Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Декабрь 2019, 14:55

Йөҙйәшәр “Китап” (Аҙағы)

1989 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан китап нәшриәте хужалыҡ итеүҙең тулы иҫәп-хисабы һәм үҙ-үҙен финанслауҙың яңы иҡти­сад шарттарында эшләй башланы. Ҡағыҙға һәм тышлау материалдарына, типография, сауҙа сығымдарына хаҡтарҙың ты­йылғыһыҙ артыуы сығарылған про­дукцияның үҙҡиммәтенә кире йоғонто яһауға ҡарамаҫтан, нәшриәт коллективы был йылғы планын бөтә күрһәткестәр буйынса ла үтәүгә өлгәште: 217 исемдәге китап нәшерләнде, барлығы 362 исемдә баҫма сығарылды.

Үҙгәреш елдәре елкәнендә


1989 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан китап нәшриәте хужалыҡ итеүҙең тулы иҫәп-хисабы һәм үҙ-үҙен финанслауҙың яңы иҡти­сад шарттарында эшләй башланы. Ҡағыҙға һәм тышлау материалдарына, типография, сауҙа сығымдарына хаҡтарҙың ты­йылғыһыҙ артыуы сығарылған про­дукцияның үҙҡиммәтенә кире йоғонто яһауға ҡарамаҫтан, нәшриәт коллективы был йылғы планын бөтә күрһәткестәр буйынса ла үтәүгә өлгәште: 217 исемдәге китап нәшерләнде, барлығы 362 исемдә баҫма сығарылды.
Коллективҡа 19 йыл етәкселек иткән Нурислам Нуретдинов ҡаты ауырып, Мәскәүҙә дауаланған саҡта, 1990 йылдың 10 апрелендә нәшриәткә яңы директор һайланды.
Башҡортостан китап нәшриәтенең яңы һайланған директоры – күренекле шағир, тура һүҙле Аҫылғужа Баһуманов был вазифала ике йыл эшләне. 1992 йылда нәшриәт директоры итеп “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләгән яҙыусы Ғәлим Хисамов тәғәйенләнде. Нәшриәт тормошондағы яңы үҙгәрештәр тап уның исеме менән бәйле булды. 1992 йылдың 20 авгусында нәшриәт Левченко урамындағы 4а йортона күсте. 1992 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан китап нәшриәте бөтөрөлөп, уның нигеҙендә Башҡортостан “Китап” нәшриәте ойошторолдо.
1994 йылдың авгусында, Ғәлим Афзал улы матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры итеп күсерелгәс, быға тиклем баш мөхәррир вазифаһындағы шағир Рәмил Йәнбәков ди­ректорлыҡҡа тәғәйенләнде. Унан 1995 йыл­дың мартында баш мөхәррир булып эшләгән шағир Ҡәҙим Аралбаев нәшриәт директоры итеп үрләтелде. Әҙәбиәт үҫеше процестарын яҡшы белгән, кадрҙар менән эшләүҙә ҙур тәжрибәле Ҡәҙим Абдулғәлим улы нәш­риәттең эшен яйға һалыуҙа, китап сауҙаһын көйләүҙә ҙур ныҡышмалылыҡ күрһәтте.
Ҡәҙим Аралбаев Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары булып күскәс, 2002 йылдан алып 2005 йылдың уртаһынаса “Башҡортостан “Китап” нәшриәтенә Азамат Урманшин етәкселек итеп, маркетинг хеҙ­мәтен нығытыуға, китаптарҙы рекламалауға етди иғтибар бирҙе.


