Ғалимә фольклор экспедициялары хаҡында һөйләй.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары, даими рәүештә төрлө экспедицияларға сығып, Башҡортостан, Рәсәй фәнен яңы мәғлүмәттәр менән байыта, асыштар яһай, күреп-ишетеп белгән донъяның яңы һулышын еткерә, боронғолоғон раҫлай. Быйылғы экспедицияларҙың береһе хаҡында филология фәндәре докторы, фольклорсы ғалимә Розалия Солтангәрәева менән һөйләшәбеҙ.
– Быйыл ҡайһы төбәктәргә экспедициялар ойошторолдо? Ниндәй фекерҙәр менән байынығыҙ?
– Быйылғы фольклор экспедицияларының береһен Көйөргәҙе районына ойошторҙоҡ. Унда филология фәндәре кандидаты, фольклорсы Гөлнар Юлдыбаева, тарихсы Әхәт Сәлихов, фольклор бүлеге аспиранты Гөлназ Ғиззәтуллина ҡатнашты. Ғөмүмән, экспедициялар комплекслы булырға тейеш, йәғни унда фольклорсылар ғына түгел, төрлө тармаҡ ғалимдарының ҡатнашыуы – хәҙер актуаль алым. Этнографтар, археографтар, тарихсылар, телселәрҙең бергә эшләүе фольклор өлгөләрен йыйыу өсөн дә, был заманда халыҡ тормошон тулыраҡ тоҫмаллау йәһәтенән дә уңай. Һарытау өлкәһенә (етәкселәре – Фирҙәүес Хисамитдинова, Ринат Йосопов, Розалия Солтангәрәева), Пермь өлкәһенең Барҙа районына 2005 йылдағы комплекслы экспедициялар шулай булды, унда Ринат Йосопов менән берлектә эшкә етәкселек иттек. Салауат районында мин етәкләгән былтырғы экспедицияла фольклор бүлегенән филология фәндәре кандидаттары Г. Хөсәйенова, Г. Юлдыбаева, А. Хәкимйәнова, Ф. Ғайсина, Л. Ишкилдина, ғилми хеҙмәткәр Р. Зинурова, аспирант З. Сәләмова ҡатнашты.
Төрлө тармаҡ ғалимдарының халыҡ ижадын, тарихын, этнографияһын, тел-һөйләш үҙенсәлектәрен йыйыу эшен бергә алып барыуы – дөйөм фән өсөн бик кәрәкле, фәтүәле алым ул. Артабан да телселәр, археологтар, этнографтар менән дә берлектә эшләү маҡсаты тора.
– Теге йәки был жанрҙы өйрәнеү иһә ғалимдың эш алымын, принциптарын да формалаштыра. Был хаҡта фекер йөрөткәндә?..
– Ғилми ғүмерем буйына тиерлек йолаларҙы мөмкин тиклем тулыраҡ өйрәнеү өсөн ана шул комплекслылыҡ алымын башлап 1983 йылдарҙан уҡ ҡулландым да инде. Комплекслы өйрәнеү – минең төп принцип.
Беҙҙең милли рухи мираҫ йыйыу эше һәр саҡ ауылдарҙа атҡарыла. Ауыл – ғәләмәт мәҙәни, милли феномен бит ул. Ҡайһы берҙә һис уйламай “Башҡорт ауылы бөтә” тип әйтергә яратабыҙ, мәгәр Башҡорт иленең төп мәҙәни коды, генетик хәтер ҡаҙаныштары, дәү тарихлы ижад ҡомары һаман да ауылда һаҡлана әле. Тормош алып барырға яратҡанда, ваҡиғаларға битараф булмағанда, Ил үҙ хәле өсөн яуаплылыҡ тойғанда, халыҡта Ижад, тимәк, йәшәү арманы дауам итә, фольклоры ла юғалмай. Шуға ла ауыл, башҡорт ауылы, милләттең Ҡот тамыры булараҡ, мәңге йәшәйәсәк.
