Кисә Түбәнге Новгород ҡалаһында Волга буйы федераль округының сәхнә сәнғәте буйынса “Театраль Волга буйы” йәштәр фестиваленең еңеүселәрен һәм призерҙарын тәбрикләнеләр.
Был уникаль проект Театр йылында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың башланғысы менән тормошҡа ашырылды. Уның төп маҡсаты — үҙешмәкәр театр коллективтарын әүҙем ижади көнәркәшлеккә ылыҡтырыу, сәнғәттең ошо өлкәһендә яңы исемдәр асыу.
Ҡатнашыусылар билдәләүенсә, уларға күптән ошондай бәйге шарттары етмәгән һәм Волга буйы федераль округында йәшәгән тиҫтерҙәре менән ижади ярышҡа сығыу дәрт-дарман өҫтәгән, әммә еңелдән булмаған.
Бәйгелә 483 коллектив һәм ете мең йәш актер – мәктәп уҡыусылары һәм студенттар ҡатнашҡан. Ҡайһы берәүҙәр өсөн был сара ысын мәғәнәһендә сәхнә мәктәбенә әүерелгән, кемдәрҙер оҫталығын арттырған, ә иң мөһиме – һәр ҡайһыһы тамашасыларҙың һәм жюри ағзаларының аныҡ баһаһын алған.
Йәш театр коллективтары сәхнәләштергән тамашаларҙы 150 меңдән ашыу кеше ҡараған, тағы ла 36 мең тамашасы спектаклдәрҙең видеояҙма вариантын интернет селтәре аша күргән. Халыҡ фекере ярҙамында, 30 меңгә яҡын тауыш менән, иң көслө ижадсылар билдәләнгән.
Мәғлүм булыуынса, “Иң яҡшы студенттар спектакле” номинацияһында финалға Сыуаш Республикаһының ижади студияһы сыҡҡан, ә мәктәп уҡыусылары араһында Башҡортостандың Межгорье ҡалаһы балаларының тамашаһы иң яҡшыһы тип табылған.
“Театраль Волга буйы” фестивале, ғөмүмән, барыһы өсөн дә тиң ижади шарттар булдыра һәм ысын ижадҡа бер ниндәй ҙә кәртәләр булмауын иҫбатлай.
Еңеүселәрҙе тәбрикләгән тантаналы сара ваҡытында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев көмөш һәм бронза миҙалдар алғандарға ла иғтибар бүлде. Йәштәр иҫтәлекле билдә һәм яңы спектаклдәр ҡуйыу өсөн 100 меңдән 200 мең һумғаса маҡсатлы гранттар алды. Иң шәп режиссерҙар һәм актерҙар Мәскәүгә сәйәхәт менән бүләкләнде, улар баш ҡалала Рәсәйҙең иң данлыҡлы театрҙары спектаклдәрен ҡараясаҡ. Шулай уҡ иң шәп афишалар ижад итеүселәр ҙә билдәләнде.
Олег Машковцев шулай тип билдәләне:
– Йәй көнө Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле студент театрҙарының йәш актерҙары менән “iВолга” форумында осрашҡайны. Шунда бер егет: “Минең өсөн төп асыш – округта, баҡһаң, бик күп кешеләр театр менән шөғөлләнә икән”, – тип белдергән. Бәлки, театр яратыусылар өсөн бөтөн бер мәҙәни киңлек булдырыу проекттың төп һөҙөмтәһе булғандыр. Бөгөн беҙ фестиваль еңеүселәрен тәбрикләйбеҙ. Әммә бында еңелеүселәр юҡ: һәр ҡатнашыусы үҙенең ижады өсөн яңы этәргес, гуманизм тәжрибәһе, аңлау һәм теләктәшлек тапты.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары шулай уҡ, Театр йылында тыуған фестиваль тамашасыларҙың һорауы буйынса артабан да дауам итәсәк, тине.