Күңелдәрҙе елкендереп Яңы йыл байрамы яҡынлаша. Был мәлдә һәр кем күңеленән булһа ла мөғжизә көтә. Ә бына баш ҡалала йәшәгәндәр, килгән ҡунаҡтар өсөн быйылғы Яңы йыл төнө ысынлап та үҙенсәлекле булмаҡсы.
Билдәле булыуынса, 31 ғинуарҙа Ҡунаҡһарай майҙаны алдында "TERRA ZIMA" фестивале үтә. Байрам киске 10-да башлана. Төн уртаһына тиклем рәсми кешеләрҙең сығышы, шулай уҡ Рәсәй президентының Яңы йыл мөрәжәғәте тапшырыла. Бынан һуң сәхнәгә Радик Юлъяҡшин сыға. Йырсы төнгө икегә тиклем халыҡтың күңелен күрәсәк.
Фото йырсының "Бәйләнештә" төркөмөнән алынды.