Туҙға яҙылған, ташҡа баҫылған.
Китап – кеше аҡылы тыуҙырған оло мөғжизәләрҙең береһе, уның зиһен эшмәкәрлегенең тажы. Ерҙә йәшәгән халыҡтарҙың бар тәжрибәһе, бай ғилеме, самими хис-тойғоһо быуаттар дауамында уларҙа теркәлгән. Шәп, йөкмәткеле китап һәр ваҡыт кешелектең юғары хыял-ниәттәренә, мәҙәни һәм рухи ихтыяждарына хеҙмәт итә.
Борон яҙмаларҙы ташҡа уялар, унан ҡайын туҙына яҙалар. Туҙға яҙылған – тимәк, мәғәнәле, әһәмиәтле, “туҙға яҙмағанды һөйләү” тигән әйтем буш хәбәр ҡуйыртыуға ҡарата әле лә әйтелә.
Китаптарҙа – кеше яҙмыштары, кешеләрҙә – китап яҙмыштары, тиҙәр. Ысынлап та, оҡшашлыҡ бихисап. Китаптарҙың да, кешеләрҙең дә үҙ ғүмере – йәшәү оҙонлоғо, үҙ тәҡдире була. Китаптар ҙа, кешеләрҙәй, ҡайһы берҙә йәберләнеүгә, эҙәрлекләүгә дусар ителә – ҡырҡыла, тураҡлана, яндырыла, юҡҡа сығарыла...
Быйыл үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән “Китап” нәшриәте яҙмышында тотош быуат буйы бында нәшерләнгән китаптарҙың, ошонда хеҙмәт һалған фиҙакәр хеҙмәткәрҙәрҙең яҙмыштары тығыҙ уҡмашып, бер йомғаҡҡа сырмалған. Миңә лә дүрт тиҫтә йыл тиерлек ошо изге тылсым йортонда эшләү бәхете насип булды.
“Китап” Стәрлетамаҡта тыуған
XIX быуат аҙағында, айырыуса XX быуат башында Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда китап эше шаҡтай үҫешә. Әммә Беренсе донъя һуғышының емергес эҙемтәләре нәшерләүҙе ныҡ кәметә. 1917 йылда илде Февраль һәм Октябрь революциялары тетрәндерә, унан Рәсәйҙе Граждандар һуғышы ялҡыны солғап ала.
Башҡортостан хөкүмәте 1917 йылда уҡ дәүләт ҡарамағына күскән баҫмаханаларҙа үҙенең ағымдағы материалдарын, листовкаларын, саҡырыуҙарын донъяға сығарыуҙы юлға һала. Улар рус телендә, ғәрәп шрифтын файҙаланып, төркисә лә сығарыла.
1919 йылдың 14 сентябрендә Стәрлетамаҡта автономияның төп баҫмаһы – “Башҡортостан хәбәрҙәре” гәзите донъя күрә башлай. Бер үк ваҡытта тиерлек, ошо уҡ йылдың 21 сентябрендә, Петербургта Башҡорт кавалерия дивизияһының сәйәси бүлегендә “Салауат” гәзите баҫыла.
Әйткәндәй, 2009 йылғаса “Китап” нәшриәтенең юбилейҙары ноябрҙә билдәләнде. Нәшриәт тарихы 1919 йылдың 8 – 11 ноябрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән РКП(б)-ның I Бөтә Башҡортостан конференцияһынан башлана тип иҫәпләнелде. Тарихсыларҙың һуңғы тикшеренеү эштәре йомғаҡтары буйынса, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең тыуған көнө тип 1919 йылдың 16 октябре һанала башланы. Тап ошо көндә Башревком Президиумы, йәғни Башҡортостандың юғары хакимиәте тарихи ҡарар ҡабул итә: “Үҙаллы Центропечать органы ойошторорға, уға бөтә наркоматтарҙың нәшер эшен тапшырырға”. Был ҡарарҙы үтәү “Башҡортостан хәбәрҙәре” – әлеге “Башҡортостан” гәзитенең редакция коллегияһы секретары Исхаҡ Рәхмәтуллинға йөкмәтелә.
25 апрелдә Башвоенревком Президиумы ҡарары менән Дәүләт нәшриәтенең редакция коллегияһы төҙөлә, коллегия рәйесе һәм Дәүләт нәшриәте мөдире итеп юғарыла телгә алынған Исхаҡ Рәхмәтуллин раҫлана.
Өфөлә Граждандар һуғышының иң аяуһыҙ алыштары үтә. Ҡала баҫмаханалары, тотош хужалыҡ кеүек үк, ныҡ зыян күрә, уларҙың бер өлөшө тулыһынса емерелә. Имен ҡалғандарында иһә буяуҙар, цинк, ҡағыҙ, яғыулыҡ етешмәй. Күп кенә хеҙмәткәр Граждандар һуғышына йәлеп ителә һәм алыштарҙа башын һала.
1922 йылдың 23 октябрендә Дәүләт нәшриәте (Стәрлетамаҡ) һәм Дәүләт нәшриәтенең губерна бүлексәһе (Өфө) нигеҙендә “Башкнига” китап сығарыу һәм сауҙа пай ширҡәте булдырыла.