Ҡыйынлыҡтарҙың яҡшы яҡтары


XX быуат аҙағында – XXI быуат башында элек тыйылған авторҙарҙың әҫәрҙәре, бөтөнләй сығарылмаған дини баҫмалар донъя күрҙе. Революциянан һуң беренсе тапҡыр Өфөлә мосолмандарҙың изге китабы “Ҡөрьән” нәшерләнеп, 1991 йылда нәшриәт уны академик-шәрҡиәтсе Игнатий Крачковский тәржемәһендә русса сығарҙы. Фәнил Баишев, Нурмөхәмәт Сөйәрғолов һәм Дәүләт Мәһәҙиевтәрҙән торған ижади төркөм 1993 йылда Дан Кинельский тәржемәһендә “Ҡөрьән Кәрим”де диндәштәребеҙгә башҡортса еткерҙе.
Совет власы йылдарында репрес­сиялан­ған күренекле йәмәғәт эшмәкәр­ҙәренең тарихи-мемуар әҫәрҙәре уҡыусы­ларға юл алып, нәшриәттә донъяла киң билдәле күренекле ғалим-шәрҡиәтсе Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың “Хәтирәләр” китабы башҡорт һәм рус телдәрендә, “Башҡорт­тарҙың тарихы. Төрк һәм татар тарихы” китаптары башҡорт телендә донъя күрҙе. Уның арҡаҙашы, төркиәтсе, яҙыусы, башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре Абдулҡадир Инандың хеҙмәттәре беренсе тапҡыр яҡташтарына барып етте.
Совет осоро яҙыусыларының элек бик аҫтында булған әҫәрҙәре ташҡа баҫылды. Рәми Ғариповтың совет милли сәйәсәтен тән­ҡитләгән өсөн эҙәрлекләнгән күп шиғыр­ҙары һәм “1937 йыл” поэмаһы, 30-сы йыл­дарҙа милләтселектә ғәйепләнгән шағир Әбүстең (Сабит Суфияновтың) “Урал мөхәббәте” шиғырҙар йыйынтығы, Мөхә­мәтша Буранғоловтың “Таштуғай” һәм “Яралы бөркөт” йыйынтыҡтары, Ғәли Соҡорой, Сафуан Яҡшығолов һәм башҡаларҙың китаптары донъя күрҙе.
Оҙаҡ йылдар Башҡортостандың әҙәбиәт һәм мәҙәниәт, дәүләт һәм йәмәғәт эшмә­кәр­ҙәренең драматик һәм фажиғәле яҙмыш­тарын өйрәнгән шағир, публицист Ғәзим Шафиҡов “И совесть, и жертвы эпохи” тигән китабын сығарҙы. Авторҙың артабан “Китап”­та донъя күргән “Крючья под ребро”, “Дыхание жгучее истории” исемле китаптары ла дәһшәтле шәхес культы йылдарында ғә­йеп­һеҙ репрессияланған эшмәкәрҙәр тураһында.
Ошо уҡ йылдарҙа нәшриәттә китап-альбомдар сығарыуға башланғыс һалына. Республика йәмәғәтселегенә Шәйехзада Бабич, Зәйнәб Биишева, Фәриҙә Ҡудашева, Салауат Юлаев, Заһир Исмәғилев, Флүрә Килде­йәрованың китап-альбомдары хуш килә.
Совет власы йылдарында халыҡ батыры Салауат Юлаев тураһында ете исемдәге генә китап сыҡһа, нәшриәт ҡаһармандың 250 йыллыҡ юбилейына башҡорт, татар һәм рус телдәрендә 16 исемдәге китап, календарҙар, плакаттар, открыткалар комп­лекты, буклеттар, сувенир продукциялары баҫтыра.
Башҡортостан Республикаһының сәйәси, иҡтисади мөстәҡиллеге өсөн хәрәкәт көсәйеүе тарихсыларҙы Ватандың һәм тыуған төбәгебеҙҙең үткәнен яңыса фекерләп, байтаҡ ҡыҙыҡлы хеҙмәттәр яҙыуға рухландыра. Әнүәр Әсфәндиәров, Ирек Аҡманов, Дамир Вәлиев, Рим Янғужин һ. б. ғалимдарҙың хеҙмәттәре атайсал тарихын төрлө осорҙа һынландыра.
“Китап” нәшриәте ете томлыҡта сәйәси репрессия ҡорбандарының яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүгә үҙ өлөшөн индерҙе.

