уҡыуы күңелгә үтеп инә шул. Лауреаттарҙың береһе Шишмә районынан Есения Мәжитова “Уҡытыусыма” шиғырын шулай уҡ бик аһәңле башҡарҙы. Бөрйән районынан Илгиз Шәһи­мәрҙәнов “Рус түгелмен, ләкин россиянмын” шиғы­ры менән еңеү яулаған. Егеттәрсә ҡыйыулыҡ менән уҡыны ул әҫәрҙе.
Шуныһы ҡыҙыҡ, был сарала берҙән-бер бала башҡорт милли кейемендә килгәйне – ул Өфө райо­нынан әрмән ҡыҙы Лилит Караханян. “Әсәй сирләгәндә” шиғырын рус телендә уҡып, ул тотош залды илатты:

Бирешмәсе, зинһар, бирешмәсе,

Терелә күр инде, әсәйем!

Тағы бер аҙ һинең ышығыңда

Хәүеф-хәтәр күрмәй йәшәйем, – тигән юлдар бар ул шиғырҙа.


Оло инәй – милли герой


Ошо мәлдә залға Оло инәй ҙә, Кесе инәһе Вазифа ла килеп ингәндәй булды. Кем улар шағир өсөн? Оло инәй – ауылда кендек әбе­йе. Ул донъяға килергә йыйын­ған бала­ларҙы ҡабул итә. Яҡын-тирәлә уның йылы ҡулдары аша үтмәгән бер бала ла ҡалма­ғандыр, моғайын. Сабыйҙарҙың тәүге ауазына ла, ҡатындарҙың шатлыҡ йәшенә лә, ир-егеттәрҙең ғәйрәтле ҡыуанысына ла Ул тәүгеләрҙән булып шаһит була. Кешене донъяға ҡабул иткән был ҡатын образын халыҡ шағиры өлкән әсәһенең һы­ҙаттары аша һүрәтләгән. Кендек­тәрен ҡырҡып, Аллаһ Тәғәләнең бүләге булған, һәр секунд һайын ярҙамға мохтаж әҙәм балаһын беренсе булып ҡулына алған был гүзәл зат образында башҡорт ҡатынына ғына хас булған тәбиғи мәртәбә, эске зыялылыҡ, күңел юғарылығы бар. Бер ҡараһаң, ул бит әллә ниндәй ҙур ғалимдарҙа, академияларҙа белем алмаған, әммә ниндәй тормошсан уның белеме, үҙен тотош кимәле. Шул уҡ ваҡытта уның ғорур һыны, һынсыл ҡарашы, мәртәбәле аҙымдары “был ханым әллә нисәмә матурлыҡ институтын тамамлаған” тип уйлар­ға мәжбүр итерлек. Башҡорт халҡының быуаттар дауамында тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙ асылы сағыла Оло инәй образында. Ваҡ­лыҡтарҙан өҫтөн булған, кеше һөйләү ҡайҙа ти, ул хатта башҡа­лар хаҡында насар хәбәр ишетһә лә, уның күңелен аяп ҡына талапсан һүҙен еткергән, аралашҡанда ғәйбәттәргә урын ҡалдырмаған ысын мәғәнәһендә Оло инәй. Башҡорт халҡының Йәнбикә заманынан, халыҡ булып башҡорттар яралғандан алып ошо дәүерҙәргә тиклем һаҡлап алып килгән холоҡ-фиғеле, мөҡәддәс сифаттары.
Ә инде Оло инәйҙәге иң күркәм сифат – ул ярата белеү. Был той­ғоһо уның тәрән миһырбанлыҡ, киң мәрхәмәт, нескә йәлләү, ихлас­лыҡ менән һуғарылған. Заманында миңә бала саҡта ошо образды Баш­ҡортос­тандың халыҡ артисы Зәйтүнә Бикбулатова башҡарыуын­да ҡарарға насип булды. Актриса ижад иткән Оло инәй образының тауышында бар ине ана шул мәр­тәбәле миһырбанлыҡ. Ым-ишара­һы, тауышын кү­тәрмәй, әммә тонын үҙгәртеп, ул әңгәмә­сеһенә кәрәкле һүҙен урынлы итеп еткереп ҡуя. Ниндәйҙер сәбәләнеү, донъя мәшә­ҡәте менән зыҡ ҡубыу, үрһәләнеү, ығы-зығы юҡ уның тирәһендә. Әй­терһең, был кеше үҙе үк янын­дағыларҙы тик яҡшылыҡ, яҡтылыҡ тураһында һөйләргә, яман ғәмәл ҡылһалар, үкенә белергә, башҡа­ларҙы яратып, йөрәге менән ҡабул итергә өйрәтә.
Кушнаренко районынан Айнур Нәбийәров “Билдәһеҙ һалдат” ши­ғы­ры өсөн оҙайлы алҡыштарға күмелде. Тәтешле районынан Ән­үәр Зыятдинов “Рус ҡыҙы” әҫәрен шулай уҡ бик оҫта башҡарҙы. Был аңлашылып тора – сараға бит тик еңеүселәр йыйылған. Шулай ҙа балаларҙың шиғырға ҡарата һиҫ­кәндерерлек мөнәсәбәте бик шатландыра!