Киләһе 1923 йылда республикала 28 700 дана тираж менән 265 исемдәге китап сығарыла. Продукцияның яртыһынан күбеһен рәсми һәм белешмә әҙәбиәт – отчеттар, күрһәтмәләр һәм ҡарарҙар йыйынтыҡтары, уставтар һ. б. тәшкил итә. Икенсе урында – фәнни һәм фәнни-популяр әҙәбиәт, өсөнсөлә – агитация, дүртенселә – дәреслектәр.
Башҡа нәшриәттәрҙән айырмалы рәүештә, “Башкнига” тәүге көндәрҙән үк үҙенең эшмәкәрлеген киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнгән китаптар сығарыуға йүнәлтә. 1922 йылдан алып 1926 йылғаса уның директоры һәм бер үк ваҡытта баш мөхәррире күренекле дәүләт эшмәкәре, яҙыусы Булат Ишемғол була. 20-се йылдарҙа ширҡәткә Башҡортостандың иң яҡшы әҙәби көстәре берләшә. Мәжит Ғафури, Дауыт Юлтый, Афзал Таһиров, Имай Насыри, Төхвәт Йәнәби, Ғабдулла Амантай, Сәйфи Ҡудаш, Ғариф Ғүмәр һәм башҡалар уңышлы эшләй, китаптарын баҫтыра. 20-се йылдарҙың уртаһынан башҡорт әҙәбиәтенә яңы көстәр килә: Ғәйнан Хәйри, Али Карнай, Сәғит Агиш, Батыр Вәлид нәшриәттә беренсе китаптарын сығара.
Әҙәбиәт тотош алғанда дәүерҙең тынғыһыҙ рухын бирә, халыҡ тормошондағы бөйөк һынылышты сағылдыра, иҫке донъяның емерелеүен, яңыһының тыуыуын күрһәтә.
30-сы йылдарҙың уртаһында республикала уҡытыу 12 телдә алып барыла. “Башкнига”ла туған телдә дәреслектәр нәшер итеү киң йәйелдерелә. 1927 йылдың сентябренә башҡорт телендә 12 китап, шул иҫәптән “Әлифба”, “Башҡорттар тарихы”, “Башҡорт теленең грамматикаһы һәм синтаксисы”, алты өлөштән торған “Математика”, “Башҡортостан географияһы”, “Европа һәм башҡа илдәрҙең географияһы” нәшер ителә.
1922 – 1926 йылдарҙа нәшриәт 836 мең 917 баҫма табаҡ күләмдә китаптар сығара. Шуларҙан 190 исемдәгеһе – башҡорт, 10-ы – рус, 32-һе татар телдәрендә була. Шулай итеп, нәшриәт ойошторолоуының тәүге йылдарынан уҡ күп милләтле республика халыҡтарының ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә юҫыҡлана.
1928 йылдың 28 ноябрендә Башҡортостан Совнаркомы ҡарары менән “Башкнига” китап сығарыу һәм сауҙа ширҡәте “Башгиз” дәүләт нәшриәте итеп үҙгәртелә, ошо ваҡыттан алып республикала китап сығарыу эше дәүләт тәьминәтенә күсә.
1933 йылда Башҡортостанда яңы ике нәшриәт булдырыла. “Башпартиздат” марксизм-ленинизм классиктарының әҫәрҙәрен, беренсе сиратта В.И. Лениндың хеҙмәттәрен, башҡорт телендә нәшер итеүҙе киңәйтеү маҡсатында ойошторола. “Юнгиз” нәшриәте балалар һәм үҫмерҙәр нәфис әҙәбиәтен сығарыуҙы яҡшыртыу өсөн булдырыла. Был нәшриәттәр оҙаҡ эшләмәй, тиҙҙән улар “Башгиз”ға тапшырыла.
30-сы йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәте директоры, баш мөхәррир вазифаһын Булат Ишемғол башҡара. Нәшриәттә Һиҙиәтулла Әсәҙуллин (һуңынан “Пионер”, “Һәнәк” журналдарының баш мөхәррире), Мәхмүт Хафизов, Ғата Алмаев, Лотфи Ғәҙилов кеүек күренекле журналистар, буласаҡ халыҡ шағирҙары Рәшит Ниғмәти, Сәйфи Ҡудаш, яҙыусылар Ғариф Ғүмәр, Али Карнай, Әкрәм Вәли эшләй.
Башҡорт әҙәбиәте был осорҙа ныҡ үҫешә. Тап бына ошо йылдарҙа Рәшит Ниғмәти, Сәғит Агиш, Али Карнай, Баязит Бикбай кеүек ҡәләм оҫталарының ижады сәскә ата. Йәш таланттар Кирәй Мәргән, Әкрәм Вәли, Хәниф Кәрим, Мәҡсүт Сөндөклө, Ғәйнан Әмири, Ҡадир Даян, Мәлих Харис, Һәҙиә Дәүләтшина, Мостай Кәримдәрҙең исеме республикала киң билдәлелек яулай.
