Мәҙәни мираҫ халҡыбыҙҙы үҫтерә.
Әбйәлилдә йырламаған-бейемәгән кеше юҡтыр. Бөтә Әбйәлил бейеү сире менән “ауырый”, иң сағыу һәм матур мәҙәни тамашалар тап ошо төбәктән сыға, иң оҫта һәм дәртле халыҡ бында йәшәй.
Райондың мәҙәни тормошо хаҡында һүҙ башлағанда, әбйәлилдәрҙе яҡшы белгән һәр кем ошо һүҙҙәрҙе әйтмәй ҡалмаҫ, моғайын. Ысынлап та, бында йыр-моң яратҡан, талантлы халыҡ йәшәй: балаһынан алып оло йәштәгеләргә тиклем йыр-бейеүгә маһир, боронғо йолаларға тоғро йәш таланттарҙы үҫтереү өсөн ҙур эш башҡарыла, быуындар бәйләнеше дауам ителә. Халыҡтың рухиәт ҡанаттары талмаһын өсөн район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ирек МУСИНДЫҢ ең һыҙғанып эшләүе оло хөрмәткә лайыҡ. Мәҙәниәт өлкәһендә башҡарылған эштәр, киләсәккә пландар һәм проблемалар, мәҙәниәт һәм мәҙәнилек хаҡында булыр түбәндәге әңгәмәбеҙ.
– Ирек Әғзәп улы, нисек уйлайһығыҙ, бөгөнгө мәҙәниәт яҡлауға, һаҡлауға мохтажмы?
– Мәҙәниәт ул һәр ваҡытта ла яҡлауға мохтаж. Мәҙәниәтһеҙ кеше йәшәй алмай, ул беҙҙең рухтың бер өлөшө, ул юғалһа, күңелебеҙҙәге рух та юҡҡа сығасаҡ, шуға күрә заман ниндәй генә булмаһын, мәҙәниәт һәр ваҡыт яҡлаулы һәм һаҡлаулы булырға тейеш. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа ил һәм республика етәкселеге тарафынан мәҙәни өлкәгә ҙур иғтибар бүленә. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы күтәрелде, төрлө йүнәлештә гранттар булдырылды, иң мөһиме – ауыл клубтарына иғтибар артты.
– Ауыл клубтары тигәндәй, күп райондарҙа мәҙәни усаҡтарҙың ябылыуы ла күҙәтелә. Һеҙҙә был тәңгәлдә эштәр нисек тора?
– Әбйәлил районында бөтәһе 72 клуб бар, уларҙың барыһы ла эшләй. Ҙур ғорурлыҡ менән әйтә алам: беҙ бер генә ауылда ла халыҡтың күҙ төбәп торған берҙән-бер мәҙәни усағын ябыуға юл ҡуйманыҡ. Киреһенсә, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Урындағы мәҙәниәт йорто” проекттарына ярашлы, байтаҡ ауылдарҙа мәҙәни-ойоштороу учреждениеларының матди-техник базаһы яңыртылды, музыка ҡоралдары һатып алынды, яңы костюмдар тектерелде.
Бөгөн беҙ иғтибарҙы күберәк ауыл клубтарына йүнәлтәбеҙ тиһәк тә, дөрөҫ булыр, минеңсә, сөнки ул – ауылдың “йөрәге” лә, халыҡтың рухи терәге лә, ауылдаштары менән осрашып һөйләшер урыны ла, күңелдәрен байытыр һәм йылытыр усаҡ та. Райондың барлыҡ мәҙәни-ойоштороу учреждениелары халыҡты аң-белемгә әйҙәп, уларҙың рухи ҡиммәттәрен байытыуҙа үҙ ролен уңышлы башҡара. Халыҡ таланттары концертында ауыл халҡы дәррәү ҡатнаша. Әле улар шау-гөр килеп Яңы йыл байрамдарына әҙерлекте башланылар ҙа. Һәр ауылдың һәр урамы, ҡарҙан төрлө һындар яһап, шыршылар ултыртып, ҡар майҙансыҡтары әҙерләй, Яңы йыл кисәһен үткәреү өсөн ҡулынан килгәнсә тырыша. Элекке кеүек, беҙ уларға приздар алыу, төркө конкурстар үткәреү өсөн финанс ярҙамы бүлә алмайбыҙ, шуға күрә һәр ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре был бурысты үҙ көсө менән атҡарып сыға.
