Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгән ваҡытта асыласаҡ.
Сибай ҡалаһына ҡараған Төйәләҫ ҡасабаһында ауылдың тарихын, уның кешеләрен, Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарының тормошон, яҙмышын сағылдырған, ошонда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, йәшәү рәүешен күрһәткән музей асыласаҡ. Ул ауылдағы белем усағының бер бүлмәһен аласаҡ. Музейҙың директоры итеп оҙаҡ йылдар мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан, ошо ауылдың тарихын, күренекле кешеләрен, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының яҙмышын өйрәнгән, уларҙың тарихын яҙып алған, фото һәм видеоға төшөрөп, бөгөнгө көнгә тиклем ҡәҙерләп һаҡлаған Сәғиҙә Байназарова тәғәйенләнгән. Уның урынбаҫары итеп Төйәләҫ ауылының ветерандар советы рәйесе Дзидра Агеева һайланған.
Музейҙы ойоштороусылар Төйәләҫ халҡына социаль селтәр аша музей өсөн материалдар, экспонаттар йыйыу тәҡдиме менән сығыш яһаған, ә мәктәп коллективы изге эштә ярҙам күрһәтәсәген белдергән.
Алдағы йылда илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгән ваҡытта яуҙа һәләк булыусылар, һуғыштан имен-һау ҡайтып та, бөгөн был донъянан киткән һуғыш һәм тыл ветерандарының яҡты иҫтәлеге, киләсәк быуын өсөн хәтер һәм аманат булыр музей дөйөм көс һәм менән үҙ ишектәрен асыр, тигән ышаныста ҡалайыҡ.
Фото: "Сибайский рабочий" гәзитенән.