Ҡазанда популяр йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Elvin Grey (Радик Юлъяҡшин) концерттары ҙур аншлаг менән үткән. Тамаша Пирамида күңел асыу үҙәгендә ойошторолоп, ғәҙәттәгесә залда алма төшөрлөк тә урын булмаған.
Йәштәр ҙә, ололар ҙа рәхәтләнеп йырлап, бейеп, яратҡан йырсыһы менән аралашып күңел асҡан. Тамашасы залында йәштәр менән бер рәттән иң әүҙем "фанат", Elvin Grey үҙен “әбейем” тип йөрөткән Рәхимә апай ҙа булған. Рәхимә Вәлиуллина сәхнәгә менеп йырсыға сәскә гөлләмәһе тапшырып, “Атай” тигән йырҙы нишләп башҡармайһың, тип ҡыҙыҡһынған. Elvin Grey аранжировканы тамамлағас концерт программаһына индерәм тип аҡланғас, Рәхимә апай “Ҡасан? Мин үлгәсме?” тип йырсыны һүҙһеҙ ҡалдырған.
Elvin Grey концерттары ғәҙәттә ябай тамаша кеүек үтмәй, тамашасының урындарынан тороп бейеүе - ғәҙәти хәл. Бындай күренеш концертҡа тәүгә килгәндәр өсөн башта сәйер күренһә лә, бер аҙҙан улар ҙа ҡалғандарға ҡушылырға тырыша.
Концерт тәнәфесһеҙ өс сәғәтҡә яҡын дауам иткән. Унда шулай уҡ йырсы Иркә, Рената Тей, Руслан Амурус, Вилли, Ябай Малай үҙ сығыштары менән халыҡты һөйөндөргән.