Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
6 Декабря 2019, 08:56

Ҡыуандырҙы йәнә “Башмағым”

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында меңдәрсә тамашасы яратып ҡараған “Башмағым” музыкаль комедияһы заманса яраҡлаштырып ҡуйылды. Режиссерҙың яңы алымдары, артистарҙың бик оҫта башҡарыуы һөҙөмтәһендә премьера ҙур аншлаг менән үтте.

Әсир итте, хайран ҡалдырҙы...


Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында меңдәрсә тамашасы яратып ҡараған “Башмағым” музыкаль комедияһы заманса яраҡлаштырып ҡуйылды. Режиссерҙың яңы алымдары, артистарҙың бик оҫта башҡарыуы һөҙөмтәһендә премьера ҙур аншлаг менән үтте.


Спектаклдең төп асышы


Тамашаның ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов, рәссам-биҙәүсеһе – Рөстәм Баймөхәмәтов, композиторы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, балетмейстеры – Башҡорт­остандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, костюмдар буйынса рәссам – Әлиә Байрамғолова һәм режиссер ярҙамсыһы – Салауат Вәлиев. Спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе тыуған ил мәҙәниәте” проекты буйынса сәх­нәләштерелгән. Быйылғы Театр йылы сибайҙар өсөн бик уңышлы булды. “Берҙәм Рәсәй” партия­һының “Бәләкәй ҡалалар театрҙа­рына ярҙам итеү” һәм “Кесе тыуған ил мәҙәниәте” проекттары сик­тәрендә ҡуйылған Ишмулла Дилмөхәмәтовтың “Тере тупраҡ”, Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” һәм Тажи Ғиззәт һәм композитор Джәүҙәт Фәйзи менән берлектә Хәбибулла Ибраһимовтың әҫәренә нигеҙләнеп сәхнәләштерелгән “Башмағым” музыкаль комедияһы тап грант аҡсаһына тамашасы хөкөмөнә сығарылды.
Драматургия өлкәһендәге күре­некле тәнҡитсе, филология фән­дәре кандидаты Илдус Бүләков үҙенең “Башҡорт театры менән драматургияһы тарихынан” исемле китабында былай тип яҙып ҡал­дыра: “Х. Ибраһимовтың “Баш­мағым” (1921) пьесаһы, әҙәбиә­тебеҙҙең классик әҫәре кимәленә күтәрелеп, башҡорт комедиогра­фияһына нигеҙ һалды һәм, сәх­нәләрҙә ҙур уңыш яулап, дра­матургиябыҙҙың хазинаһына әүе­релде, автор үҙе башҡорт әҙә­биәтендә музыкаль-сатирик комедияға нигеҙ һалыусы булып танылды”.
Ысынлап та, был юлы ла “Башмағым” театрҙың хазинаһына әүереләсәк, ә тамашасылар уға эркелеп йөрөйәсәк. Сәхнәнең биҙәлеше, костюмдарҙың иҫ киткес матурлығы һәм сағыулығы, зауыҡ менән тегелеүе, тамашасы күңе­ленә тап килгән музыка һайланыуы, йыр һәм бейеүҙең бер-береһен тулыландырыуы, ахыр сиктә, артис­тарҙың шул тиклем ихлас һәм оҫта уйнауы музыкаль комедияны юға­ры бейеклектә сәхнәгә сығарырға булышлыҡ иткән.
Әйтергә кәрәк, талантлы режис­серҙың һәр артисҡа ҡарата үҙенә генә хас алымдары уны яңыса асырға ярҙам иткән һәм балҡытҡан. Тәжрибәле артистар янында йәштәрҙең йәштәрсә дәрт, яңы һулыш менән уйнауы спектаклдең төп асышы тигәндә лә була.