Ауылдарҙа дәртле, талантлы халыҡ йәшәй, тик уларҙы күреп, табып сәхнәгә сығарыу ғына кәрәк. Ҡыш көндәре ауыл клубтары яңыса һулыш алып, балҡып китә, сөнки ауыл халҡының йорт-ҡура мәшәҡәте бер аҙ бөтә, клубҡа барыр өсөн ваҡыты ла табыла. Тап ошо миҙгелдә округтар араһында концерттар, төрлө байрамдар йыш үткәрелә, фольклор, драма, вокал, бейеү түңәрәктәре әүҙемләшә. 23 февралдә ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары әҙерләгән концерт була. Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы, тигәндәй, 8 Март байрамында ир-ат гүзәл заттарға байрам концерты әҙерләй.
Әйткәндәй, һәр мәҙәни сараның башында ағинәйҙәр әүҙем ҡатнаша, ауылдың ағинәйҙәр ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе йөгөн дә күпселек беҙҙең хеҙмәткәрҙәр тарта. Мәҙәни мөхиткә бер килеп юлыҡтыңмы, унан китеү бик ҡыйын, шуға күрә мәҙәниәт өлкәһендә үҙ һөнәренең ысын оҫталары эшләгәндә, ауыл клубтарының уты балҡып торасағына ышаныс ҙур.
– Ауыл клубтарының утын балҡытып тороусыларҙың иң-иңдәрен атап үтһәгеҙ ине.
– Ҙур теләк менән оҙаҡ йылдар халыҡта мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләп, үҙ эшенең ысын оҫталарына әүерелгән ойоштороусыларҙы билдәләмәксемен. Улар – Күп функциялы Байым мәҙәниәт үҙәге директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марс Сәйетғәлин, Ташбулат мәҙәниәт йорто мөдире, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағирә һәм сәсәниә Зөлфирә Ҡарағужина-Моратшина, Михайловка ауыл клубы мөдире Ләйсән Ғиләжева, Буранғол мәҙәниәт йорто мөдире Гөлназ Мәғәфүрова һәм башҡалар. Районыбыҙҙағы бөтә мәҙәни-ойоштороу учреждениелары уңышлы эшләй. Кемделер маҡтап, икенсеһен яманларға урын юҡ. Клубтарҙың барыһы ла халыҡтың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә булыша, үҙ өлөшөн индерә.
– Һуңғы йылдарҙа һәр төбәккә генә хас булған брендлы саралар үткәреү матур күренешкә әйләнә башланы. Был тәңгәлдә әбйәлилдәр үҙҙәренә генә хас ниндәй байрамдар менән ғорурлана ала?
– Республикала киң таралған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамының тәүге тапҡыр ярты быуаттан ашыу элек Әбйәлил районында башланып китеүен күптәр белмәйҙер ҙә әле. Танылған журналист, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәли Ишбулатовтың тәҡдиме менән уның тыуған төйәге Ҡаҙмашта ауылдаштар йыйыла ул саҡ. Күркәм йолаға нигеҙ һалыусылар туғандар бер-береһен танып үҫһен, тарих юғалмаһын, йәш быуын йәнтөйәген ҡәҙерләһен тигән кеүек маҡсаттарҙы күҙ уңында тотһа, һуңғы йылдарҙа был сара төйәкте төҙөкләндереү йәһәтенән дә ҙур әһәмиәткә эйә. Шуныһы ҡыуаныслы: Әбйәлилдә барлыҡҡа килгән байрам бөгөн тотош республика райондарында үтә һәм киң танылыу тапҡан.
