Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
5 Декабря 2019, 10:05

"Башҡорт булыуымды бала саҡтан белеп үҫтем"

Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, танылған скульптор Салауат Щербаков тамырҙарын барлай

Уның башҡортлоғо менән 2016 йылда Мәскәүҙә танышҡайным. Ҡыҙыл майҙанда йөрөгәндә танышым: “А вот автор этого памятника тоже башкир!” – тимәһенме? Александр I ҡуйылған һәйкәл ине ул. Бына, ниһайәт, бөгөн беҙ Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, танылған скульптор Салауат Щербаков менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында осрашабыҙ.
Сарала Башҡортостандың Дәүләт-Йыйылышы Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, ҡоролтай аппараты етәксеһе Гүзәл Хәсәнова, ҡоролтай ағзалары фән докторы Сәлиә Мырҙабаева, мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары комиссияһы етәксеһе Тәнзилә Үлмәҫбаева, тарихсылар Азат Ярмуллин, Марат Зөлҡәрнәев һәм мин, “Башҡортостан” гәзите журналисы булараҡ ҡатнаштым.
Сарала сәнғәт әһеле үҙенең тамырҙарын барлауы, эҙләүе тураһында һөйләне.
- Олатайым Ишкилдин Дәүләтхажи Сиражетдин улы, Ырымбур өлкәһенең Күлсем ауылынан. Атайым бәләкәй сағында уҡ етем ҡалған: ете йәшендә әсәһе, туғыҙ йәшендә атаһы вафат булған. Шунан уны Разномойка ауылындағы балалар йортона ебәргәндәр. Ауыр йылдар, әммә тамырҙарымды эҙләп Ырымбур өлкәһенә барып сыҡҡас, балалар интернаты урынына хеҙмәт иткән бинаны ла барып таптым. Миңә һин Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорто, тинеләр. Атайым һәр саҡ башҡорт булыуымды әйтте. Тамырҙарымды тәрәнерәк белгем, Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнештә булғым килә! – ти Салауат Александрович.
Атаһының исеменә аптырамағыҙ, ауыр йылдарҙа балалар йортона эләккән баланың исемен алыштыралар, әммә ул үҙенең Дәүләтхажи икәнен һәр саҡ белә. Ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены, бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән.
Әйткәндәй, донъяға билдәле скульптор Салауат Щербаков мәктәптә уҡығанда Ишкилдин булып йөрөй, аҙаҡ ҡына әсәһе фамилияһына күскән.

Эльвира Ринат ҡыҙы скульпторға "Башкиры", "Ҡыпсаҡтар" китаптарын бүләк итте. Ул да, үҙ сиратында, Ҡоролтай президиумы рәйесе Эльвира Айытҡоловаға ижад емештәре тупланған китапты тапшырҙы.

Мәскәүҙәге бик күп һәйкәлдәр авторы ул милләттәшебеҙ. Туҡай ҙа уның ҡулы менән эшләнгән, Бакуҙа Гейдар Алиевҡа уның ижад емеше ҡуйылған.

Тулыраҡ “Башҡортостан” гәзитендә уҡырһығыҙ.

Азамат Шириязданов фотолары.

Читайте нас