Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Декабрь 2019, 10:30

Әхнәф Харисовты иҫкә алайыҡ!

19 декабрҙә Башҡортостан Яҙыусылар союзында сәғәт 4-тә ғалимды, башҡорт халҡының арҙаҡлы улын иҫкә алыу сараһы була.

Ул башҡорттарҙан беренсе булып 1941 йылда филология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Әгәр бөгөн башҡорт әҙәбиәте тарихы ентекле өйрәнелә килә икән, уға нигеҙ һалыусыларҙың береһе була Әхнәф Ибраһим улы Харисов. Бөрө өйәҙенең Имән ауылында 1914 йылда тыуған фән әһеленең тыуыуына быйыл 105 йыл билдәләнә.
Уның ғилми эшкә һәләтлеге К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегендә уҡыған саҡтарында уҡ күренә башлай. 1935 йылда институтты тамамлағас, шунда уҡ эшкә ҡалдырыла. 1937 йылда шағир Ҡадир Даян менән бергәләп ”Стилистика. V—VII кластар өсөн дәреслек” китабын яҙа. Шағир Шәйехзада Бабичтың шәхси фондын асып, уны тулыландырыу эше менән шөғөлләнә ул. “Башҡорт әҙәбиәте теорияһы” китабын 1944 йылда сығарыуға өлгәшәләр.
Әхнәф Харисов 1954–1964 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры була. Ә уға тиклем 1948—1951 йылдарҙа Әхнәф Харисов Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе булғанда башҡорт әҙәбиәтен артабан үҫтереү һәм уны Бөтә Союз аренаһына сығарыу өсөн күп көс һала.
19 декабрҙә Башҡортостан Яҙыусылар союзында сәғәт 4-тә ғалимды, башҡорт халҡының арҙаҡлы улын иҫкә алыу сараһы була. Уны белгәндәр, уның ижады аша фәнгә килгәндәр, уның яҙмалары аша әҙәбиәтте өйрәнгәндәр, рәхим итегеҙ Ҡәҙер һәм хәтер кисәһенә.
Читайте нас