Режиссерҙың табыштары


Үҙ маҡсатына өлгәшкәнтигәндә, беҙ уны сәхнәгә сығарған режиссер Азат Нәҙерғоловтың эшен юға­ры баһалайбыҙ. Хәйер, Азат Әхмә­ҙулла улы ла Сибай артистары менән тәүге тапҡыр хеҙмәттәшлек итмәй. Был – режиссерҙың бишенсе спектакле, шуға күрә уның театрға ҡарата үҙ ҡарашы, үҙ асылы, үҙ алымы бар. Нисәмә быуын кешеһе “Башмағым”ды төрлө режиссерҙар ҡуйыуында һәм артистар башҡарыуында күреп үҫһә лә, һәр спектакль үҙ тамашасыһын таба алыуы менән уңышлы.
Был юлы ла сибайҙар премьераны йылы ҡабул итте, артис­тарҙы көслө алҡыштарға күмде. Әҫәрҙең нисек булыуы, спектакл­дең төп реквизиттарының береһе башмаҡтарҙың нисек табылыуы хаҡында һөйләп торорға кәрәк­мәйҙер, сөнки әҫәрҙе һәр кем яҡшы белә. Шулай ҙа артистарҙың уйнауына бер аҙ ғына туҡталып китеү яҙыҡ булмаҫ.
Төп ролде – Кәрим байҙы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатов уйнай. Күп тамашасыны йырсы булараҡ һоҡландырған артист үҙен театр сәхнәһендә тапты, сөнки уның һәр роле үҙенсәлекле. Төрлө харак­терҙағы образдарҙы юғары кимәл­дә башҡарыу оҫталығына эйә булыуы менән дә һоҡландыра. Шулай уҡ йырсы булыуы ла актерға ролен тулыһынса асырға ярҙам итмәй ҡалмай. Аҙғын, тупаҫ һәм наҙан сауҙагәрҙе артисҡа уйнауы еңел­дән булмағандыр, әммә һәр аҙымы, ҡыланышы, мимикаһы, хатта ҡайһы бер һүҙҙәргә баҫым яһап, күҙ ҡыҫып һөйләүе лә ролде тамашасы күңе­ленә еткереүгә булышлыҡ итте.
Иренән үҙенә ҡарата һөйөү һәм йылылыҡ теләгән Кәрим байҙың ҡатыны Фәхриҙе – Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Айгөл Хәкимова, нисек тә кешенән күбе­рәк табыш эләктереүҙе маҡсат итеп ҡуйған хәйләкәр Йыһан ҡарсыҡты Башҡортостандың халыҡ артисы Нурзиә Әбдрәшитова ҙур оҫталыҡ менән башҡара.
Ә бына төп ролдәрҙең береһе – Сәрүәрҙе театрҙың йәш, дәртле, өмөтлө артисы Гөлфиә Мәҡсү­товаға ышаныс менән тапшырыуы – режиссерҙың оло табышы. Үҙе йырлаған, бейегән, бар булмышынан йәшлек дәрте бөркөлөп торған матур ҡыҙ, ысынлап та, тамашаның сағыу биҙәге булды. Сәрүәрҙең әхирәттәрен – Хәлимә менән Нәсимәне Юлиә Мөхәмәтйәнова менән Нәфисә Мәжитова ла бик оҫта башҡарҙы. Уларҙы ҡарап, һәр кем тәжрибәле артистар янында һәләтле йәштәрҙең үҫеп килеүен һиҙмәй ҡалмағандыр.


Һөйөндөрҙөләр...


Йәш егет Ғәлимйәнде уйнаған Нәфис Сәйетов өсөн был спектакль икеләтә һынау булды. Ошоға тиклем Хәйбулла районы хакимиә­тенең мәҙәниәт бүлегендә эшләгән Нәфисте күптәр йырсы булараҡ белһә, бөгөн ул тамашасы алдына сәхнә актеры булараҡ сыҡты һәм һынатманы, образды бик юғары бейеклектә ижад итте. Шуныһы ҡыуаныслы: Нәфис Сәйетовтың тәүге роле, дебюты менән ҡотларға Хәйбулла районынан мәртәбәле делегация – район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙина менән район хакимиәтенең мәҙә­ниәт бүлеге начальнигы Лариса Мәмбәтова ла килгәйне.
Башҡа артистарҙың да рол­дәрен юғары оҫталыҡ менән баш­ҡарыуын әйтмәү мөмкин түгел. Уларҙың һәр береһе үҙҙәренә бирелгән образды шул тиклем ихлас уйнай, хатта тамашасы, үҙе лә һиҙмәҫтән, улар араһына инеп киткәндәй була, берсә рәхәтләнеп көлә, берсә улар ыңғайына тәрән борсола. Сәхнә тулы гармония, тамашасы һәм артистар араһында ниндәйҙер йылы мөхит тойолдо был көндә. Тимәк, сағыу музыкаль комедия тамашасы күңе­ленә барып етте, уның күңел ҡыл­дарын сиртә алды, әсир итте һәм хайран ҡалдырҙы. Артист өсөн ошонан да юғарыраҡ баһа бармы?!
Спектакль бер тында уйналды һәм ихлас ҡаралды. Тамаша бөт­кәс, артистар көслө алҡыштарға күмелде. Халыҡсан Сибай театры үҙ тамашасыларын йәнә һөйөндөрә алды, өмөттәрен аҡланы. Быйылғы Театр йылын Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры яңы премьералар, яңы еңеүҙәр, балҡыш һәм ал­ҡыштар менән тамамлай.


Сибай ҡалаһы.
Читайте нас