Ә һеҙ шуны беләһегеҙме? Сорғот ҡалаһындағы иң билдәле, сағыу һәм талантлы сәхнә йондоҙҙарының береһе, танылған опера йырсыһы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, милләттәшебеҙ Светлана Люпп-Мырҙагәрәева Башҡортостанда, бәрәкәтле Дәүләкән ерендә тыуып үҫкән.
Ул оҙаҡ йылдар Сорғот филармонияһында эшләй, “Светилен” хор капеллаһы солистарының береһе. Унан тыш, Светлана бик күп опера әҫәрҙәре менән дә сығыш яһай, репертуарында – Рәсәй һәм сит ил авторҙарының ижад өлгөләре.
Светлана Айрат ҡыҙы тыуған яғы, тамырҙары хаҡында бер ваҡытта ла онотмай, мөмкинлек сыҡҡан һайын Башҡортостанға ҡайтырға, яҡындарын күрергә тырыша. Төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша: мәҫәлән, быйыл июлдә ул Дәүләкән ерендә үткән Мең ырыуы йыйынында булып, ырыуҙаштары алдында сығыш яһаған. Киләһе йыл Сибай ҡалаһына ижади сәфәргә бармаҡсы.
Светлана Айрат ҡыҙы әйтеүенсә, йырсы һәләте – әсәһенән. Тап яҡыны уны туғыҙ йәшендә музыка мәктәбенә алып килгән, моңло тауышын ишетеп, артабан һәләтен үҫтереүен теләгән.
– Әсәйем бик матур йырлай, әммә уның ошо йүнәлеш буйынса белем алыу мөмкинлеге булмаған. Шуға ҡарамаҫтан, ул ғүмер буйы үҙешмәкәр ижади эшмәкәрлек алып барҙы. Әйткәндәй, өләсәйем һуғышҡа тиклем Мәскәүҙә йәшәгән, Ҙур театрҙа шөғөлләнгән, хатта уның сәхнәһендә сығыш яһау мөмкинлеге лә тейгән. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең ғаиләлә ижад менән йәшәү – тамырҙарҙан, – ти Светлана Айрат ҡыҙы.
Ул Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған, Өфө дәүләт сәнғәт академияһында белем алған. Яҙмыш Сорғот тарафтарына алып килгән. Ярһыу йөрәкле, һәләтле йырсы бында күптән танылыу яулаған, Светлана Люпты яраталар, таныйҙар, хөрмәт итәләр.
Сорғотта бик күп милләтәштәребеҙ йәшәгәне мәғлүм. Светлана Айрат ҡыҙы яҡташтар ойошмаһының сараларында ла һәр саҡ әүҙем ҡатнаша, туған телебеҙҙе, моңобоҙҙо һаҡлауҙы хәстәрләүсе, мәҙәниәтебеҙҙе таратыусы шәхестәрҙән ул.
Фотолар һәм видеолар геройҙың шәхси архивынан, шулай уҡ Анастасия Аусттың һүрәте ҡулланылды.