Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Декабря 2019, 16:20

Иң шәп ҡурайсы ҡайҙан?

Туймазы ҡалаһында үткән III Асыҡ ҡурайсылар конкурсында быйыл 130-ҙән ашыу бәйгесе ҡатнашты, республиканың төрлө район-ҡалаһынан 12 ансамбль үҙ көсөн һынап ҡараны.

Туймазы ҡалаһында үткән III Асыҡ ҡурайсылар конкурсында быйыл 130-ҙән ашыу бәйгесе ҡатнашты, республиканың төрлө район-ҡалаһынан 12 ансамбль үҙ көсөн һынап ҡараны.
Туймазы ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзин Әбсәләмов белдереүенсә, ҡурайсылар ярышында Балтас, Баҡалы һәм Благовещен райондарынан конкурсанттар күп булған. Хужалар - туймазылар ҙа быйыл һынатмаған, уларҙан өс коллектив сығыш яһаған. Серафимовка балалар музыка мәктәбенең йәш ҡурайсылар ансамбле лә, яңы ойошторолоуына ҡарамаҫтан, үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән.
Конкурста иң йәш ҡурайсы Өфөнән һигеҙ йәшлек Раил Кирәев булһа, иң олоһона - 70 йәш. Ул - Сабирйән Байназаров - сығышы менән Баймаҡ районының Күсей ауылынан, әле Иҫке Сибайҙа йәшәй.
Конкурстың гран-приһын иһә Баймаҡ районынан Риф Ҡәйепҡолов яуланы! Баймаҡтар йәнә үҙҙәренең оҫта ҡурайсы икәнен иҫбатланы. Афарин!
Фото Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтынан.
Читайте нас