Сибай институтының “Сармат” халыҡ бейеүҙәре ансамбле “Байыҡ” телевизион конкурсында сығыш яһап, ҙур еңеүгә өлгәште. Студенттар Фәнил Әсәҙуллин ҡуйған берсә шаян, берсә күңелле “Йәш йөрәктәр” бейеүе менән сәхнәгә сыҡты, һоҡланғыс бейеүҙе баһалама ағзалары ғына түгел, барлыҡ тамашасылар ҙа үҙ итте. Башҡорт халҡының бейеү сәнғәтендәге йолаларына, хореографияға булған һөйөү өсөн йәштәр “Байыҡ”тың дипломы һәм символы – Ситек менән бүләкләнде! Ҡотлайбыҙ!
“Сармат” бейеү ансамбле 2007 йылда музыка кафедраһында “хореография” бүлеге асылыу менән ойошторола. Уның тәүге етәксеһе – Резеда Хәмиҙуллина. Ул “Аҡбуҙат”, “Титаник”, “Матурлыҡ вальсы” кеүек бейеүҙәрҙе ҡуйған. “Студент яҙы-2008” республика фестивалендә “Сармат” I дәрәжәле диплом яулаған. Шул уҡ йылды ансамблде үҙ ҡулына Айтуған Дәүләткирәев ала һәм сиған, мари бейеүҙәрен ҡуя. “Студент яҙы” фестивалендә улар II дәрәжәле диплом эйәһе була.
2009 йылда ансамблде Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Эльвира һәм Фәйзулла Аҡназаровтар етәкләй башлай. Репертуар “Краковяк”, “Гөлнәзирә”, “Бөрйән егеттәре”, “Елән”, “Тверь байрамдары”, “Батмус”, “Питрәс таҡмаҡтары”, “Башҡортостан йәшлеге”, “Ҡыҙҙар байығы”, “Веселуха-топотуха” бейеүҙәре менән байый. “Сармат” – “Берҙәмлек” X халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестиваленең дипломанты ла. Әле ансамбль менән Гүзәл Әсәҙуллина етәкселек итә.