Был осорҙа Башҡортостанда йәшәгән башҡа милләт яҙыусылары ла китаптарын сығара. Рус яҙыусылары Иван Недолин, Матвей Нагаев һәм башҡаларҙың йыйынтыҡтарын уҡыусылар яратып ҡабул итә. 1934 йылда нәшриәт рус әҙәбиәтселәре әҫәрҙәренән күләмле альманах сығара. Мари һәм сыуаш телдәрендә шиғыр һәм хикәйә йыйынтыҡтары баҫыла.
Ләкин күп кенә алдынғы башҡорт яҙыусылары өсөн бындай күтәренке ижад оҙаҡҡа бармай. 1937–1938 йылдарҙа башҡорт әҙәбиәтенең төп көстәре шәхес культы ҡорбаны була. Улар араһында – Башҡортостан китап нәшриәтенең элекке етәкселәре Ғабдулла Амантай, Булат Ишемғол, Ғөбәй Дәүләтшин, Һәҙиә Дәүләтшина, Афзал Таһиров, Имай Насыри, Дауыт Юлтый, Төхвәт Йәнәби.
Өфө ҡалаһында 1938 йылдың 10 – 15 июлендә бер ғәйепһеҙ йөҙгә яҡын кеше, шулар араһында нәшриәт директоры Кәрим Ғүмәров, әҙәбиәт секторы мөдире Мөхтәр Байымов атып үлтерелә. Нәшриәт үҙенең иң яҡшы авторҙарын һәм кадрҙарын юғалта. Юғарыла һанап кителгән яҙыусыларҙан Һәҙиә Дәүләтшина ғына иҫән ҡала.
30-сы йылдар аҙағында Башҡортостанда башҡорт яҙмаһын рус графикаһына күсереү башлана. Шулай итеп, тиҫтә йыл ярымдан аҙ ваҡытта башҡорт яҙмаһы ике тапҡыр графикаһын үҙгәртә, был күпселек халыҡҡа боронғо яҙмаларға мөрәжәғәт итеүҙе ҡыйынлаштыра. Уҙған йылдар мәҙәниәтенең тотош ҡатламы онотолоуға дусар ителә, ғәрәп һәм латин графикаһын биш бармағы кеүек белгән кешеләр “грамотаһыҙға” әйләнә.
“Мин киттем бөйөк Ватанды
Яу ҡырында батырҙарса һәләк булған шағир Бәҙрүш Моҡамайҙың был һүҙҙәре һуғыш йылдарында меңдәрсә яугирҙең тел осонда була. Фашист Германияһы илебеҙгә яуыздарса баҫып ингәс, һуғыштың тәүге көндәренән үк нәшриәт хеҙмәткәрҙәренең күбеһе Ватанды һаҡлаусылар сафына баҫа. Ш.З. Әлмисаҡов, А.К. Әминев, В.Б. Бикмөхәмәтов, А.Х. Вәлиуллин, Ш.Ш. Моратшин, Ч.Х. Чанов яу ҡырында һәләк була.
Һуғыш йылдары шиғриәтендә совет кешеләренең уйҙары һәм өмөттәре сағылыш таба, мөхәббәт һәм дуҫлыҡҡа, ҡаһарманлыҡ һәм ҡыйыулыҡҡа бына шулай дан йырлана. 1942 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә “Фронт һәм тыл” серияһында ғына ла 165 мең дана дөйөм тираж менән 39 исемдәге китап нәшер ителә.
Дәһшәтле йылдарҙа һалдаттарыбыҙҙың фронттағы ҡаһарманлыҡтары, тылдағы батырлыҡтар хаҡында Кирәй Мәргәндең “Башҡорттар” һәм “Егеттәр”, “Һуғыш фольклоры”, Баязит Бикбайҙың “Самолет алған Хәбирйән” һ. б. кеүек байтаҡ очерк йыйынтыҡтары донъя күрә нәшриәттә.
1941 йылда Степан Злобиндың “Салауат Юлаев” романының яңынан эшләнгән баҫмаһы – башҡорт халҡының легендар батырының тормош һәм яу юлын ярайһы тулы, дөрөҫ сағылдырған беренсе китап нәшерләнә. Иғтибарға лайыҡ миҫал: Александр Фадеевтың 1944 йылда Мәскәүҙә сыҡҡан “Йәш гвардия” романын башҡорт уҡыусыһы киләһе йылда уҡ туған телендә уҡый.
Хеҙмәткәрҙәрҙең фронтҡа китеүе арҡаһында һуғыш йылдарында нәшриәттә штат ныҡ ҡыҫҡара, йәнә, Сафый Ҡыуатов билдәләүенсә, “нәшриәт һәм типография яҡшы йыһазландырылған биналарынан мәхрүм ителә”. Шулай ҙа, ҙур ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, нәшриәт коллективы ныҡышмалы һәм берҙәм эшләй. Ауыр һуғыш осоронда, кешеләр асыҡҡан, икмәк етешмәгән 1941–1945 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәте 6 миллион 867 мең дана тираж менән 1171 исемдәге китап, брошюра һәм башҡа әҙәбиәт, йылына уртаса 234–235 исемдәге баҫма сығара. Был баҫмалар биҙәлеше, тышҡы йөҙө менән күп йәһәттән ҡырыҫ осорҙо хәтерләтә, буяуҙы насар һеңдергән тупаҫ, һоро ҡағыҙҙа баҫыла.
