Башҡорт дәүләт академия драма театрына – 100 йыл.
Бер быуатлыҡ тарихы булған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙенең юбилейын билдәләне. Хөкүмәт вәкилдәре, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт әһелдәре, театрҙың тоғро дуҫтары тамашасылар – береһе лә был саранан ситтә ҡалманы.
Байрам 1919 йылдағы мөхитте сағылдырыуҙан башланып китте: ҡунаҡтарҙы урамдан уҡ шул замандағы йөк машинаһы эргәһендә “ҡыҙылгвардеецтар” сәләмләне, фойела театрҙы төҙөүгә, үҫтереүгә ҙур өлөш индергән сәнғәт эшмәкәрҙәренең һындары ҡаршы алды.
Йөҙ йылдың бер дәүерен дә ҡалдырмай барланылар, элек сәхнә шаулатҡан спектаклдәрҙән өҙөктәр тамашасыға видеояҙма форматында тәҡдим ителде, һәр кемеһе үҙ хәтирәләре менән уртаҡлашты. 30-сы йылдар, Бөйөк Ватан һуғышы осоро, Советтар Союзы, 80-се, 90-сы йылдарҙың яңы быуатҡа олғашыуын һәр замандың йөҙөк ҡашы булып торған сәхнә әҫәрҙәре, уларҙы бойомға ашырыуға өлгәшкән театр эшмәкәрҙәре, яу яланында ятып ҡалған, тыныс тормошта инде арабыҙҙан киткән актерҙар һәм режиссерҙар – береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаған.
Башҡорт дәүләт академия драма театрын республика етәксеһе Радий Хәбиров та ҡотланы. Ул үҙ сығышында театрҙың мәҙәниәтебеҙ символы һм ғорурлығы булыуын, унда ҡуйылған спектаклдәрҙең Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәй театр сәнғәтендә юғары бейеклектәргә өлгәшеүен, ижади төркөмдәге төрлө ваҡыттарҙа эшләп киткән актер һәм режиссерҙарҙың һөнәри оҫталығын билдәләне, тарихта уйылып ҡалған спектаклдәрҙең, сәхнә әҫәрҙәрен тыуҙырған мәшһүр драматургтарҙың исемдәрен атаны.
– Бөгөн Башҡорт дәүләт драма театры – академия исемен лайыҡлы йөрөткән Рәсәйҙәге иң өлкән милли театрҙарҙың береһе. Театрыбыҙға һәр саҡ халыҡ тарафынан ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуыуы, спектаклдәр ваҡытында залдың шығырым тулы булыуы тамашасының эскерһеҙ һөйөүен дәлилләй. Юғары оҫталыҡ һәм ижад өсөн бар коллективығыҙға ысын күңелдән рәхмәт әйтәм. Һеҙҙең һәр спектаклегеҙ изгелеккә, яҡшылыҡҡа өндәү менән һуғарылған. Тап һеҙ башҡорт халҡының тел, йола, мәҙәниәт кеүек мәңгелек ҡиммәттәрҙең һағында тораһығыҙ – был бик мөһим, – тине ул.
Төбәк Башлығы бер төркөм алдынғыларға дәүләт наградалары тапшырҙы. Илһөйәр Ғизетдинова, Илдар Ғүмәров Халыҡтар дуҫлығы орденын алды, Гөлнара Әмирова – Башҡортостандың халыҡ артисы, Артур Ҡунаҡбаев, Руслан Хайсаров, Римма Ҡаһарманова Башҡортостандың атҡаҙанған артисы кеүек юғары исемдәргә лайыҡ булды, театр аҡһаҡалы Хөрмәтулла Үтәшевкә Салауат Юлаев ордены тапшырылды. Тамашасының яратҡан актерҙары өсөн шатланыуы сикһеҙ ине – уларҙың көслө алҡыштары оҙаҡ ваҡыт тынмай торҙо.
Радий Хәбиров сығышын “Башҡорт театры мәңге йәшәһен!” тигән һүҙҙәр менән тамамланы.
Сәхнәнән Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың да ҡотлау телеграммаһы яңғыраны. Ил башлығы театр коллективын ихлас ҡотлап, уға артабан да ижади уңыштар теләне, Башҡорт театрының элек-электән Рәсәй кимәлендә юғары баһаларға лайыҡ булыуын билдәләне.
Телеграмманың видеояҙма рәүешендәгеһе лә бар ине. Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов театрға ҡағылышлы йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты, уның эшмәкәрлегенең әһәмиәте хаҡында һөйләне.
Ҙур байрам өсөн сиктәр юҡ – Башҡорт дәүләт академия драма театрын ҡотларға Татарстан, Саха (Яҡут), Сыуаш һәм башҡа республикаларҙан сәхнә әһелдәре йыйылғайны. Һәр бер ижади төркөмдөң театрға, унда ҡуйылған спектаклдәргә бәйле үҙ тарихы, үҙ хәтирәһе бар ине, һәр кем ихлас рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәне.
Дүрт сәғәттән ашыу барған тантананың юғары кимәлдә үтеүе, театрҙы ҡотларға ашығыусыларҙың сиратта теҙелеп тороуы, театр труппаһы күрһәткән сәхнә күренештәре, тамашасыларҙың көслө алҡыштары – быларҙың барыһы ла Башҡорт дәүләт академия драма театрының бөйөклөгө, шул мәлдең тарихилығы хаҡында һөйләй. Бер быуатты аша атлап, икенсе быуатҡа күсте башҡорт театры, ниндәй генә һынылышлы мәлдәрҙә дә ябылмаған, тамашасыһын спектаклдәр менән һөйөндөрөүен дауам иткән, әллә күпме һынауҙар аша үткән йөҙ йәшлек аҡһаҡал йәнә йәшәрҙе, яңы әҫәрҙәргә, яңы бейеклектәргә дәртләнде.