1986 йылдан башлап нәшриәттә иң популяр белешмә баҫма – республикабыҙҙың иҫтәлекле даталарын һәм ваҡиғаларын сағылдырған Башҡортостандың йыртма календары нәшерләнә. Бынан тыш, төрлө йылдарҙа “Балалар календары”, “Мәктәп календары”, “Ғаилә календары” донъя күрҙе. Башҡортостанда йәшәүселәрҙең һорауы буйынса 1990 йылдан алып “Мосолман календары” төҙөлә.
Иҡтисади һәм финанс ҡыйынлыҡтарына ҡарамаҫтан, яҡташ әҙиптәрҙең һайланма әҫәрҙәрен баҫыу дауам иттерелә: Ноғман Мусин, Ғайса Хөсәйенов, Булат Рафиҡов, Абдулхаҡ Игебаев, Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Ибраһим Абдуллиндың күп томлыҡ һайланма әҫәрҙәре уҡыусыларға барып етә.
90-сы йылдарҙа балалар һәм үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән китаптарҙың сифатын яҡшыртыу һәм һанын арттырыу өсөн нәшриәттә балалар әҙәбиәте секторы булдырылып, уны шағирә Динә Талхина етәкләне. Балалар өсөн яратҡан авторҙары Фәүзиә Рәхимғолова, Кәтибә Кинйәбулатова, Сафуан Әлибай, Гөлфиә Юнысова һәм башҡаларҙың хикәйәләр, повестар һәм шиғырҙар китаптары, Наил Ғәйетбаевтың “Сит планета ҡыҙы”, Фәниҙә Исхаҡованың “Кеше-күсермә” романдары донъя күрҙе.
1990–1996 йылдарҙа алты томлыҡ “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” коллектив хеҙмәтен сығарыу бойомға ашырылды.

Башҡортостан Республикаһы халыҡтары­ның милли-мәҙәни ихтыяждарын тулыраҡ ҡәнәғәтләндереү маҡсатында 1994 йылда “Китап” нәшриәтендә Башҡортостан Респуб­ликаһы халыҡтары әҙәбиәте секторы ойошторолдо.
Татар мәктәптәре уҡыусылары урындағы ерлектә төҙөлгән, башҡорт, татар һәм рус яҙыусыларының иң яҡшы әҫәрҙәре индерелгән дәреслектәр һәм әсбаптар алды.
Башҡортостан һәм Татарстан араһындағы мәҙәни хеҙмәттәшлек килешеүенә ярашлы, 1994 йылда башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен Татарстан китап нәшриәтендә татар, татар яҙыусыларының әҫәрҙәрен “Китап” нәшриәтендә башҡортса сығарыу юлға һалынды. Бындай хеҙмәттәшлек күрше республикалар араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға, башҡорт һәм татар халыҡтары әҙәбиәтен үҙ-ара байытыуға булышлыҡ итә.
Нәшриәттә республика мәктәптәре өсөн дәреслектәр сығарыу Халыҡ мәғарифы министрлығы заказы менән тормошҡа ашырыла. Был йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса программалар, дәрес­лектәр һәм әсбаптар тулыһынса яңыртылды.
“Китап” 1997 һәм 2001 йылдарҙа Мәскәүҙә уҙғарылған “Полиграфия, дизайн, реклама” күргәҙмәһенең лауреаты булды. Нәшриәттең продукцияһы 2003 йылда Германияның Франкфурт-на-Майне ҡалаһындағы йыл һайын үткәрелгән халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡатнашты.
1999 йылда нәшриәттең 80 йыллығына “Китап”: вехи и судьбы” тигән коллектив йы­йынтыҡ донъя күрҙе. Юбилейға ҡағылышлы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың өс томлы хәтирәләр йыйынтығын уҡығанда, нәшриәткә бәйле бер яҙма айырыуса тәьҫирләндергәйне.
2000 йылдың 10 мартында төнгө сәғәт икелә шағир көндәлегенә шуларҙы теркәй: “Ғинуар аҙағында Башҡорт академия драма театрының 80 йыллыҡ юбилейы хайран ҡа­лырлыҡ яңы бинала республиканың Прези­дентҡа тиклемге иң юғары етәкселеге ҡат­наш­лығында үткәйне, наградалар, фатир бирелгәйне. Уҙған йылдың аҙағында донъя­лағы берҙән-бер нәшриәтебеҙҙең (театры­быҙ, Аллаға шөкөр, берәү генә түгел) шулай уҡ 80 йыллыҡ байрамы филармонияның ҙур залында бик ихлас үтте, тик республикабыҙ етәкселегенән унда Президент та, премьер ҙа, хатта премьер урынбаҫары ла ҡатнашманы, юғары маҡтау – бүләкләүҙәр ҙә булманы”.