Сара йыр менән бергә үрелеп барҙы. Айгөл Ғәзиева башҡарған “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”, “Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә” йыр­ҙары сараны моңға сорнаны.
Дағстан Республикаһынан кил­гән 14 ви­деояҙманың береһен ҡараныҡ сара барышында: ул тау­ҙар иле ҡыҙы Хатида Ана­каеваның сығышы булды. Рәхмәт уға матур телмәре өсөн! Татарстандан да 48 ви­деояҙма килгән.
Кисәлә Мостай Кәримдең ҡәләм­дәше Муса Ғәли менән аралашып йәшәүен дә иҫкә алдылар. М. Ғәли исемендәге Иҫке Муса мәктәбе уҡыусыһы Нур Шәрипов Муса ағайҙың дуҫына арналған “Мостай Кәримгә” шиғырын уҡыны.
Мостай Кәрим: “Батша­ларға баш эймәнем, мөхәббәткә баш эйҙем”, – тип яҙа бер яҙмаһын­да. Шағирҙар – улар донъяға ғашиҡ йәндәр. Шулай ҙа шағирҙың ысын мөхәббәте берәү генә була. Рауза апай менән бәхетле ғүмер итеүҙәрен дә иҫкә алдылар сарала.


Йырҙар аша әйтелгән һүҙ


“Йылғалар төнөн серләшә” йырын Резеда Әхмәтшинаның башҡа­рыуы сараны йәнә моңға күмде. Шағирҙың бик күп шиғырҙарына йыр яҙылған: “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”, “Ялбарыу йыры”, “Һыу юлы” (Сара Садыҡова көйө), “Яңғыҙ ҡайын”, “Айлы кис”, “Шофер йы­ры” (Таһир Кәримов көйө), “Шишмә моң­дары” (Тәлғәт Шәрипов көйө), “Беҙ үҙебеҙ – шишмәләр”, “Йылға­лар төнөн һөйләшә”, “Гөлдәр миңә, һаумы, һаумы, тиҙәр” йырҙары ха­лыҡ араһында киң таралған. Кисәлә зал йырҙар тулҡынында бәүелде. Шишмә райо­нынан Мария Сиухо­ваның “Таштағы сәс­кәләр”, Сибай­ҙан “Аяҡтарым юлда” әҫәрҙәре байрамды йәнә шиғыр донъяһына алып ҡайтты. Ҡырмыҫҡалы райо­нынан Фәниә Юнысова “Ғүмер миҙгелдәре” китабынан “Мөғжизә­ләр” өҙөгөн тотош бер театраль сәхнә итеп әҙерләгән.
Янып торған ут ҡалдырам һеҙгә,

Ағын һыу ҡалдырып китәмен.

Ер һәм ҡояш, ут йәнә һыу булғас,

Үҙегеҙ хәстәрләгеҙ бүтәнен.