Әлеге мәлдә ауылдар, һәр нәмә, һәр ҡитға, ҡиммәттәр кеүек үк, ҡатмарлы трансформация кисерә. Башҡорт ауылы – ул ғәжәйеп көслө ҡот, милли энергетика һаҡлаусы күрекле даирә. Ул көстө уята, талпындыра, дәртләндерә белеү генә кәрәк. Ниндәй генә фажиғә булманы башҡорт ауылы тарихында! Ни генә күрмәне ул! Һәр заманда ла йәшәү ыңғайын, урынын табып, яраҡлаша алып, тормош рәүештәрен үҙгәртә ул, әммә Милләт, Тарих тигән мәшһүр системаларҙан ул төшөп ҡалмай, бөтмәй!
Беҙҙең интеллектуаль таяныс, донъя тамыры, тел, рухи, милли фәлсәфә нигеҙҙәренең үҙәге бит ул ауыл! Бирешеп китә торған ҡоролма түгел, сөнки ул Тәбиғәт закондарына таянып, уға яҡын йәшәй. Ауыл халҡы, бәлки, фекерен бик ябай итеп тә әйтәлер. Ҡайһы саҡта бигерәк тә ябай ғына итеп һөйләп ебәрәләр, әммә ябайлыҡта – бөйөклөк. Милли аҡыл менән тормош серенең йомағын, фекер төйөнөн шундай сынъяһау итеп әйтеп бирә халыҡ, хайран ҡалам. Тап ана шул халыҡ фекерен нисек бар, шулай еткереү ҙә – уның асылын, милли фәлсәфәһен табыу ул. Ул һүҙҙе, фекерҙе тотоп ала белергә, ҡағыҙға төшөрә белергә лә кәрәк бит әле.
Милләттең төп йәшәү сере ауылдарҙа һаҡлана. Беҙ, ғалимдар, күп йөрөйбөҙ, тикшерәбеҙ, тимәк, беләбеҙ, тип уйлайбыҙ, әммә төп ғилем, төп белек, милләтте һәр заманда рухи терәкле итеүсе – ауыл кешеләре ул. Беҙҙең алда иһә ошо белемде түкмәй-сәсмәй, йыйнап, әйткәндәрен теркәп, тикшереп, гәүһәрҙәрҙе хазина һандығы итеп Ижадсы халыҡҡа ҡайтарыу бурысы тора! Сөнки ул ошо белеменән яңынан тыуа бит, шуға күрә бөгөнгә тиклем милли байлыҡты һаҡлап килгән башҡорт ауылына, халҡыбыҙға күптин-күп бәрәкәт яуһын, оло, яҡты яҙмыш асылһын! Хаттин ихласлыҡ үрнәктәре, ошо быуаттағы күренештәргә асыҡ фекер әйтеүселәр, аҡты ҡаранан айырыусылар ҙа – ауылда улар.
– Заман менән бергә эш алымдары үҙгәрәме?
– Быйыл да Көйөргәҙелә халҡыбыҙҙың рухи хазиналарына, ырыҫ, холоҡ ныҡлығына таң ҡалып ҡайттыҡ. Йылдан-йыл беҙҙең һорауҙар ҙа, йыйыу алымдары ла үҙгәрә. Элеккесә әкиәт, эпос, легенда, йыр тип кенә эште сикләмәйбеҙ. Үҙем, мәҫәлән, милләт тормошона, фәлсәфәһенә, көнкүреш хәжәттәренә, баҙар заманында күтәргән һәммә һынауҙарға ил ҡарашын, фекерен тыңлайым. Әхлаҡи төшөнсәләр – Нәфрәт, Мөхәббәт, Яратыу, Ырыҫ, Намыҫ, Ил, Ватансылыҡ тигән төшөнсәләргә ифрат үткер яуаптар табам.
