Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Декабрь 2019, 13:00

Иң-иңдәр бүләкләнде

1999 йылдан алып Башҡортостан Башлығының стипендияһы бер меңдән ашыу ҡыҙ һәм егеткә тапшырылған, шул иҫәптән, мәҙәниәт тармағына ҡараған 500 уҡыусы шундай мәртәбәле бүләкте алған.

“Башҡортостан” дәүләт концерт залында Башҡортостан Башлығы стипендияһын алыусыларға (мәҙәниәт өлкәһе) дипломдар тапшырылды.
Һәр илдең һәләтле балалары һәм талантлы йәштәре уның халҡының интеллектуаль һәм ижади үҫешен күрһәтә. Таланттарҙы асыҡлау һәм иң-иңдәрҙе күтәреү – республикабыҙҙа өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. 1999 йылдан алып Башҡортостан Башлығының стипендияһы бер меңдән ашыу ҡыҙ һәм малайға тапшырылған, шул иҫәптән, мәҙәниәт тармағына ҡараған 500 уҡыусы шундай мәртәбәле бүләкте алған.
2019/2020 уҡыу йылында Башҡортостан Башлығы стипендияһын алыу өсөн республикабыҙҙың Балалар сәнғәт мәктәптәренән 48 кандидат комиссияға документ тапшырған. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ҡуйған талаптарға ярашлы, шуның 20-һе һайлап алынды. Ә студенттарға килгәндә, мәҙәниәт һәм сәнғәт йүнәлешендәге юғары уҡыу йорттарында белем эстәүсе 125 ҡыҙ һәм егеттең 8-енә стипендия бирелде.
Читайте нас