Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Декабрь 2019, 11:55

"Буш башаҡ һин!"

"Татарстанда йырсылар араһында дуҫлыҡ бармы?" тигән һорауға Гөлназ Асаева: "Юҡ" - тип белдергән...

"Татар йыры-2019" матбуғат конференцияһында халыҡ артисы Хәмдүнә Тимерғәлиева Татарстандың атҡаҙанған артисы Фирдүс Тямаевҡа шелтә белдереп, уны буш башаҡ менән сағыштырғайны.

Был ваҡиғаға ҡарата эстрада йондоҙҙары үҙ мөнәсәбәтен белдергән.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әнүәр Нурғәлиев үҙенең барыһы, хатта дошмандары менән дә дуҫтарса мөнәсәбәттә булырға теләүен белдереп, "Мин күперҙәрҙе яндырырға яратмайым" тигән.

Йырсы Гөлназ Асаева ла, Хәмдүнә апай - легенда, уға бар нәмә лә ғәфү ителергә тейеш, тигән. Ә Фирдүскә быны иҫәпкә алмаҫҡа, яуап бирмәҫкә кәрәк ине, тигән фекерҙә. "Татарстанда йырсылар араһында дуҫлыҡ бармы?" тигән һорауға ул "юҡ" тип белдергән.
Ә бына Башҡортостанда бар икән.

"Болғар радиоһы" етәксеһе йырсылар араһындағы бәхәстәрҙең халыҡ араһына сығыуына хафалана. Бындай хәлдәр артистар тормошо эсендә ҡалырға тейеш, ти ул.
Читайте нас