Йәшәү рәүеше, әлеге реформаларға ҡарашы, кейем, аш-һыу, кәсеп мәҙәниәте, итәғәте, тыйыуҙары һәм башҡа ғәмәлдәр – барыһы ла беҙҙең иғтибарҙа. Был заманда Кеше-Тәбиғәт мөнәсәбәттәре, унда әҙәм балаһы үҙен нисек тоя һәм киләсәккә ҡарашы, әүлиәләргә, изге тауҙарға, урмандарға бәйле йолалар... Һөйләшә-һөйләшә, ауыл халҡы үҙҙәре лә белеп бөтмәгән нәмәләрҙе беҙ йыйып ҡайтарабыҙ. Ауыл кешеһе – беҙгә, беҙ уларға ярҙам итәбеҙ. “Бына бит, ултыра-һөйләй күпме аңым асылды, ә?! Күпме белгәнмен икән дә, ә?!” – тип бер апайҙың ихластан ҡыуаныуы күҙ алдымда, аптырауын да йәшермәне.
Ауылдарҙа, мәҫәлән, әүлиә булғанын, уның ерләнгән ерендә ағас ултырыуын үҙҙәре лә белеп бөтмәгәндәр, ә һораша башлаһаң, хәтеренән килеп сыға. Туйы ла, ерләү йолаһы ла, арбауҙар ҙа – барыһы ла. Фольклор күренеше ижад ҡына түгел, унда бик боронғо ысынбарлыҡ тормош образдар аша һынлана. Фольклорҙа башҡорт социологияһы, башҡорт этнопсихологияһы, тормош тәртибе, шул уҡ тарих та ята.
– Ниндәй үҙенсәлектәре менән таң ҡалдырҙы Көйөргәҙеләге сәфәрҙәр?
– Беҙ инде теге йәки был күренешкә ҡараған бер яңы һамаҡ, һыныҡ-һаныҡ әкиәт, бәйет ишетһәк тә, алтын тапҡандай килеп сығабыҙ. Йыр булһа, табыш инде! Шундай алтындарыбыҙҙың береһе тип Яҡут ауылынан Тәлғәт Зәки улы Ураловтың (1943 йылғы.) “Ҡара ат”ты йырлауы булды. Бер нисә һирәк ишетелгән куплеттары менән, тарихын һөйләп, башҡарҙы Йырсы, юғары гражданлыҡ, милли традицияға тоғролоҡ һаҡлап. Йырҙы ул Ишбулды Ишдәүләтовтан 1953 – 1955 йылдарҙа отоп алған. Халыҡ тарихы, күңел торошо, бәйге ваҡытында кисергән ғәләмәт көсөргәнеш сағыла йырҙа.
Беҙ был йырҙы оҙон көйгә башҡарыуҙы ишетеп өйрәнгәнбеҙ, ә Тәлғәт ағай уны олатайҙан нисек ишеткән, шул рәүештә һалмаҡ көйгә йырлай, легендаһын да яҙып алған, шуны һөйләй. Бөтөнләй икенсе манералағы һалмаҡ көй, һүҙҙәре лә башҡасараҡ. Үлем язаһына тарттырылған 120 башҡорттоң яҙмышы иһә Ҡара аттың майор атын уҙыу-уҙмауына бәйле тарихты һәр кем беләлер... Халыҡ бәйге атының ярһып сабыуынан күҙ алмай, уға төбәп зар-үтенес йырын бағышлай, ә малҡай шуны ишетеп, шәп аттарҙы ла уҙып китә, башҡорттарҙы ҡотҡара бит:
Алда бара Ҡарат, алды бирмәй,
Ҡарат уҙғандарын күргәндән һуң,
Ҡан-йәш түгә йәш һәм ҡарттары.
Быуаттар буйы туҡылған тиңдәше юҡ тоғролоҡ – Ат менән Башҡорттоң тоғролоғо тураһында бөйөк Йыр бит ул!
Алға ла ынтыл, ай, ҡара атым,
Әйләндереп тә һалып та ял осон.
