Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Декабря 2019, 05:41

“Тамыр” проекты – еңеүсе

“Тамыр” телеканалының ишле ғаиләләр хаҡындағы “Балалар күп булмай” проекты V “Федерация” телевизион конкурсында еңеү яуланы. Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә үтте.

“Тамыр” телеканалының ишле ғаиләләр хаҡындағы “Балалар күп булмай” проекты V “Федерация” телевизион конкурсында еңеү яуланы. Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә үтте.


– “Балалар күп булмай” телепрограммалар циклы ишле ғаиләләге ата-әсәләргә, балаларға ихтирамлы мөнәсәбәт булдырыуға, йәмғиәттә күп балалыҡты хуплауға йүнәлтелә. Һәр сығарылыш бер ғаиләгә арнала, – тип белдерҙеләр телекомпанияла. – Конкурста төпкөл ауылда йәшәгән Мөлөковтарҙың ишле ғаиләһе тураһындағы сығарылыштың еңеү яулауы айырыуса ҡыуаныслы. Ижади команда: сценарий авторы Гөлфиә Раянова, режиссер Әлиә Миназева, оператор Александр Лысенко, монтаж режиссеры Дамир Сәлимов тәүге миҙгелдә республикалағы күп балалы ғаиләләр тураһында ун программа әҙерләй. Алып барыусы – йәш хәбәрсе Рөстәм Төхбәтов үҙ ҡанундары, ҡағиҙәләре, бурыстары, хоҡуҡтары, иҡтисады, йолалары, ҡаҙаныштары һәм проблемалары булған айырым дәүләт булараҡ һәр ғаиләнең тормошо тураһында һөйләй. Тапшырыуҙа төрлө милләттән булған ҡала һәм ауыл ғаиләләре сағылдырыла. Һәр ғаиләгә үҙенсәлекле бүләк – фотоальбом әҙерләнә. Был фотоларҙы профессиональ фотограф Рөстәм Мөғәлимов төшөргән.
Проект Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ субсидияһына тормошҡа ашырыла. Ул 20 декабрҙә “Родина” кинотеатрында ҙур тамаша менән тамамлана. Унда геройҙар – Башҡортостандың төрлө райондарынан ғаиләләр. Шулай уҡ Рөстәм Мөғәлимовтың “Балалар күп булмай” фотокүргәҙмәһе ойошторола.
“Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы конкурста йыл һайын ҡатнаша. Уның эштәре бер ҡасан да сараны ойоштороусыларҙың иғтибарынан ситтә ҡалмай, төрлө номинациялар буйынса призлы урын яулай. 2016 йылда “Тамыр” телеканалы “Ҡымыҙ юлы” тапшырыуы өсөн “Төбәк бренды” номинацияһында махсус бүләккә лайыҡ булғайны. Былтыр иһә “Минең илем” конкурс программаһында “ЭТНОLIKE” эше “Атай-олатайҙар теле” номинацияһында беренсе урын яуланы. 2019 йыл да телеканал өсөн уңышлы булды. “Минең телем” программаһында “Балалар күп булмай” эше шулай уҡ “Атай-олатайҙар теле” номинацияһында беренсе урынды алды.
Мәғлүм булыуынса, “Федерация” телевизион конкурсы 2015 йылдан үткәрелә. Уны Рәсәйҙең Киң коммуникациялар һәм элемтә министрлығы, Фе­дерация Советы, Рәсәй халыҡтары ассам­блеяһы, Федерация субъекттары хакимиәттәре, дәүләт һәм йәмәғәт институттары ойоштора.
Читайте нас