Ата-бабаларыбыҙ һөнәрҙәрен һаҡлап ҡалыу, уларҙың нескәлектәрен йәш быуынға еткереү, халыҡ ижадын популярлаштырыу, оҫталарҙы асыҡлау, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында икенсе йыл рәттән районда “Һандыҡ-шоу” байрамы үткәрелә. Быйыл уны беҙ II асыҡ “Һандыҡ” байрамы итеп ойошторҙоҡ, серле һандыҡ эшләүселәр, боронғо ҡомартҡыларҙы һаҡлаусылар республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан ғына түгел, хатта күрше өлкәләрҙән дә ҡатнашты. Шулай уҡ беҙҙә тәүге тапҡыр “Ҡыҙыл йәйләүе” тип аталған башҡорт этник ижад конкурсына нигеҙ һалынды. Ул быйыл икенсе тапҡыр Байым ауылында үтте. Унда сәсәндәр һәм көйләүселәр, йыраусылар үҙ-ара бәйге тотто.
Тағы ла шуны өҫтәр инем, үткән йылдан башлап яҡташыбыҙ, Салауат Юлаев, Ким Әхмәтйәнов, Мәжит Ғафури исемендәге премиялар лауреаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Абушахманов призына республика һәүәҫкәр театрҙарының республика фестивале үтә. Былтыр башланғыс алған был фестиваль артистың тыуған ере – Буранғолда үтте, быйыл иһә бәйгене район мәҙәниәт йортонда ойошторҙоҡ. Өс көн дауамында барған фестивалдә төрлө райондың һәүәҫкәр артистары сығыш яһаны. Гран-при Ишембай районының Кинйәбулат ауылы мәҙәниәт йортоноң “Зөбәржәт” халыҡ театрына бирелде, беҙҙең райондан Атауҙы клубының “Ялҡын” театр коллективы өсөнсө урынды яуланы.
– Ирек Әғзәп улы, белеүебеҙсә, Буранғол ауылында республикала берҙән-бер “Кейеҙ йорто” эшләй. Уның менән дә таныштырып үтһәгеҙсе?
– Эйе, беҙҙең районда элек-электән кейеҙ баҫыусылар күп булған. 2001 йылда тәүге тапҡыр “Аҡ кейеҙгә баҫһам...” тип аталған республика байрамы була. Уны ойоштороусылар төбәктә кейеҙ баҫыу эшен йәнләндереү, йоланы һаҡлап ҡалыу, йәш быуынға еткереү, башҡа райондарға күрһәтеү маҡсатында Буранғол ауылында “Кейеҙ йорто” кәрәклеген әйтә һәм район хакимиәтенең ярҙамы менән ул асыла.
Бөгөн “Кейеҙ йорто”ноң етәксеһе – Зөлфирә Мәхийәнова. Ул үҙе лә оҙаҡ йылдар семәрле кейеҙ баҫа, был өлкәлә ярайһы уҡ уңышҡа өлгәшкән оҫталарҙың береһе. Уның хеҙмәт емештәрен Кипр, Франция кеүек сит ил вәкилдәре һатып алған, төрлө күргәҙмәләрҙә алдынғы урындар яулаған. 2020 йылда Башҡортостан Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итәсәк, уның сиктәрендә сит ил ҡунаҡтары беҙҙең районды ла урап үтмәйәсәк. Шуға күрә бөгөндән үк үҙебеҙҙең төбәккә хас булған милли йолаларыбыҙҙы, халҡыбыҙҙың онотола барған кәсеп-шөғөлдәрен ҡайтанан тергеҙәбеҙ, уларҙы тамашасыларға күрһәтеү буйынса бихисап эш алып барыла. Шулай уҡ сит ил ҡунаҡтары “Кейеҙ йорто”нда булып, һарыҡ йөнөнән сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа кейеҙҙе үҙҙәре үк баҫып ҡарар тигән ышаныстабыҙ.
– Тотош Әбйәлил бейеү сире менән “ауырый” тигән фекер менән килешәһегеҙме?