Аяма ла йәнде, бирмә лә алды –
Йөҙ егерме башҡорт та ҡаны өсөн!
Халыҡ белә, ҡара атты майорҙың аты уҙҙы иһә, 120 башҡортто шунда уҡ юҡ итәсәктәр, сөнки улар, Екатерина батшаға ҡаршы барып, тимерселекте тергеҙгән, ҡорал, уҡ-һаҙаҡ әҙерләгән. Бына был күренеш – телдән-телгә күсеп, ижадта сағылған тарих. Уның бар ҡиммәте лә шунда: китаптан, йә булмаһа теркәлгән сығанаҡтан түгел, ә информаторҙың, йәғни Тәлғәт Ураловтың Ишбулды олатайҙан ишетеп, отоп, өйрәнеп алған вариантын яҙып алдыҡ беҙ. Шул уҡ йыр, ысынлап та, 1968 йылдарҙа Ырымбур өлкәһендә яҙып алынған була. Хәҙер ҙә ошо төбәктә был йыр халыҡ хәтерендә әүҙем йәшәй: кемдер йырлай, икенселәр тарихын һөйләй, өсөнсөләр легенда рәүешендә еткерә. Сәсәнлек традицияларын һаҡлаған Мораптал ауылында йәшәгән Зилә Үтәгәнова, мәҫәлән, ошо уҡ йырҙы Исмаҡаев олатайҙан яҙып алған. Шулай уҡ моңло, ҡыҫҡа көйгә йырлай, әммә йырҙың дөйөм үҙенсәлеге, аһәңе, әңе һаҡлана.
– Тағы ла ниндәй мәғлүмәттәргә иғтибар бирергә тырыштығыҙ?
– Йондоҙҙар темаһы минең өсөн бик мөһим. Улар тураһында мәғлүмәт халыҡ хәтеренән юғалып бөткән тиерлек бит. Был боронғо белем милләттең донъя, йыһан тураһында масштаблы фекерен, күҙаллауын, мифологик аң рәүешен һаҡлай, бик борондан ул беҙҙең халыҡтың мәҙәниәтендә булған. Һарытау өлкәһендә ошондай мәғлүмәт яҙып алдым. “Ҡыбалама” китабы бар ине, балам. Беҙгә мулла, китап асып, яҙмышты яйларға аҡыл әйтә торғайны”, – тине бер инәй. Әммә махсус органдар ана шул “Ҡыбалама” китаптарын халыҡтан йыйып алып, аяуһыҙ рәүештә яндырған. Йондоҙ белеме башҡорттоң йәшәү рәүешенән, хәтеренән юғалып бара тиерлек. Етегән, Арҡылсаҡ, Өлкәр, Ҡыҙыл йондоҙ, Зөһрә йондоҙҙары тураһында яҙып алыу – бик ҡатмарлы күренеш. Ә бына Түкән ауылынан Фәниә Дәминева ғәләмәт ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирҙе. Бик яғымлы ғына, мөләйем, һылыу инәй ул. Матур ғына итеп бер йыр башлап ебәрҙе:
Етегәнкәй – етәү, Өлкәр – бишәү,
Һарыат менән Буҙат – ул икәү, Таңсулпан.
Ашап-эскәндә әй дуҫ-иштәр күп,
Ауырлыҡтар килһә, беҙ икәү, Таңсулпан...
Йырҙа һуңғы һүҙен һуҙып әйтеп ҡуя.
Бына бер йырҙа ғына нисәмә йондоҙ исеме әйтелә! Шул уҡ билдәле сәсәниәләребеҙ Әсмә инәй Усманова, Гөлнур Мәмлиева, Мәфтүхә Мусиналар әйтеүенсә, башҡорттар каруанда барып арыһа, Ҡош юлына ҡарап, көс алған. Ошо мәғлүмәтте күп тапҡыр яҙып алдым. Ә инде Ишембай районының Маҡар ауылында оло йәштәге апай: “Йондоҙға ҡарап көс алалармы ни? Ана, Алланан һорағыҙ!” – тип мулланан әрләнгәнен һөйләне. Бит бөйөк мәғрифәтсе М. Өмөтбаев иһә йондоҙҙарҙы белеүҙе башҡорттоң йәшәйешендә төп белем тип яҙып ҡалдырған. Башҡорттоң боронғо тарихы бит исламға тиклем үк мәшһүр, ҡотло Белемгә, нигеҙле ҡараштарға таянған, аныҡ йола, тәртиптә барған.
– Аныҡ миҫалдарға килгәндә?..
– Башҡорт, минеңсә, донъяны, тормош көтөүҙе, Юл, Йыһан хәрәкәттәрен йондоҙҙарға бәйләп ижади байҡаған, белемен эпоста сағылдырған, билдәләгән. “Ҡуңыр буға”лағы, “Ҡара юрға” , “Аҡһаҡ ҡола”лағы архаик аң, архаик ижад ҡатламын, мәҫәлән, йондоҙ, Ҡояш, Йыһан есемдәренә бәйле өйрәнәм.
Зилә инәй Үтәгәнованың мөнәжәтендә лә йондоҙ символы килеп сыҡты. “Аҡ йондоҙ, Һары йондоҙ, Унан башҡа – Мәхүп йондоҙ. Ошо өс йондоҙ бергә төшһә, Булыр ерҙә көндөҙ”... Бындай мөнәжәт яҙып алғаным юҡ ине. Йәғни, ҡыҫҡаһы, йондоҙ мифологияһын өйрәнеү кәрәк. “Ҡыбалама” китаптарын уҡый, аңлай белмәгәндәр уны юҡ иткән. Белер-белмәҫ килеш яҙмышты ла китаптан билдәләргә ярамай – муллаларҙың тыйыуы ошоға бәйле, ә йондоҙҙарҙы ололауға ҡаршылыҡтан түгел. Ә бит белгәндәрҙе Себер оҙатҡандар, китаптарын яндырғандар. Ныҡ белемле кеше булырға тейеш...
Көйөргәҙелә Кинйә Арыҫлановты бик яратып, оло хөрмәт менән һөйләй халыҡ. Унан ризалыҡ алып йәшәйбеҙ, ти халыҡ. Урындағы ауыл хакимиәттәренә етәкселек иткән егеттәр – ошо Кинйә батыр рухындағы шәп азаматтар. Ете көн эсендә беҙ Көйөргәҙе районында иҫ китмәле бай фольклор аманатын тупланыҡ. Беҙҙең эштә тотҡарлыҡ булманы, киреһенсә, төбәк етәкселәре лә, халыҡ та ярҙам итеп торҙо. Был яҡшы теләктәшлек һәр ерҙә тойолдо. Бөйөк ата-бабаларыбыҙҙың рухы беҙҙе оҙатып йөрөнө һымаҡ, уларға тоғро ерҙәштәре лә шундай уҡ юғары кимәлдәге ойоштороусанлыҡ күрһәтте.
Мифтарға килгәндә, улар беҙҙә йәшәй. Ул донъяны танып-белеүҙең бер сағылышы, миф ижад итеү туҡтамай. Мәҫәлән, халыҡ колонканы “ерҙән йылан башын сығарып тора” тип атай. Кәрәҙле телефонды “баҫһаң, кеше өнө сыға торған нәмә” тиҙәр. Газды “зәңгәр күҙлекәй бисә” тип йөрөтәләр. Былар барыһы ла мифологик сығанаҡлы образдар, йәғни мифологик фекере туҡтамаған милләт – бик көслө милләт. Был халыҡтың артабан да йәшәү потенциалы ҙур тигән һүҙ! Ул һаман да ижад итә. Халыҡ менән аралашҡанда, үҙебеҙгә күп көс алып, аң асып, рухи таҙарынып, ҡеүәтләнеп ҡайтабыҙ!