Яңы быуатта – алғы һыҙыҡта


Яңы быуатҡа Зәйнәб Биишева исемен­дәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте Рәсәй китап сығарыусылары ассоциацияһы әҙер­ләгән мәғлүмәттәр буйынса иң яҡшы йөҙ нәшриәт исемлегендә, ә милли нәшриәттәр араһында Рәсәй Федерацияһында алғы сафтарҙа бара. “Китап”та сығарылған баҫмалар Башҡортостанда нәшерләнгән китаптарҙың 90 процентҡа яҡынын тәшкил итә.
Нәшриәт – республиканың иң яҡшы ижади көстәрен йәлеп иткән һәм туплаған үҙенсә­лекле үҙәк, төбәктә иң күп авторҙар менән хеҙмәттәшлек иткән берҙән-бер нәшриәт.
Әҙәбиәт сығарыу буйынса тематик план йәмғиәтебеҙҙең китапҡа ихтыяжы менән билдәләнә. Был, бөтәһенән элек, Рәсәй Фе­дерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы хөкүмәттәре раҫлаған программаларға ярашлы мәктәптәр өсөн дәреслектәр һәм методик ҡулланмалар сығарыу. Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү дәүләт программаһын үтәүгә етди иғтибар бирелә.
Нәшриәт Рәсәй һәм Башҡортостандың бөйөк мәҙәниәт эшмәкәрҙәре тормошо һәм ижады хаҡында бик күп төҫлө фотоальбомдар сығарҙы. Халыҡ батыры Салауат Юлаевҡа арналған альбом-антология Мәскәүҙәге “Пресса-2006” халыҡ-ара күргәҙмәлә диплом яуланы. Ҡурайсы, йырсы, актер Ишмулла Дилмөхәмәтов, йырсылар Абдулла Солтанов, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Ғәзиз Әлмөхәмәтов һ.б. хаҡындағы китап­тарҙы уҡыусылар яратып ҡабул итте, сәнғәт һөйөүселәр өсөн Сергей Си­ненконың “Рудольф Нуриев: истоки творчества, превратности судьбы” китабы ҙур бүләк булды.
“Китап” – һәр ваҡыт республиканың ижти­ма­ғи-сәйәси тормошо ваҡиғалары урта­һында. Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуына 450 йыл тулыу байрамына 50-нән ашыу исемдә китап сығарыла.
Нәшриәт яңылыҡтарының береһе – “Халыҡ китабы” серияһында баҫмалар сығарыуҙың маҡсаты – халыҡҡа юғары художестволы, тәрбиәгә эйә уҡымлы китаптарҙы еткереү. Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы, Зәйнәб Биишеваның “Оло Эйек буйында” романы – бындай китаптарҙың тәүгеләре.
Китап – бөтәһенән элек, белем сығанағы. “Китап” нәшриәте йыл һайын мәктәптәр өсөн бик күп китап һәм уҡыу әсбаптары, уҡытыусылар өсөн методик әҙәбиәт сығара.
“Ҡырҙағы иген – ашлыҡ түгел, ә амбарҙағы иген ашлыҡ”, ти халыҡ. Уҡыусыға рухи аҙыҡ биргән, туҙып бөткәнсе уҡылған китап – иң шәп китап. Шуға нәшриәт һәйбәт, йөкмәткеле китаптар сығарып ҡына ҡалмай, уларҙы рекламалау, һатыу менән дә әүҙем шөғөлләнә.
2007 йылдың йәйендә баш ҡалабыҙҙа шатлыҡлы ваҡиға булды: Октябрь проспекты башында “Китап” нәшриәтенең “Башҡорт ки­табы йорто” тигән матур исемле китап ма­газины асылды. Хәҙер бында өфөләр генә түгел, баш ҡала ҡунаҡтары, респуб­ли­кабыҙҙа йәшәүселәр ҙур теләк менән йөрөй, үҙҙәренә оҡшаған китаптарҙы һатып ала.
Яңы быуаттың тәүге тиҫтәһендә нәшриәт­тә төп көстө тәжрибәле белгестәр – ҡырҡа үҙгәреүсән шарттарҙа һыналған, вазифаһын көн үтһенгә түгел, эше эш булһынға атҡарған, “Китап”ҡа һәм китапҡа тоғро ҡалып, намыҫ бойорғанса хеҙмәт һалған нәширҙәр тәшкил итте. Шуларҙан 2011 йылда үҙем менән бергә хаҡлы ялға күскән, оҙайлы фиҙакәр хеҙмәте өсөн Рәсәйҙең һәм Башҡортос­тандың маҡтаулы исемдәренә, ҙур бүләк­тәргә лайыҡ булған тиңдәштәрем – нәшриәт­тең баш мөхәррире Ғәлиә Ғәлимова, дәреслектәр редакцияһы мөдире Сәйҙә Рәхимова, шул редакция мөхәррире Гөлсирә Хужәхмәтова, айырым төр баҫмалар мөхәррире Людмила Хәйерова, техник мөхәррирҙәр бүлеге етәксеһе Зәйтүнә Сыңғыҙова менән уның урынбаҫары Надия Пятаева, Башҡортостан Гербы авторы, рәссам Фазлетдин Ислахов­тарҙың (урыны – йәннәттә, рухы шат булһын!) мәртәбәле, ғәзиз исем-шәрифтәре, моғайын, колле­галарыбыҙға ғына түгел, бар китап һөйөүселәргә берҙәй ҡәҙерлелер.
Ошо осорҙағы байтаҡ ыңғай үҙгәрештәр – “Китап” нәшриәтенә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның исеме бирелеү, Өфөлә китап магазины асылыу, республиканың башҡа ҡалаларында һәм райондарында китап сауҙаһы яҡшырыу коллективты 2005–2011 йылдарҙа етәкләгән Зөфәр Тимербулатов исеменә бәйле. Был йылдарҙа нәшриәт етештереү күләмдәрен ышаныслы арттыра барып, 90 йыллығын ҡаршылаған осорҙа тематик планда ҡарал­ған бөтә китаптарҙы ла сығарыуға өлгәште.
Нәшриәттең тарихын байҡаған, уның энциклопедияһы тип нарыҡланған “Китап: рухиәт шәжәрәһе” баҫмаһы менән үҙ эшенә ғашиҡ, маһир хеҙмәттәштәремә арналған, улар тураһындағы йылы, ихлас яҙмаларҙы туплаған “Нәширҙәр” йыйынтығым донъя күрҙе.


