“Миңә ышанғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт” тип яҙған яҡташыбыҙ Таһир Ғиндуллин үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә.
Финалға бер аҙ ғына ҡалғас, Таһир Ғиндуллин ТНТ каналында барған “Бейеүҙәр” шоуы менән хушлашырға мәжбүр булды. “Проект ваҡытында нисек кенә ауыр булмаһын, мин барыбер бәхетле инем һәм һәр һынауҙы йылмайып ҡаршыланым. Үҙемде бер ҙә еңелеүсе тип һанамайым, хатта еңеүсе тип әйтә алам” тип яҙған Өфө егете.
Күп тамашасы Өфө егетен үҙҙәре өсөн барыбер еңеүсе тип билдәләй. “Таһирҙың көслө һәм “йомшаҡ” яҡтарын белеп, фәҡәт уның өсөн генә махсус бейеү ҡуйып булманымы икән? Брейкты шул тиклем шәп башҡарған егет был сәнғәттең башҡа төрҙәрен дә алама бейей тип әйтә алмайым” тип ризаһыҙлығын яҙғандар ҙа бар.
“Мин һеҙҙең менән хушлашмайым. Был – тормошомдоң ни бары бер баҫҡысы ғына. Ә ул мине күп нәмәгә өйрәтте. Бының өсөн ҙур рәхмәтлемен” тип яҙған Таһир. Һәм тағы “P.S. Финалда тағы осрашырбыҙ” тип өҫтәгән.
Әлбиттә, егеттең шоуҙың иң һуңғы этабына килеп еткәс, бәйгенән ситләтелеүен күреп-ишетеүе еңел булманы. Ни эшләтәһең инде, был – шоу. Уның ябай тамашасыларға билдәле булмаған үҙенең дә серле яҡтары барҙыр. Ә бит егет – еңеүсе булып танырлыҡ шәп бейеүсе. Быға уның әллә күпме сағыу сығыш яһауына шаһит булғас, ныҡлы әйтә алабыҙ. Шуға киләсәктә уның ниндәй ҙә булһа бәйгелә еңеренә ышанысыбыҙ ҙур.
Фотолар Таһир Ғиндуллиндың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән.