Тарихсылар был ҡаланы Дондағы Ырыҫтау тип атай.
Телефон затлы, ҡиммәт күренә,
Симкаһында нимәлер? – тип яҙып ҡуйҙы бер көн интернет селтәрендә Ғүмәр Ғайсин атлы милләттәшебеҙ. Ул сығышы менән аҫаба башҡорт төбәгенән – Ырымбур өлкәһе Яңы Сергеевка районының Иҫке Ғүмәр ауылынан. Бөгөн Дондағы Ростовта йәшәй.
Әйткәндәй, үҙ-ара һөйләшкәндә тарихсылар был ҡаланы Дондағы Ырыҫтау тип атаны. Булыуы бик ихтимал. Ғүмәр ағай ана шулай интернет селтәрендә бәндәләрҙең асылы хаҡында уйланырлыҡ шиғыр юлдары яҙып ҡуя.
Ә бына ноябрҙең һуңғы көндәрендә сәсән, шағир Ғүмәр Ғайсиндың Дон дәүләт йәмәғәтселек китапханаһында ижад кисәһе үткән. Ошо хаҡта бер нисә кәлимә һүҙ әйтке килә. Башҡортостан Ғүмәр сәсәнде яҡшы белә. Интернет селтәрендәге әүҙемлеге өсөн генә түгел, ә Республика халыҡ ижады үткәргән Сәсәндәр әйтешендә даими ҡатнашҡан, ҡыҙыҡлы фекерҙәр әйткән уҙаман республиканан ситтә йәшәһә лә, үҙен һис битараф булмаған замандашыбыҙ итеп күрһәтте.
Ғүмәр ағайҙың бар ғүмере хәрби хеҙмәт менән бәйле. Ростов өлкәһенең Степной ҡасабаһына килеп урынлашҡансы ул илебеҙҙең бик күп төбәктәрендә йәшәгән. Ижад менән шөғөлләнергә лә ваҡыт тапҡан: башҡорт телендә “Һыбайлы ваҡыт”, “Балаларға бүләк”, “Робағиҙар”, “Халыҡ ынйылары” китаптарын сығарған. Уның яҙғандарының ҡиммәте – халыҡсан тел менән башҡорт асылы тураһында һөйләү. Юҡҡа ғына 2015 йылда “Шоңҡар” журналы ойошторған сәсәндәр әйтешендә еңеүсе булманы ул. Тыуған яғына һөйөү, уны тәрән һағыныу, теленә мөнәсәбәте, халҡына һүҙе – барыһы ла бар уның робағиҙарында, яҙғандарында.
Мәҙәни программалар үҙәге етәксеһе, Дон китапханаһы директоры урынбаҫары Михаил Мун, ижад кисәһен асып, йыйылған халыҡты башҡорт телендә сәләмләгән. Был, әлбиттә, барыһы өсөн дә көтөлмәгән хәл булған, сөнки корея милләтле ир-егеттең был ғәмәле башҡорттарға, телгә мөнәсәбәтен дә күрһәтә бит. Эйе, беҙ ишетеп түгел, күреп тә беләбеҙ: ул яҡтарҙа башҡорттарға мөнәсәбәт бигерәк тетрәндергес! Улар Бөйөк Ватан һуғышында ауылдарын кемдәр һаҡлағанын, кемдәр илде азат итеүгә ҙур өлөш индергәнен яҡшы хәтерләй. Бындай яҡты хәтер өсөн ул яҡтағы халыҡҡа ла рәхмәт!
Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Мәхмүт Сәлимов авторға ҡоролтайҙың Рәхмәт хатын, “Башҡорттар” китабын тапшырҙы. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, Башҡортостан яҙыусылары, ижадсылары исеменән дә ҡотлау хаты ебәргәйнек, Аллаға шөкөр, сарала беҙҙең сәләмдәр ҙә барып еткән. Ул яҡтарҙа йәшәгән башҡорттарҙың үҙ маҡсаты – данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының тарихын өйрәнеп, улар үткән юлдарҙан йыл да уҙып, батырҙарыбыҙҙың исемлеген барлау менән дә шөғөлләнә.
Мәхмүт Бакир улы шулай уҡ авторҙың робағиҙарын урыҫ теленә тәржемәләгән һәм шуларҙы халыҡҡа еткергән. Флүрә апай Мөфтәхова-Хорошева байрам сәбәпсеһенең шиғырҙарын аһәңле итеп уҡып, йыйылған тамашасыларҙы тетрәндергән.
...Әҙәми зат, һинең ғәмәлдәрең –
Ҡалмай киләләрҙер бәйле, шартыңда...
Карауанбашы, юлда, әгәр һин булғанда,
Дөйәләрҙә – йөгөң, һинең артыңда, – тип яҙа Ғүмәр сәсән, урындағы башлыҡтарға мөрәжәғәт итеп.
Фәнирә Мөфтәхова, Ғүмәр сәсәндең ҡайһы бер шиғырҙарындағы ер-һыу атамаларын үҙҙәрендәгеләргә алыштырып уҡып, әҫәрҙәрҙең географияһын да киңәйтеп ебәргән. Ул шулай уҡ тел мәсьәләһенә бағышлап яҙған һүҙҙәре күңеленә үтеп инеүен әйткән. Шулай булмай ни:
...Һәр замандың үҙенә күрә барҙыр шәре,
Ҡайһы быуынға булған һуң еңел
Олатайҙар һаҡлай алған илен,
Бәлки, көрәш ысулы һүлпәндер бөгөнгә
– тип тә һиҫкәндереп ебәрә ҡайһы бер милләттәштәребеҙҙе Ғүмәр Ғайсин.
Сарала Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шиғырҙарын да уҡығандар, уларҙы тамашасыларға Зәлиә Ищенко ханым еткергән. Эльвина Баһауетдинова, Мәжидә Әмирханова, Әсәйҙәр көнө икәнен иҫәпкә алып, уларға бағышлап йырлаған.
Сарала ҡатнашҡан Николай Николаевич атлы уҙаман башҡорттарҙың башҡорт, урыҫ милләттәре араһында дуҫлыҡ мөнәсәбәте һаҡлауҙарына, казактар менән тығыҙ бәйләнештә йәшәүҙәренә рәхмәтен әйткән. “Яҡташтар” һәм татар-башҡорт мәҙәниәте үҙәге рәйесе Марсель Бәҙғетдинов Ғүмәр Ғайсинға Рәхмәт хаты тапшырған һәм уның үҙенә оҡшаған шиғырҙарын уҡыған.
Ҡурай моңдары, милли ризыҡтар менән табында сәй эсеү менән тамамланған кисә һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер. Аралашыуҙан да ҙурыраҡ тағы ниндәй бәхет бар?! Етмәһә, тыуған төйәгеңдән ситтә осрашҡанда, һәр милләттәшең туғаныңдай үҙ, ғәзиз. Афарин һеҙ, Ырыҫтау башҡорттары. Башҡалар уйлағансы, эшләп тә ҡуяһығыҙ! Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов хөрмәтенә тәүгеләрҙән булып кисә үткәргәйнегеҙ. Бына был юлы ла замандашыбыҙҙы ҙурлап, милләтебеҙҙе данланығыҙ!