Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Декабрь 2019, 19:30

Радик, бирешмә!

Элвин Грейға нимә булған? Күҙ тейгән, ахыры...

Башҡорт һәм татар эстрадаһының иң билдәле, ҙур-ҙур залдарҙы тултырып йыйған артисы Радик Юлъяҡшин популярлығын юғалта башланы, ахыры. Беренсе тапҡыр ул Ҡазандағы “Пирамида” мәҙәни-күңел асыу комплексында тулы зал йыя алмаған. Шул уҡ ваҡытта килгән халыҡ төрлө йәштә булған: пенсионерҙарҙан алып, саҡ атлай башлаған балаларға тиклем.
Kazanfirst.ru баҫмаһы хәбәр итеүенсә, концерт башланыр алдынан залда буш урындар күп була. Тамаша барышында ла, ул ҡыҙғанысҡа ҡаршы тулмай. Ә бит йондоҙло яҡташыбыҙҙың концерттарында алма төшөр ҙә урын булмай торғайны. Алдан күҙаллауҙар буйынса, Татарстандың баш ҡалаһында үтәсәк икенсе концерты ла тулмаҫ тип көтөлә, сөнки билеттар һатылған сайтты ҡараһаң, унда буш урындар байтаҡ ҡалған.
Тап ҡазандарҙың уға ҡарата “һыуыныуы” аптырата һәм һағайта. Элвин Грейҙы ундағы аудитория айырыуса ныҡ ярата ине бит. Был йәһәттән ике фараз бар. Беренсеһе - билетҡа хаҡтар юғары (1300-1700 һум). Икенсеһе - карьераһын артабан Мәскәүҙә үҫтерергә ҡарар иткәне өсөн Татарстан халҡы уға бер әҙ “үпкәләгән”дер.
Радик, бирешмә! Тамашасы һине барыбер ярата. Әйҙә, Өфөгә ҡайт, бик булмаһа.
Фото: msk.kassir.ru
Читайте нас