Киләсәкте аса китап


Әҙер китаптарҙы уҡыусыларға еткереүҙә маркетинг бүлегенең үҙ вазифаларын һөйөп башҡарған, ғәжәйеп тә үҙенсәлекле тауар – китап менән һатып алыусы араһында аралашсы булыуҙарын яҡшы төшөнгән хеҙмәт­кәрҙәре тырышлыҡ һала. Бүлек етәксеһе Гүзәлиә Мөхтәруллина “Башҡорт китап йорто”нда – төп магазинда төрлө әҙәби осрашыуҙар, “Автограф көнө” уҙғарыуҙы ла, бындағы кәштәләрҙең яңы баҫмалар менән тулыланыуын да даими ҡайғырта. Китаптар республикабыҙҙың, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә алып барып, күсмә-күргәҙмә йәрминкәләрҙә лә тәҡдим ителә. “Китап”тың интернет-магазинынан электрон китаптарҙы туранан-тура һатып, ҡәҙимгеләрен һоратып алдырырға була.
Башҡортостандың мәғариф отличнигы, нәшриәттә 20 йылдан ашыу хеҙмәт иткән Гөлсәсәк Раянова етәкселегендә дәрес­лектәр (уҡыу-педагогика) редакцияһындағы мөхәррирҙәр тарафынан әҙерләнә мәктәптәр өсөн дәреслектәр, уҡыу ҡулланмалары, төрлө әсбаптар.
Нәшриәттең нәфис әҙәбиәт редакция­һының эшенә етәкселекте Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фирҙәүес Ноғоманова атҡара. Ул нәшриәттә өс тиҫтә йылдан ашыу эшләү дәүерендә нескә әҙәби зауыҡ, әҫәрҙәрҙе тойомлай белеүе, авторҙарға, хеҙмәт­тәштәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыуы менән айырылып тора.

