Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Декабря 2019, 07:05

Таһир өсөн тауыш бирәйек!

Күптәр яҡташыбыҙҙың еңеүсе буласағына ышана – егет быны үҙенең сығыштары менән иҫбатлай.

Өфөнән 24 йәшлек Таһир Ғиндуллиндың ТНТ каналының “Бейеүҙәр” телешоуында ҡатнашыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ул әле Мигель командаһында сығыш яһай. Күп кенә тамашасылар уның шоуҙың еңеүсеһе буласағына ышана, сөнки егет быны үҙенең сығыштары менән иҫбатлай.
Таһир 11 йәшенән бейеү менән ныҡлап мауыға, ә 12 йәшендә ул сәхнәлә сығыш яһай башлаған. Баштан уҡ бейеүҙәрҙең брейкинг төрөн үҙ иткән. Өҫтәүенә фильмда төшөргә лә, спектаклдә уйнарға ла, графика дизайнеры булып танылырға ла өлгөргән. Бынан тыш, “Puma” бренды вәкиле лә.
Таһир Ғиндуллин Өфөнөң, Мәскәүҙең бейеү командалары менән бергә эшләгән. ТНТ каналының “Бейеүҙәр” тапшырыуында ла ул үҙен беренсе тапҡыр һынамай. Быйылғыһына бигерәк ентекле әҙерләнеп килгән, шуға уға әллә күпме тамашасының, шул иҫәптән жюриҙың да һөйөүен яулауы ауыр булманы. Ул бигерәк тә Татьяна Денисоваға ныҡлап оҡшаны, әммә Мигель уны командаһына алырға булды.
Таһир Ғиндуллин – бик һәләтле, маҡсатлы, тырыш бейеүсе. Үҙенең ошондай һыҙаттары менән бар тамашасыларҙы ла “Бейеүҙәр” шоуының еңеүсеһе буласағына инандырҙы. Кисәге тапшырыуҙа балалар менән сығыш яһағанда ла егет һынатманы. Шуныһы үҙенсәлекле: ниндәй генә хәл булмаһын, Таһирҙың йөҙөнән йылмайыу китмәй. Уның йәшәүгә, яратҡан шөғөлөнә булған һөйөүе әллә ҡайҙан күренеп тора. Тап ошондай һыҙаттарының уны еңеүгә килтерәсәгенә шик юҡ. Шуға, әйҙәгеҙ, яҡташыбыҙ өсөн тауыш бирәйек. Уның республикабыҙ, баш ҡалабыҙ исеменән сығыш яһауы хаҡында онотмайыҡ.
Фотолар Таһир Ғиндуллиндың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас