Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Декабря 2019, 09:46

Кем икән оҫталары?

Күҙҙе ҡамаштырырлыҡ дебет шәлдәр, яулыҡтар, картиналар, сувенирҙар, милли кейемдәр, уйынсыҡтар... “ВДНХ-ЭКСПО” майҙансығында үткән “Өфө. Арт. Һөнәрселек. Сувенирҙар” күргәҙмәһенә ҡуйылған ҡул эштәрен күргәс, бөтә кешелә лә шундай һоҡланыу тойғоһо тыуғандыр.

Өфөлә “Һөнәрселек фестивале” тигән үҙенсәлекле күргәҙмә үтте.


Күҙҙе ҡамаштырырлыҡ дебет шәлдәр, яулыҡтар, картиналар, сувенирҙар, милли кейемдәр, уйынсыҡтар... “ВДНХ-ЭКСПО” майҙансығында үткән “Өфө. Арт. Һөнәрселек. Сувенирҙар” күргәҙмәһенә ҡуйылған ҡул эштәрен күргәс, бөтә кешелә лә шундай һоҡланыу тойғоһо тыуғандыр.


Тәү ҡарауға ябай кеүек күренгән әйберҙән дә ҡарап туйғыһыҙ затлы әйберҙәр, биҙәүестәр, күндән сумкалар, һунар өсөн кәрәк-яраҡ, кейемдәр етештерергә була икән. Уларҙың оҫталары менән тиҙерәк та­нышҡы килә.
Күргәҙмәгә республиканың барлыҡ район һәм ҡалала­рынан, Рәсәйҙең 16 төбәгенән 300-ҙән ашыу һөнәрсе йыйыл­ған. Бөтәһе лә үҙҙәренең күңел йылыһын һәм күҙ нурын ҡушып эшләгән үҙенсәлекле әйберҙә­рен ҡуйған. Мәләүез ҡалаһынан Рафаэль Насиров ағасҡа төшө­рөлгән бик матур һүрәттәрен алып килгән. “40 йыл шөғөл­ләнәм, әммә һуңғы дүрт йылда ныҡлап тотондом. Ә ҡыҙыҡһы­ныуым Бөйөк Устюг ҡалаһында эшләгәндә уянды. Унда халыҡ ижады шул тиклем ныҡ үҫешкән, хатта ҡалала кеше йөрөгән һуҡмаҡтар ҙа ағастан яһалған”, — тине ул. Балаҡатай районынан күргәҙмәгә “Тамбур” халыҡ студияһы коллективы үҙенең хеҙмәт емештәрен алып килгән.
Тамбурлы сигеү менән сигелгән алъяпҡыстарҙан, күлдәктәрҙән күҙҙе алырлыҡ түгел, бигерәк матур! “Билән ауылында беҙҙең клуб 20 йылдан ашыу эшләй. Күргәҙмәләрҙә гел ҡатнашабыҙ. Бик оҡшай. Үҙебеҙ ҙә оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәбеҙ”, – ти халыҡ сту­дияһының һынлы сәнғәт етәк­сеһе Венера Ғәлиәкбәрова.
Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙ милли кейемдәр тегеүгә, төрлө биҙәүестәр эшләүгә ҙур иғтибар бирә. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килгән оҫталарҙың ғәжәп күп булыуы һоҡландырҙы. Ғафури районынан Илһам Байбулдин думбыра, ҡурай, дөңгөр кеүек уйын ҡоралдарын терге­ҙеүгә ҙур көс һала. Өфөнән игеҙәктәр Гөлфиә менән Әлфиә Хамматоваларҙың зауыҡ менән тегелгән кейемдәре, галстук­тарға, башлыҡтарға төшөргән милли биҙәктәре лә уңышлы килеп сыҡҡан.
Күргәҙмәлә мамыҡ шәлдәр ҙә ҙур урын биләй. Был тәбиғи, сөнки борон-борондан шәл бәйләү халҡыбыҙҙың төп кәсептәренең береһе булған.
Баймаҡ, Әбйәлил, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ейәнсура, Стәрлебаш, Федоровка, Хәйбулла... ҡайһы райондан ғына килтермәгәндәр ҙә ниндәй генәһе юҡ!
– Шәл бәйләргә әсәйемдән өйрәндем. Уға әле 92 йәш. Әле булһа бәйләй ул. Бындай күргәҙ­мәләрҙә гел генә ҡатнашырға тырышабыҙ. Гран-при алдыҡ, 2016 — 2018 йылдарҙа лауреат булдыҡ. Бындай саралар бик оҡшай. Матур-матур ҡул эштә­рен күрәһең. Файҙаһы ла юҡ түгел, килем дә алабыҙ. Әле лә шәлдәребеҙҙе һатып алып торалар, — ти Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылының Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Гәүһәр Рәхмәтова.
Күгәрсен районының Хоҙай­бирҙин ауылының “Бесәнсе” фольклор ансамбле һылыуҙары төрлөһө төрлө һөнәр эйәһе булһа ла, уларҙы шәл бәйләү шөғөлө берләштерә.
Белорет районының Йөйәк ауылынан Гөлсирә Салауатова оҙаҡ йылдар тимер юлында электромонтер булып тир түккән. Бөтмөр апай хаҡлы ялға сыҡҡас, күңелендә йөрөткән кәсепкә тотона. Милли кейемдәр тегә, кейеҙҙән картиналар эшләй.

Дүрт көн буйы барған күргәҙ­мәлә, ысынлап та, бик үҙенсә­лекле, башҡа бер ерҙә лә осратып булмаған эштәрҙе күрергә мөмкин ине. Беренсе тапҡыр “Һөнәрселәр мәктәбе” ойошторолдо. Унда һәр кем күңеленә ятҡан шөғөлдө үҙләштереү өсөн оҫталар менән аралашты, эш нескәлектәрен өйрәнде. Йәмғе­һе йөҙгә яҡын оҫталыҡ дәресе үткәрелде. Ҡыйыуҙар иһә “Баш­ҡорт шәле-2019”, “Йыл һөнәр­мәне 2019”, “Йәш һөнәрмән”, “Алтын ҡуллы оҫта” конкурстарында таһыллыҡҡа көс һы­нашты.

Сарала “Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә халыҡ сәнғәте һөнәрҙәрен һаҡлау, яңыртыу һәм үҫтереү” тигән темаға түңәрәк өҫтәл үтте.

Читайте нас