Башҡортостан юлдаш телевидениеһы “Өфө. Тере тауыш” тип аталған музыкаль тамаша әҙерләй. Алып барыусы Рөстәм Булатов Башҡортостан тамашасыһын республиканың музыка төркөмдәре менән төрлө ғәҙәти һәм формаль булмаған урындарҙа таныштырасаҡ. Уларҙың сығышы фатирҙарҙа, урамда, үҙҙәренә уңайлы төрлө урындарҙа булыуы ихтимал.
Тамашаны ҡараусылар музыканттарҙы бөтөнләй башҡа яҡтан асыуы ихтимал. Сағыу “Арғымаҡ”, күңелгә үтеп ингән Катя Ямщикова, “Sahara camels” төркөмөнөң дарманлы егеттәре ошо ҡышта уҡ телеэфир аша һеҙҙең өйҙәрегеҙгә барып инәсәк.
Проекттың премьераһы Башҡортостан юлдаш телевидениеһында 6 декабрҙә 23.30 сәғәттә була. Тапшырыуҙың тәүге ҡунағы – Катя Ямщикова.