Бына шуға өмөт итәмен,

– ти бит шағир үҙе лә, замандаштарына мөрәжәғәт итеп. Бер кемгә лә сер түгел, баш­ҡорт әҙәбиәтен, һүҙ сәнғәтен сит тараф­тарҙа, ил­дәрҙә күпселек осраҡта Мостай Кә­рим исеме аша таныйҙар, баһа­лайҙар. Совет осоронда милли әҙә­биәттәр араһынан берәр шәхес­те һайлап, илде күтәрер, дуҫ­лыҡ­ты нығытыр, әҙәбиәт ҡеүәтен халыҡ ара­һында таратыр – ошо рәүешле ил идео­ло­гияһын, сәйәсәтен киң массаға еткереү маҡсатынан уйла­нылған был күренештең башҡорт халҡы өсөн ыңғай яғы тураһында әйтеп үткем килә.
Һәр милли авторҙың әҫәрен ҡул­ға алған һайын, беҙ унда ошо ха­лыҡтың асылын, киҫкен мәлдәрҙә­ме, шатлыҡта йә иһә һа­ғышта уларға ғына хас көнкүреш, холоҡ-фиғел тураһында уҡырға, белергә теләйбеҙ. Ошо йәһәттән Башҡорт­ос­тандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең образдары миллилеге менән айырылып тора. Уны башҡа телдәрҙә ижад иткән замандаш әҙиптәре лә бит “мудрый Мустай” тип йөрөттө. Ошо “мудрый” һүҙен дә мин тап башҡорт халҡына, уның рухи асылына, рухи потенциалына ҡарата әйтелгән һүҙҙәр тип ҡабул итәм. Быға нигеҙ – уның әҫәрҙәре, геройҙары.
Шәхсән минең өсөн Башҡорт­ос­тандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим ижады – ул башҡорт хал­ҡының асылы хаҡында бар донъяға һөйләү, Башҡортостандың тәбиғәт матурлығына дан йырлау, ошо ер­лек­тең боронғо ҡеүәте тураһында башҡаларға бәйән итеү. Бер ҡара­һаң, шағир милли асылыбыҙ ха­ҡында һөйләй, икенсе яҡтан, ул мәңгелек ҡиммәттәр тураһында яҙа. Ер йөҙөндә иң боронғоларҙан һаналған, кешелеккә “Урал батыр” эпосы кеүек мәшһүр әҫәр бүләк иткән башҡорт халҡының фиғеле тап мәңгелек төшөнсәләр тура­һында һөйләйҙер!
Шулай итеп, сара аҙағында еңеү­селәр иғлан ителде. Бәләкәс­тәр араһында Әмилә Таштимерова, Усман Теләүғолов, Батыр Беркенов – лауреаттар. Төрлө номинация­ларҙа Динә Фәсхетдинова, Тимур Яуынбаев билдәләнде. 7 – 11 йәш­лектәр араһында лауреаттар тип Алексей Панин, Софья Тупикина, Әнүәр Зыятдинов, Есения Мәжи­това табылды. Номинанттар – Алла Баизова, Камилә Ғә­лиева, Лиана Исхаҡова, Әлфир Нагаев, Елизавета Самсонова, Михаил Грибов, Әмин Мөхәмәтйәнов.
12 – 15 йәшлектәр араһында еңеүселәр – Диора Мансурова, Аде­лина Сәхипгәрәева, Милена Базарова. Номинанттар – Нур Шә­рипов, Эльвина Хәйруллина, Азалина Хә­бирова, Регина Мухҡулова, Эвелина Ғәзет­динова, Гүзәл Вахитова. 16 – 22 йәшлектәр араһын­да Илгиз Шәһимәрҙәнов, Станис­лав Тимашев, Гөлшат Ниғмәтул­ли­на еңеүселәр тип табылды. Но­ми­нациялар буйынса Нарек Погосян, Камилә Ғәйетҡолова бүләкләнде.
23 – 40 йәшлектәр араһында Гөлфиә Аҡбулатова, Алия Хисаметдинова, Ландыш Мәрҙәнова, 41 йәшлектәр һәм өлкәндәр ара­һында Зинаида Степанова, Фәнил Мөхә­мәтйәнов, Рәйсә Рәхимйәнова – лауреат, ә Руза Сафина, Валентина Зорина номинант исеменә лайыҡ булды.
Риф Сәхипгәрәев, Ирина Зиннә­туллина, Фәниә Вәлиуллина, Ғәлиә Арыҫланова, Нә­зирә Сәхипова шағирҙың, үҙҙәренең уға ба­ғышла­ған шиғырҙарын уҡып, кисәне йәм­ләне. Был мәлдә тотош Келәш ауылы шиғри сәң­гел­дәктә бәүелгәндәй тойолдо. Шишмә райо­ны ҡасаба-китапхана директоры Илүзә Ғи­бә­ҙуллинаның ижади командаһы был сараны ойоштороп, ҙур эш баш­ҡарған. Улар милли шағирҙың әҫәр­ҙәрендәге образдарҙы төрлө тел­дәрҙә яңғыратыуға өлгәште. Шул уҡ ва­ҡытта һәр кем белә: Башҡорт­остандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең геройҙары – башҡорт асыллы образдар.


Шишмә районы.
Читайте нас