Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Декабря 2019, 07:39

Милли мираҫҡа тоғролоҡ

Халҡыбыҙҙың тарихын белеү, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, быуындар бәйләнешен нығытыу — һәр кемдең изге бурысы. Әлбиттә, быларҙы тормошҡа ашырыу нәҡ беҙгә ауыҙ-тел ижады, йыр-моң аша килә. Шөкөр, был тәңгәлдә байтаҡ эш башҡарыла, айырыуса төрлө фольклор ансамблдәренең эшмәкәрлеге маҡтауға лайыҡ.

Халҡыбыҙҙың тарихын белеү, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, быуындар бәйләнешен нығытыу — һәр кемдең изге бурысы. Әлбиттә, быларҙы тормошҡа ашырыу нәҡ беҙгә ауыҙ-тел ижады, йыр-моң аша килә. Шөкөр, был тәңгәлдә байтаҡ эш башҡарыла, айырыуса төрлө фольклор ансамблдәренең эшмәкәрлеге маҡтауға лайыҡ.


Федоровка районының Яңы Яуыш ауылының “Айгүзәл” баш­ҡорт халыҡ фольклор ансамбле, мәҫәлән, бөгөн төбәктең мәҙәни тарихын биҙәй. Ауыл халҡының йәшенән алып олоһона тиклем йыр-моң, башҡорт халҡының мәҙә­ни йолаларына таянып көн күрә. “Айгүзәл” халыҡ ансамбле борондан килгән мәҙәни мираҫҡа таянып төҙөлгән. Халҡыбыҙҙың милли байлыҡтарын бында йәшәгән оло йәштәге инәйҙәр үҙ хәтере һанды­ғында һаҡлап килгән һәм бөгөн йәш быуынға ҙур ихласлыҡ менән тарата. Шуныһы ҡыуаныслы: улар ярҙамында Яңы Яуыш ауылының мәҙәни тормошо ла үҫешә, даны ла тирә-яҡҡа тарала.


Урындағы ғына түгел, район кимә­лендәге сараларҙа ла һәр ваҡыт беренселәрҙән булған “Ай­гүзәл” халыҡ ансамбле 2002 йылда ойошторолған. Уны республикала төбәк халыҡ ижады фестивале призеры, “Салауат йыйыны”, Ырым­бурҙа үткән “Республика көндәре” байрамдарында ҡатнаш­ҡан, Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙған “Ашҡаҙар таңдары” фольклор байрамында лауреат исемен яулаған, район хакимиәтенең ҡиммәтле бүләктәре, дипломдары менән бүләкләнгән, үҙенсәлекле репертуары менән дан тотҡан ансамбль булараҡ беләләр.


Төркөмгә 2007 йылда “халыҡ” исеме бирелеүе лә ошо хаҡта һөйләй. Райондың бер байрамы ла “Айгүзәл”һеҙ үтмәй, уларҙың сағыу һәм дәртле сығыштары боронғо йолаларҙы кәүҙәләндерә. Бынан тыш, ауылдың оло йәштәге инәйҙәре йәш быуынға үҙҙәренең әйтер һүҙен еткереү маҡсаты ме­нән изге эш алып бара. “Инәй­ҙәрҙең һүҙҙәре генә түгел, һәр сығышы күңелгә үтемле, шуға ла халыҡ уларҙы һәр урында яратып ҡабул итә”, тиҙәр районда.


“Айгүзәл” төркөмөнә Ишморат Маликов етәкселек итә. Бөгөн бында һигеҙ ҡатын-ҡыҙ, ике ир-ат шөғөлләнә. Улар бергәләшеп ан­самбл­дең сығышы өсөн сценарий­ҙар яҙа, көн һайын тиерлек репе­тицияға йөрөйҙәр.


“Айгүзәл” төркөмөндә башҡорт рухлы, халҡыбыҙҙың милли ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен белгән, уны халыҡҡа арымай-талмай еткерә алған инәй-апайҙарға, ағайҙарға бай. “Киләсәктә лә был юҫыҡта эшмә­кәрлегебеҙҙе дауам итә­сәкбеҙ, йәш быуынға халҡыбыҙҙың бай мәҙәниәтен еткереү – беҙҙең мөҡәддәс бурыс”, – ти төркөмдөң һәүәҫкәр артистары.


Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.



Читайте нас