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы билдәләнгән, Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителгән 2015 йылда ғына ла нәшриәт Еңеүгә бағышланған утыҙ­ҙан ашыу исемдәге китап менән ҡыуандырҙы.
“Бала ҡулында китап булырға тейеш!” – тип йөрәкһенгән күренекле шағирә, талантлы тәржемәсе Әлфиә Әсәҙуллина хәстәрлегендә балалар әҙәбиәте редакцияһында үҫеп килгән быуынға йыл һайын 25-ләп исемдәге сағыу биҙәлешле, тәрбиәүи әһәмиәтле, тәрән йөкмәткеле китаптар тәҡдим ителә.
Республиканың 100 йыллығына редакцияла сәнғәт әҫәре һаналырлыҡ китаптар – яҡшы эшләнешле “Урал батыр” әкиәте, Айҙар Хөсәйенов сәсмәүергә күсергән “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосы, башҡорт, рус, инглиз телдәрендә “Әкиәт иленә сәйәхәт” тип аталған башҡорт халыҡ әкиәттәре, “Әкиәт яланында” йыйынтығында Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың әкиәттәре тәҡдим ителде.
Башҡортостандың мәғариф отличнигы, матбуғат өлкәһендә 20 йылдан ашыу һөнәри тәжрибә туплаған зыялы, күркәм холоҡло Эльвира Хәйретдинова етәкләгән бүлек, моғайын, юҡҡа ғына айырым төр баҫмалар бүлеге тип аталмайҙыр. Бындағы һәр нәшерләнгән баҫма – сәйәси-ижтимағи, ғилми, белешмә, дини әҙәбиәт, календарҙар – һәр береһе ҡабатланмаҫ, хатта үҙ йүнәлешендә йыш ҡына берҙән-бер баҫма булараҡ донъяға сыға. Бүлектә сыҡҡан күп китаптар халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк дәрәжәле бәйгеләрендә лайыҡлы ҡатнаша, бүләктәр яулай. Шүлгәнташ мәмерйәһе һүрәттәре тураһындағы (рус, инглиз телдәрендә) һәм “Урал батыр” (башҡорт, рус, инглиз, француз телдәрендә) китаптары Парижға уҡ барып етеп, ЮНЕСКО штаб-фатирында “Башҡортостан – Рәсәй ынйыһы” презентацияһында ҡатнашты.
Азат Ярмуллиндың Башҡортостан Республикаһының шишмә башы хаҡында мәғлүмәттәр тупланмаһы, Өфө тарихына бағышланған, архитектура биҙәү һәм ағастан төҙөү сәнғәтен сағылдырған китаптар Рәсәй китап нәширҙәре ассоциацияһының “Иң шәп китаптар-2017” бәйгеһендә “50 иң яҡшы төбәк баҫмаһы” исемлегенә инде.
Шуныһы ла бар: һәр ерҙәге кеүек, “Китап”тың уңыштары күп дәрәжәлә уның етәкселәренең һәләтенә һәм тырышлығына бәйле. 2012 йылдан алып нәшриәтте тәжрибәле полиграфсы, нәшир, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Илһам Йәндәүләтов етәкләй.
Сығарыласаҡ йыллыҡ баҫмалар теҙмәһен раҫлау, уларҙың йөкмәткеһен билдәләү, ҡулъяҙмаларҙы баҫтырыуға сифатлы әҙерләү мәшәҡәттәренең уртаһында нәшриәттә оҙайлы хеҙмәте менән танылған белгестәр, эште энәһенән-ебенәсә белгән Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре, баш мөхәррир Зөлфиә Ҡарабаева менән уның урынбаҫары Олия Ғиләжетдинова ҡайнай. Берҙәм ты­рышлыҡ һөҙөмтәһендә нәшриәттә һоҡланғыс баҫмалар донъя күрә, улар Башҡортос­тандың вәкәләтле илсеһе, рухи танытмаһы булып Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә, Ер шарының барлыҡ ҡитғаларына тарала.
1919–2019 йылдарҙы эсенә алған, шатлыҡлы ваҡиғаларға бай, шул уҡ ваҡытта етди тетрәнеүҙәр менән тулы “Китап” быуаты тарихҡа күсә. Алда – Яңы быуат, унда мәғри­фәт нуры һибеп, ил-йортҡа, ватандаш­тарыбыҙға яҡты киләсәк юрап, нәшриәттең яңы китаптары өр-яңы биттәрен аса.
Читайте нас