Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Декабря 2019, 17:55

Гөлназ Асаева яңғыҙ тороп ҡалған...

"Татарстанда йөрөү өсөн аҡсам етмәҫ..."

Ағымдағы йыл яратҡан йырсыбыҙ Гөлназ Асаева өсөн уңышлы булды.
Ул Өфө сәнғәт училищеһын уңышлы тамамлап, диплом алды. Ошо көндәрҙә иһә яҡташыбыҙ етенсе йыл рәттән тапшырылған "Болғар радиоһы" милли музыкаль премияһына лайыҡ булды. Был хаҡта йырсы үҙе: "ТНВ" каналы хит-парадында "Китә ҡаҙҙар" йырын башҡарып, тәүге урынды алдым. Ахырҙа мине ошо тантанаға саҡырҙылар", – ти.
Әйткәндәй, быйыл Гөлназға гастролдәрҙә яңғыҙ йөрөргә тура килгән. Сәбәбе – командаһы менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡан. Шуға ла ул бер үҙе тороп ҡалған. "Гастролдәрҙе яңы программа менән Башҡортостанда башларға әҙерләнәм, ә Татарстанда йөрөү өсөн аҡсам етмәҫ тип уйлайым", – ти сәхнә йондоҙо.
Фото йырсының "Бәйләнештә" төркөмөнән алынды.
Читайте нас