Һуғыштан тыуған Башҡортостанына яҙыусылар, Башҡортостан китап нәшриәте хеҙмәткәрҙәре Ғабдулла Байбурин (1958–1975 йылдарҙа нәфис әҙәбиәт бүлеге мөдире, баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй), Әкрәм Вәли (1934 – 1941, 1945 – 1948 йылдарҙа нәшриәт мөхәррире), Ҡадир Даян (1933 – 1935 йылдарҙа нәшриәт мөхәррире), Нәжиб Иҙелбай (1937 – 1938 йылдарҙа нәшриәт мөхәррире һәм тәржемәсеһе), Сәләх Кулибай (1932 – 1933 йылдарҙа мөхәррир, һуғыштан һуң редакция мөдире), Ғәйнан Әмири (1946 – 1947 йылдарҙа сектор мөдире) ҡайта.
Ул йылдарҙа китап сығарыу, Советтар Союзының бөтә халыҡ хужалығындағы кеүек үк, биш йыллыҡ пландар буйынса алып барыла. Элекке һымаҡ уҡ, марксизм-ленинизм классиктары әҫәрҙәрен тәржемәләүгә һәм нәшер итеүгә ҙур иғтибар бүленә. КПСС Өлкә комитеты ҡарамағында марксизм-ленинизм классиктары әҫәрҙәрен нәшер итеү буйынса редакция комиссияһы эшләй. Оҙаҡ ваҡыттар комиссия рәйесе Таһир Ахунйәнов була, тәржемәселәр һәм рецензенттар төркөмөнә билдәле журналистар Ҡасим Аҙнабаев, Ғата Алмаев, Лотфи Ғәҙилов, Ғиндулла һәм Ғариф Ғөзәйеровтар, Рәғнә Енгалычева, Рамаҙан Ҡотошов һәм башҡалар инә.
Республика йәмәғәтселеге тарихи тематикалы китаптарҙы ҡулға ала. Әлбиттә, совет халҡының һуғыш йылдарындағы батырлығына дан йырлаған хәрби йөкмәткеле китаптарға етди иғтибар бүленә. Яҡташтарыбыҙҙың фронтта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары тураһындағы китаптарҙы әҙерләүгә хәрби журналист, яҙыусы Анатолий Ерошин, журналист Һөйөндөк Сәйетов алына. Һуғыш ветераны, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, хәрби миҙалдар кавалеры, яҙыусы Хәким Ғиләжев етәкселегендә абруйлы авторҙар коллективы һәм мөхәрририәт туплана.
Республикабыҙҙың хеҙмәт уңыштары, иң яҡшы коллективтар, алдынғылар, хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыу һәм үҫтереү буйынса эшселәр һәм колхозсыларҙың фиҙакәр хеҙмәте тураһында һөйләгән күмәк йыйынтыҡтар баҫыу нәшриәттә йолаға әйләнә. Башҡортостанда нефть сығарыу һәм эшкәртеү, нефть химияһының йылдам үҫешенә бәйле техник әҙәбиәт сығарыу әүҙемләшә. Китаптарҙың күбеһе үҙ ваҡытында төрлө конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә, шул иҫәптән Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша, призлы урындар ала.
Башҡортостан китап нәшриәте сығарған баҫмаларҙа Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Хәким Ғиләжев, Ибраһим Абдуллин, Ғилемдар Рамаҙанов, Яҡуп Ҡолмой, Нәжиб Асанбаев һ.б. яҙыусылар үҙҙәрен тыныс ижади хеҙмәттә яңы бейеклектәр яуларға һәләтле, өлгөргән әҙиптәр итеп күрһәтә. Хәниф Кәримдең “Яҡты йондоҙ”, Мәҡсүт Сөндөклөнөң “Макар Мазай”, Мостай Кәримдең “Ҡара һыуҙар” эпик поэмалары, шиғырҙар, хикәйәләр, очерктар йыйынтыҡтарында халыҡтар туғанлығына, азат итеүсе яугирҙәрҙең батырлығына дан йырлана.
Ул осорҙа нәшриәттең тематик пландарында сәнәғәт, айырыуса нефть сәнәғәтенең йылдам үҫеше, алдынғы хеҙмәткәрҙәр тураһында әҫәрҙәр – мәҫәлән, Кирәй Мәргәндең “Нарыштау итәгендә”, Әнүәр Бикчәнтәевтең “Ҡарасәй юлы” романдары төп урында була. Очерк жанры популярлаша, Әкрәм Вәлиҙең “Май ямғыры”, “Гөлйемеш сәскәһе”, Әнүәр Бикчәнтәевтең “Ожмах вәғәҙә итмәйем”, Ноғман Мусиндың “Өҙәрем юл кешеләре” кеүек әҫәрҙәре ижад ителә. 30-сы йылдарҙың уртаһында үҫеше тотҡарланған роман жанры тергеҙелә, Сәғит Агиштың ер кешеһенең драматик яҙмышы хаҡындағы “Нигеҙ”, Баязит Бикбайҙың коллективлаштырыу йылдарындағы башҡорт йәштәре хаҡындағы “Аҡселән ташҡанда”, Әкрәм Вәлиҙең революциянан һуңғы башҡорт зыялыларының тәүге быуыны хаҡындағы “Беренсе аҙымдар” романдары һуғыштан һуңғы осорҙағы етди ҡаҙаныштар тураһында һөйләй.
Һәҙиә Дәүләтшинаның 1957 йылда сыҡҡан тарихи-революцион эпик “Ырғыҙ” романы бөтә Союзда танылыу яулай. 1959 йылда нәшриәттә Зәйнәб Биишеваның авторға шунда уҡ хаҡлы танылыу килтергән “Кәмһетелгәндәр” романы баҫыла. Һуңынан дауамы – “Уяныу” һәм “Яҡтыға” тигән икенсе-өсөнсө китаптар яҙыла.
1968 йылда Зәйнәб Биишева трилогияһы өсөн Салауат Юлаев исемендәге республика премияһына лайыҡ була. 2007 йылда республика Президенты Указы менән Башҡортостан “Китап” нәшриәтенә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның исеме бирелде.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыу менән, Башҡортостан китап нәшриәте республика яҙыусыларының күп томлы әҫәрҙәр йыйынтыҡтарын һәм һайланма әҫәрҙәрен даими сығарыуға тотона. Балалар китаптарын сығарыуҙа һиҙелерлек уңыштарға өлгәшелә.
Башҡортостан китапханалары рус һәм донъя классикаһының билдәле әҫәрҙәре, шулай уҡ хәҙерге заман рус, милли һәм сит ил һүҙ оҫталарының иң яҡшы романдары, повестары, шиғырҙары тәржемәләре менән байытыла.
Китап нәшриәтендә СССР халыҡтарының – 32, донъя халыҡтарының 25 теленән тәржемә ителгән әҙәби әҫәрҙәр баҫыла. Ә башҡорт авторҙарының китаптары иһә СССР халыҡтарының 23 телендә (хәҙер улар – яҡын сит илдәр), 19 сит ил телендә, шул иҫәптән поляк, болгар, немец, инглиз һәм башҡа телдәрҙә нәшерләнә.
Быға тиклем БАССР Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында булған Башҡортостан китап нәшриәте 1963 йылда Нәшриәт эштәре, полиграфия һәм китап сауҙаһы идаралығы ҡарамағына күсерелә (етәксеһе Тимер Шәймөхәмәт улы Саяпов). Баҫма продукция сығарыу буйынса китап нәшриәтенең даими партнеры – “Октябрьский натиск” типографияһы Өфө полиграфия комбинаты итеп үҙгәртелә.
1969 йылда 50 йыллығын билдәләргә йыйынған Башҡортостан китап нәшриәтенә 30-сы йылдарҙан алып төрлө ваҡытта Ғиндулла Ғөзәйеров, Хәбиб Мамлиев, Фәйзи Шаяпов, Ғәйнислам Ғәлиев, Ислам Миңлеғәлиев, Сафый Ҡыуатов етәкселек итә. Был осорҙа Әхмәт Ҡотошов, Жәлил Кейекбаев, Шакир Насиров, Ғәли Ишбулатов, Хәбир Фәритов баш мөхәррир була. Улар араһынан Сафый Ҡыуатов – нәшриәт директоры, Ғәли Ишбулатов һәм Хәбир Фәритов баш мөхәррир булып оҙайлы хеҙмәт күрһәтә.
Сафый Ҡыуатов нәшриәттә хеҙмәт эшмәкәрлеген баш мөхәррир вазифаһында 1955 йылда башлай. 1963 йылда, Нәшриәт эштәре, полиграфия һәм китап сауҙаһы буйынса идаралыҡ ойошторолғанда, ә нәшриәт исемен үҙгәрткәндә, Сафый Солтанморат улы директор вазифаһына үрләтелеп, һигеҙ йыл эшләй. Иң мөһиме, ысын хужа булараҡ, ул “йорт” тураһында хәстәрлек күрә. Уның тырышлығы арҡаһында китап сығарыусыларҙың эш шарттары яҡшыра: 60-сы йылдар башында Башҡортостан китап нәшриәте Өфө үҙәгендәге Сәнәғәт йортона урынлаша. Баш ҡалала торлаҡһыҙ интеккән күп кенә хеҙмәткәрҙәр, Сафый Ҡыуатовтың тырышлығы арҡаһында, яңы уңайлы фатирҙарға күсә.
1931–1934 һәм 1947–1951 йылдарҙа нәшриәттә Зәйнәб Биишева эшләй, башта уҡыу-фәнни әҙәбиәт мөхәррире була, һуңынан балалар әҙәбиәте секторын етәкләй.
1957–1958 йылдарҙа нәфис һәм балалар әҙәбиәте редакцияһы мөхәррире булып эшләгән Башҡортостандың буласаҡ халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың хәтирәләре был осорҙағы хеҙмәт шарттарын күҙ алдына баҫтыра: “Эш еңелдән булмаһа ла, ҡыҙыҡлы буласаҡ, сөнки үҙеңә үҙең хужа! Бер кем дә һине тартҡыламай, бер кем дә һиңә ҡысҡырмай, үҙ алдыңа эшләйһең һәм бөтәһенә лә үҙең яуап бирәһең...