– Был һүҙҙәрҙе кем әйткәндер, әммә уның нигеҙендә тулыһынса дөрөҫлөк ята. Әбйәлилдәр бейергә ярата, йыл һайын “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында гран-приһыҙ ҡалғаны юҡ, тиһәк тә була. Үҙебеҙҙә лә йыл һайын “Байыҡ” район конкурсын үткәрәбеҙ, унда һәр ауылдан бейеүселәр ҡатнаша, яңы атлағанынан алып туҡһан йәшлектәре лә сәхнәгә сығып, ойоҫҡота баҫып бейей. 2008 йылдан алып бөгөнгә тиклем “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында ололар һәм балалар араһында “соло”, “трио”, парлы, коллектив башҡарыусылар араһында беҙҙең райондан да күберәк гран-при яулаған бейеүселәр юҡ! Райондың һәр мәктәбендә бейеү түңәрәктәре эшләй, йыл һайын сәхнә кейемдәре тектерелә.
Районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған “Йәшлек” халыҡ бейеү ансамбле быйыл 50 йыллығын билдәләй. Ошо дәүерҙә ансамблдә әллә күпме быуын алмашынды, әммә уларҙың береһе ле бейеүгә һөйөү хисен һүндермәне, төрлө өлкәлә эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, әле булһа сәхнәгә хыянат итмәй, бейей. Райондағы бер генә концерт та “Йәшлек”һеҙ үтмәй. Әйткәндәй, беҙ ансамблдең күркәм юбилейын билдәләп үтергә уйлайбыҙ.
– Уңыштарығыҙға килгәндә...
– Улар бик күп һәм һанап китеүгә лә байтаҡ ваҡыт сарыф ителер ине. Һарытау ҡалаһында үткән үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары араһында I Бөтә Рәсәй конкурс-фестивалендә Заһит Ғәбитов етәкселегендәге “Серле моң” халыҡ вокаль ансамбле I дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Ошо уҡ коллектив Мәләүездә үткән стилләштерелгән йыр, бейеү, музыка “Төпкөлдә” фестивалендә беренсе урынды яуланы. Резеда Юлдашева етәкселегендәге “Әхирәттәр” халыҡ фольклор ансамбле Илеш районындағы “Ауаз” башҡорт этник фестивалендә Гран-при алып ҡайтты.
Тәтешле районында “Шәжәрә байрамы”нда ҡатнашып, “Йәш килендәр” конкурсында Лилиә Яныбаева беренсе урынға лайыҡ булды. “Ғаиләм – ҡәлғәм” конкурсында Ғәбитовтар ғаиләһе Гран-при яуланы. “Тула Гармоникаһы” Бөтә Рәсәй йәш башҡарыусылар конкурс-фестивалендә Айназ Дәүләтов икенсе урынға сыҡты (уҡытыусыһы – Азат Атанғолов). Ғөмүмән, төрлө конкурстарҙа беҙҙең талантлы ҡыҙ һәм егеттәребеҙ һәр саҡ алдынғы.
– Ирек Әғзәп улы, яңы 2020 йылға аяҡ баҫырға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Киләһе йылда әбйәлилдәр ниндәй үҙенсәлекле саралар үткәрергә йыйына? Сер булмаһа, уртаҡлашығыҙ әле.
– Бөтә Рәсәй фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә киләһе йылда беҙ башҡорт халҡының милли аштарын пропагандалау, башҡорт кухняһын донъя кимәлендә танытыу маҡсатында “Ашъяулыҡ” исемле өр-яңы конкурс үткәрергә йыйынабыҙ. Ул февраль айында уҙасаҡ. Һәр ауылда онотола башлаған милли аш-һыуҙы тергеҙеү, уны әҙерләү, табынға ҡуйыу буйынса ярыштар иғлан ителәсәк. Йомғаҡлау өлөшөн район үҙәгендә үткәреү планлаштырыла. Әйткәндәй, быйыл беҙҙең уңған хужабикәләр “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 милли ризыҡ” тигән конкурс ойошторҙо. Башланғыс бар, артабан уны дауам итеү генә кәрәк.
– Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Эшегеҙҙә һәр саҡ уңыштар юлдаш булһын!