Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Декабря 2019, 10:48

Таулы Алтайҙан оло еңеү менән

Райондың данын республикала ғына түгел, бүтән өлкәләрҙә лә танытып, Башҡортостан исеменән сығыш яһап, Алтай Республика­һынан оло еңеү менән ҡайтҡан Илдар Юнысовты төбәктә танылған ҡурайсы, өзләүсе, мөнәжәттәр әйтеүсе һәм сәсән булараҡ һәр кем яҡшы белә.

Райондың данын республикала ғына түгел, бүтән өлкәләрҙә лә танытып, Башҡортостан исеменән сығыш яһап, Алтай Республика­һынан оло еңеү менән ҡайтҡан Илдар Юнысовты төбәктә танылған ҡурайсы, өзләүсе, мөнәжәттәр әйтеүсе һәм сәсән булараҡ һәр кем яҡшы белә.


Күптән түгел ул Алтай Республика­һында Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылына һәм алтай халҡының арҙаҡлы сәсәне Шалбаа Марковтың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы XVI халыҡ-ара сәсәндәр ҡоролтайында беренсе урынды яулай. Унда сәсәндәр ярышы, йәғни сәсәндәрҙең майҙан тотоуы ҡоролтай тип атала. Сәсәндәр бәйгеһендә Алтай, Тыва, Хаҡас, Бүрәт, Ҡырғыҙстан һәм Башҡортостан республикаларынан иң оҫта йыраусылар, өзләүселәр һәм көйләп һөйләүселәр йыйыла.

Алдан әйтеүебеҙсә, республикабыҙ исеменән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Түңгәүер” халыҡ ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Илдар Юнысов ҡатнаша һәм “Көйләп һөйләү оҫталығы” номинацияһында еңеүсе булып таныла.
– Конкурсҡа барыуым да уйламағанда, осраҡлы килеп сыҡты, Сибайҙа үткән VII асыҡ төбәк-ара мөнәжәтселәр конкурсында яңғыҙ башҡарыусылар араһында Гран-при яулап ҡайттым. Дәртләнеп кенә йөрөгәнемдә, Республика халыҡ ижады үҙәгенән Алтай Республикаһының Таулы Алтай ҡалаһында үтәсәк халыҡ-ара сәсәндәр ҡоролтайында ҡатнашырға саҡырыу килде. Ҡурайымды алдым да тәүәккәлләп юлға сыҡтым. Сит илдә сығыш яһауым да тәүге тапҡыр түгел. 2001 йылда – Ҡалмығстанда, 2011 йылда – Төркиәлә, 2015 йылда Венгрияның Будапешт ҡалаһы сәхнәләрендә ҡурай моңон һыҙҙырып, ҡобайыр әйтеп, сығыш яһағаным бар ине. Унда башҡорт ҡурайын һәм моңон бик йылы ҡабул итәләр, ошо йылылыҡ һиңә лә күсә, тамашасы менән тулы гармония барлыҡҡа килә, ул көс һәм дәрт өҫтәй, сәм уята. Күңелеңдән генә һинең “беренсе” булыу теләге үҙенән-үҙе барлыҡҡа килә, күңел нимәлер көҫәгәндәй, тағы ла яҡшыраҡ сығыш яһарға тырышаһың. Иң мөһиме – Башҡортостандың данын таратыу, уның исеменән сығыш яһау – милләтеңде танытыу, уның мәҙәниәтен һәм сәнғәтен башҡа халыҡҡа еткереү ул. Бәйгенең төрки халыҡтары араһында үтеүе лә ҙур мәртәбә. Икенсенән, төрлө халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашыу үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай, яңы дуҫтар һәм фекерҙәштәр табыла. Был юлы ла тап шулай булды.
Ҡасандыр Өфөлә халыҡ-ара сәсәндәр бәйгеһендә Эмиль Теркишев менән танышҡайныҡ, уның менән осраштыҡ.

Конкурсҡа килгәндә, ул бик юғары кимәлдә ойошторолдо. Бәйгеселәр ҙә ныҡ көслө ине, “тере” тауыш ҡына баһаланды. Баһалаусылар араһында 90 йәшлек абруйлы жюри рәйесе, атаҡлы алтай йыраусыһы Тансыҡпай Шинжиндың булыуы бигерәк мәртәбәле ине, – ти Илдар Әбделмән улы.
Алтай халҡы элек-электән үҙҙәренең сәсәнлек ижадын, халыҡ мираҫын бар тулылығында һаҡлаусы булараҡ билдәле. Сәсәндәр конкурсын халыҡ-ара кимәлгә сығарып, уны дәүләт яҡлауы һәм ярҙамы менән үткәрә алыуҙары етәкселектең дә, халыҡтың да халыҡ-тел ижадын ҡәҙерләүен һәм ғорурланыуын раҫлай. Бала саҡтан был традицияларҙы дауам итеү маҡсатында бик күп эш алып барыла: халыҡ музыка ҡоралдарында (тор-шор, ҡумыҙ, һуҡма инструменттар) уйнарға өйрәтеү, өзләү һәм йырлау буйынса эш етди ҡуйылған.
Илдар Юнысов Хәйбулла сәсәне, дала йырсыһы, хәҙер инде мәрхүм Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтан бик күп мөнәжәттәрҙе өйрәнә. Был юлы ла бәйгелә остазынан отоп ҡалған Шәйехзада Бабичтың “Халҡым өсөн” шиғырын ҡурай моңона ҡушып көйләп әйтә. Шулай уҡ Мәүлит Ямалетдиновтың “Бер тигәс тә ни яман?” ҡобайырының 10 куплетынан һуң 11-сеһендә үҙенең импровизацияһы менән “Бер тигәс тә ни яҡшы?” тип тамамлап ҡуя.
Бөгөн Илдар Әбделмән улы үҙе уҡытҡан Аҡъяр сәнғәт мәктәбендә ҡурайсылар тәрбиәләй, халыҡ-ара бәйгелә ҡатнашыу уҡытыусыға яңы дәрт өҫтәгән: тәрбиәләнеүселәренә киләсәктә сәсәнлек буйынса ла һабаҡтар бирергә йыйына. Ни тиһәң дә, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады сәсәнлек традицияларына барып тоташа. Башҡа халыҡтар уны күтәрә икән, ниңә үҙебеҙҙә лә үҫтермәҫкә, ти ул.
Читайте нас