...Өс көн, өс төн Рабиндранат Тагор хикәйәләренең корректураһы өҫтөндә ултырҙым. Ә хикәйәләр иҫ киткес! Был минең тәү башлап Һиндостанды асыуым!
...Эш хаҡы бирҙеләр. “Совет Башҡортостаны”ндағы кеүек сират юҡ бында. Хатта бухгалтериянан үҙҙәре саҡырып йөрөйҙәр. Тик минең эш хаҡым бик бәләкәй бында. 360 һум (ярты айға).
...Төнгө сәғәт 4. Дауыт Юлтыйҙың “Һайланма әҫәрҙәре”, I том, баҫырға әҙер! Иртән барғас та документацияһының эшен бөтөрөп производствоға бирергә кәрәк. Намыҫ менән эшләнем. Минең Дауыт Юлтый алдында намыҫым саф.
...Март айының планын үтәү буйынса отчет бирҙек. Василий Андреевич (Трубицын. – Д. М.): “300 процентҡа үтәгәнһең!” – тине”.
1964 – 1968 йылдарҙа нәшриәт 16 миллион 859 мең дана дөйөм тираж менән 1922 исемдәге, йәғни йыл һайын 384-385 исемдәге баҫма тәҡдим итә!
Нәшриәт үҙенең 50 йыллығын һәйбәт күрһәткестәр менән ҡаршылай, ярты быуатта 120 миллион дана дөйөм тираж менән 17 мең исемдәге китап һәм брошюра сығарыла. Нәшриәт юбилейына Сафый Ҡыуатовтың “Башкирия издает” китабы сығарыла. Был – республикала китап нәшерләү һәм нәширҙәр тураһындағы беренсе китап.
1971 йылдың июнендә Сафый Ҡыуатов Республика бибколлекторы директоры вазифаһына күсерелә. Башҡортостан китап нәшриәте етәксеһе итеп быға тиклем КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының матбуғат секторы мөдире, аҙаҡ пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире урынбаҫары булып эшләгән Нурислам Нуретдинов тәғәйенләнә.
Етәксе эшмәкәрлеген кадрҙар проблемаһын хәл итеүҙән башлай. Нәшриәттең баш мөхәррире вазифаһына быға тиклем “Совет Башҡортостаны” гәзитенең яуаплы секретары булып эшләгән журналист, яҙыусы Әмир Гәрәев саҡырыла. Баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһы булдырылып, был эшкә нәшриәттең элекке хеҙмәткәре, яңы ғына Мәскәү ҡалаһында Юғары әҙәби курстар тамамлаған яҙыусы Ғабдулла Байбурин ҡабул ителә.
Яңы сыҡҡан китаптарҙы коллективтың дөйөм йыйылыштарында, коллегалар араһында тикшереү ғәҙәти күренешкә әйләнә. Һөҙөмтәлә 1972 йылдан башлап тираж, сығарылған баҫмаларҙың дөйөм күләме һиҙелерлек арта.
Ул йылдарҙа нәшриәт китап һатыу менән туранан-тура шөғөлләнмәһә лә, был мәсьәлә лә иғтибар үҙәгенә алына. Етәкселек комсомол ойошмаһына пропагандист-контролерҙар төркөмө ойоштороу бурысын ҡуя, нәшриәттең махсус танытмалары бирелә. Йәмәғәт башланғысында китап магазиндарына барып, төрлө китаптарға ихтыяж өйрәнелә, авторҙар менән осрашыуҙар ойошторола, һатып алыусылар менән әңгәмәләр уҙғарыла.
Мәғлүмәттәр буйынса, XX быуаттың 70-се йылдарында республика ҡалаларында һәм ауылдарында 180 китап магазины эшләй. Улар араһында махсуслаштырылған, мәҫәлән, сәйәси, фәнни, техник, уҡыу-уҡытыу, букинистик һәм башҡа әҙәбиәт һатыу магазиндары күп ине. Бер йылда уртаса 100 миллион һумлыҡ китап һатыла, китап һатыу ойошмалары – “Башкниготорг” һәм “Башпотребсоюз” нәшриәт менән ихлас хеҙмәттәшлек итә.
60 – 70-се йылдар – халыҡтың китап менән ныҡлап мауыҡҡан осоро, китап, ысынлап та, тәхеттә саҡ булды. Нәшриәттә йыл һайын ҙур тираждар менән рус телендә өс-дүрт роман сығарыла. Сәғит Агиш, Зәйнәб Биишева, Ибраһим Абдуллин, Баязит Бикбай, Әнүәр Бикчәнтәев, Хәким Ғиләжев, Һәҙиә Дәүләтшина, Фәрит Иҫәнғолов, Ноғман Мусин, Яныбай Хамматов, Әхиәр Хәкимов һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре нәшерләнеп, бөтә Союз һәм бөтә Рәсәйгә тарала.
Башҡорт әҙәбиәтенә 60 – 80-се йылдарҙа килеп, нәшриәттә сыҡҡан китаптары менән милли әҙәбиәт тарихына байтаҡ сағыу биттәр яҙған Рауил Бикбаев, Рәшит Назаров, Тимер Йосопов, Ирек Кинйәбулатов, Рәшит Солтангәрәев, Рәшит Шәкүр, Ҡәҙим Аралбай, Сафуан Әлибайҙар быуыны яҙыусыларының, шулай уҡ улар артынан килгән күп һанлы йәш әҙиптәрҙең әүҙем ижады нәшриәттең тематик пландарын төҙөүгә ыңғай йоғонто яһай, иң уҡымлы китаптарҙы һайлап алыу мөмкинлеге тыуа.
