Был проект ошолай аталырға хаҡлы.
Һуңғы йылдарҙа киң билдәлелек яулай барған “Аҫылташ” башҡорт йәштәре бренды хаҡында гәзит биттәрендә бер нисә тапҡыр яҙғаныбыҙ булды. Уны мәғариф, мәҙәниәт форумдары, төрлө ҡыҙыҡлы осрашыуҙар һәм был проект авторы, Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фондының SMM белгесе Наҙгөл Ғәлиева тарафынан ойошторолған “Аҫылташ” башҡортса видеолар марафоны тәшкил итә.
Наҙгөл быйыл Ҡырымда үткән “Таврида” Рәсәй йәштәр форумында 300 меңлек грант алыуға өлгәшә, ә башҡорт телендә сифатлы видеояҙмалар төшөрөү – уның күптәнге хыялы. "Аҫылташ" башҡортса видеолар марафонын ул Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, "Росмолодежь" ойошмалары ярҙамында бойомға ашыра.
“Башҡортса шиғырҙарҙы, ғөмүмән, интернет селтәрендә башҡорт контентын, телен популярлаштырыу маҡсатынан төҙөлдө был проект”, – ти ҡыҙ.
Бөгөнгө көндә башҡорт шиғриәтенең яңы быуын вәкилдәренән Айбулат Сәсәнбаев, Нәркәс Ҡәйепҡолова, Алина Әхмәтшина, Айгөл Йәмилеваның шиғырҙарына клиптар төшөрөлгән. Уларҙың барыһы ла сюжет төрлөлөгө, яңыса ҡараш менән үҙенә арбай. Киләсәктә башҡорт йәмғиәтендә теге йәки был өлкәлә билдәлелек яулап өлгөргәндәр менән дә яҙмалар көтөлә.
Фото Наҙгөл Ғәлиеваның шәхси архивынан.