Шиғри йыйынтыҡтарҙа халыҡты борсоған социаль, әхлаҡи-фәлсәфәүи, эпик проблемалар күтәрелә. Был йылдарҙа йәмәғәтселек һорауы буйынса Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәр йыйынтыҡтары бер нисә мәртәбә сығарыла, Баязит Бикбай, Ибраһим Абдуллин, Әнғәм Атнабаев, Рәми Ғарипов, Фәрит Иҫәнғолов, Динис Исламов, Әхиәр Хәкимов һәм башҡа яҙыусыларҙың һайланма әҫәрҙәре донъя күрә.
1976 йылда КПСС Үҙәк Комитеты “Ижади йәштәр менән эшләү тураһында” ҡарар ҡабул итә. Башлап яҙыусыларҙың ижадына һәр ваҡыт иғтибар иткән Башҡортостан китап нәшриәте йәш яҙыусыларҙың шиғри һәм проза йыйынтыҡтарын нәшерләүҙе һиҙелерлек арттыра. Балалар әҙәбиәте үҫешеп, йәш быуынға байтаҡ ҡыҙыҡлы китаптар бүләк ителә.
18 томдан торған “Башҡорт халыҡ ижады”н сығарыу республиканың мәҙәни тормошонда сағыу күренешкә әйләнә.
Елена Николаевская, Ирина Снегова, Марсель Ғафуров, Дим Дәминев, Руслан Мәҡсүтов, Юлай Әминев кеүек әҙерлекле тәржемәселәрҙең тырышлығы менән башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәре рус теленә, ҡайһы берҙәре һуңынан илебеҙ һәм донъя телдәренә лә тәржемәләнә, башҡорт уҡыусылары донъя әҙәбиәтенең күп кенә шедеврҙарын туған телендә уҡыу мөмкинлеген ала.
Өфөлә баҫылған китаптар Дрездендағы халыҡ-ара күргәҙмәлә, Бөтә Союз конкурстарында ҡатнаша, дипломдар менән бүләкләнә. Салауат Юлаевтың башҡорт һәм рус телдәрендәге шиғырҙар йыйынтығын, Мостай Кәримдең “Россиянмын” китабын (унда шиғыр союздаш республикаларҙың 15 телендә бирелә), төрлө кимәлдәге конкурстар дипломдарын яулаған “Акбузат”, “Былых времен сказания”, “Алтын ҡумта” кеүек баҫмаларҙы республикабыҙҙың һәм Рәсәйҙең генә түгел, шулай уҡ тотош Союздың китап һөйөүселәре теләп һатып ала.
Башҡортостан китап нәшриәтендә конкурентлыҡҡа һәләтле баҫмаларҙың донъя күреүендә, нәшриәттең тиҫтәләрсә йылдар буйына сығарылған продукция күләме буйынса Рәсәй Федерацияһында алдынғы урындарҙы биләүендә Өфө полиграфия комбинатының да өлөшө тос. Үткән быуаттың 70–80-се йылдарына әйләнеп ҡайтып, Башҡортостан китап нәшриәте менән полиграфкомбинат хеҙмәткәрҙәренә йыш ҡына иңгә-иң тороп бергәләп эшләргә тура килеүен дә әйтке килә.
1919–1979 йылдарҙа, үҙенең 60 йыллыҡ эшмәкәрлегендә, китап нәшриәте 20 меңгә яҡын исемдәге китап һәм брошюра сығара, дөйөм тираж 150 миллион дананан артып китә.
Был уңыштарға, әлбиттә, күмәк тырышлыҡ менән өлгәшелә, шулай ҙа теләһә ҡайһы ойошмала хәлдәр күберәк кем етәкселек итеүгә бәйле була. Нурислам Нуретдинов нәшриәт тарихына иң сағыу биттәрҙе яҙҙырған директор, эшлекле, үҙ һөнәренә бирелгән, яуаплы ҡараған, ҡул аҫтындағы хеҙмәткәрҙәргә талапсан да, ярҙамсыл да булған, матур күңелле кеше булараҡ инеп ҡалды. Бында нәшриәттең ул саҡтағы профсоюз ойошмаһы рәйесе, яҙыусы Раил Байбулатовтың һүҙҙәрен килтереү урынлы булыр: “Нурислам Нуретдинов Башҡортостан китап нәшриәтенең тәжрибәле, эшлекле директорҙарының береһе булды... Нәшриәт коллективы уның етәкселегендә йылдан-йыл китап һәм китап булмаған продукция сығарыу күләмен арттыра барҙы, рекордлы кимәлгә – йылына 43 миллион баҫма табаҡ-оттиск сығарыуға өлгәшелде. Белемдең төрлө тармаҡтары буйынса йөҙҙәрсә исемдәге китаптар нәшерләнде. Башҡортостан китап нәшриәте Рәсәй Федерацияһының тотороҡло, табышлы эшләгән, һиҙелерлек иҡтисади һөҙөмтәләргә өлгәшкән иң ҙур нәшриәттәренең береһе булды. Ярыш йомғаҡтары буйынса юғары етештереү күрһәткестәре өсөн ул бер нисә тапҡыр РСФСР нәшриәт дәүләт комитетының күсмә Ҡыҙыл байрағына лайыҡ булды”. (“Китап: Вехи и судьбы”. Уфа: Китап, 1999, 64-се бит).
Нәшриәтте Нурислам Нуретдинов етәкләгән йылдарҙа баш мөхәррир вазифаһын яҙыусы, кешелекле, хужалыҡсыл Әмир Гәрәев, китап нәшерләүҙең нескәлектәрен энәһенән-ебенә тиклем белгән Роберт Паль, яҙыусы, журналист, башҡорт календарына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Мансаф Ғиләжев, әҙиптәр Дим Дәминев, Шамил Хажиәхмәтов атҡарҙы.
Был йылдарҙа нәфис һәм балалар әҙәбиәте редакцияһын яҙыусылар Ғабдулла Байбурин, Агиш Ғирфанов, Раил Байбулатов етәкләне, бында уларҙың һәр береһе Башҡортостанда китап нәшерләү эшенә, әҙәбиәтте һәм мәҙәниәтте үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерҙе.
Нәфис әҙәбиәт редакцияһында ир-егеттәр араһындағы берҙән-бер гүзәл зат Маһиҙә апай Игебаева бөтә ғүмерен китап нәшерләүгә бағышланы. “Башҡорт халыҡ ижады”ның 18 томы уның мөхәррирлегендә донъя күрҙе.
Редакцияла ҡәләм оҫталары Ғәлим Дәүләтов, Рәшит Сабитов, Рауил Шаммас, Риф Мифтахов, Хөрмәт Бикҡолов, Николай Грахов, Ноғман Мусин, Муса Сиражи, Вафа Әхмәҙиев, Рауил Ниғмәтуллин, Ирек Кинйәбулатов, Барый Ноғоманов, Хисмәтулла Юлдашев, Рәмил Ҡол-Дәүләт, Тайфур Сәғитов, Михаил Чванов, Сергей Воробьев, Динә Талхина һәм башҡалар хеҙмәт һалды.
Дәреслектәр редакцияһын нәшриәт эшенә тоғро ветерандар Хәбир Фәритов, Зәкиә Тимербаева, Сәүиә Мөхтәруллина етәкләне. Мәктәп дәреслектәрен, төрлө уҡыу әсбаптарын үҙ эштәренә тоғро Фәһимә Ниғмәтуллина, Тамара Яркунова, Фәниә Ғималова, Светлана Атнағолова, Гөлсирә Хужәхмәтова, Гәүһәр Кәримова, Мәликә Әминева һәм башҡалар әҙерләне.
80-се йылдарҙа ижтимағи-сәйәси әҙәбиәт, марксизм-ленинизм классиктары хеҙмәттәрен нәшерләү һәм ауыл хужалығы әҙәбиәте редакциялары берләшкәс, ижтимағи-сәйәси әҙәбиәт редакцияһын тәжрибәле журналист Рәүеф Хажиәхмәтов етәкләне. Халыҡты ошо йүнәлештәге әҙәбиәт менән тәьмин итеүҙә Галина Осташевская, Людмила Хәйерова, Людмила Виленчик, Лилиә Насибуллина, Людмила Исаева, Людмила Савельева, Сәүиә Сәйетбатталова, Ғәлиә Ғәлимова, Фәүзиә Итбаева һ.б. күп көс һалды.
Башҡортостан китап нәшриәте ул йылдарҙа сығарған китаптарҙы, плакаттарҙы рәссамдар Рауил Ғүмәров, Вәлиәхмәт Дианов, Александр Астраханцев, Баян Хәйбуллин, Михаил Сяплин, Василий Ковалев, Иван Файрушин, Александр Костин, Хәмит Насировтар биҙәне.
Бар белемдәрен һәм һәләттәрен китаптарҙы хатаһыҙ сығарыуға биргән корректорҙар Рәшиҙә Ҡаһарманова, Сәрүәр Тулыбаева, Фатима Әхмәрова һ.б. исем-шәрифтәре бик күп китаптарҙа һаҡлана.
Ул саҡтарҙа арабыҙҙа иң оҙайлы эшләгән хеҙмәткәр Рабиға апай Сиражиева ине: “Башкнига”ла Булат Ишемғол директор булған осорҙан алып 1986 йылға тиклем (алтмыш йыл буйы!) етештереү бүлегендә игелекле хеҙмәт һалды.
Нәшриәттең төрлө бүлектәрендә оҙаҡ йылдар эшләп, китап нәшерләүгә күп көс һалған Әминә Еникеева, Тәскирә Исламова, Фәрүәз Әминев, Рәшиҙә Ҡудашева, Гәүһәр Латипова, Фәниә Лоҡманова, Динә Исхаҡова, Ғәзизә Зәйнуллина, Флүрә Хисмәтуллина һ.б. үҙҙәренән һуң яҡты иҫтәлектәр ҡалдырҙы.