Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Декабрь 2019, 14:10

Табынға – Сәғиҙулланан ризыҡ

Байрам етеүгә күп ваҡыт ҡалманы. Күптәрҙең яратҡан йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегет ғаиләһе Яңы йыл табынында нимә менән һыйланырға ярата икән?

Байрам етеүгә күп ваҡыт ҡалманы. Күптәрҙең яратҡан йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегет ғаиләһе Яңы йыл табынында нимә менән һыйланырға ярата икән?
– Беҙҙең йола буйынса Яңы йыл табыны ҡаҙһыҙ үтмәй. Тик быйыл традицияны әҙерәк үҙгәртеп... шашлыҡ бешерергә булдыҡ. Ә ниңә, уны йәй көнө генә ашарға тимәгән бит? Урамға сығып, мангалда ут яғаһың да хуш еҫле, тәмле ҡурылған ит ашап ҡыуанаһың, – тине ул.
Ысынлап та, ә ниңә шашлыҡты йәй генә ашарға? Ҡыш та булһын әле. Бына Сәғиҙулла беҙгә шундай рецепт тәҡдим итте:

– Иң тәүҙә итте дөрөҫ һайларға кәрәк. Иң тәмлеһе – әлбиттә, һарыҡ ите. Шулай уҡ һыйыр итен, тауыҡ йәки күркәне һайларға мөмкин. Ит ҡоро ла, ныҡ һимеҙ ҙә булмаһын. Алтын урталыҡ кәрәк.
Маринадҡа килгәндә, уны һәр кем үҙенең зауығынан сығып һайлай. Беҙ ике төрлө ысулды яратабыҙ. Беренсеһе – кефирҙа. Эйе-эйе, ғәжәйеп кеүек тойолһа ла, ит бик йомшаҡ һәм һутлы булып бешә. Бер килограмм ит өсөн 200 миллилитр кефир, өс һуған, тоҙ, ҡара борос кәрәк. Итте йыуабыҙ, турайбыҙ, тоҙлайбыҙ, борослайбыҙ һәм өҫтөнә кефир ҡоябыҙ. Һуған һалып, яҡшылап бутағас, кәмендә биш сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Икенсе ысул – минераль һыуҙа маринадлау. Был – бик тиҙ алым. Шулай ҙа ит тәмлерәк булһын өсөн тәмләткестәр менән “уйнарға” була. Ҡара борос, паприка, кориандр – кем нимә ярата инде. Шулай итеп, бер килограмм иткә 250 миллилитр минераль һыу, ике-өс баш һуған, тоҙ һәм тәмләткестәр кәрәк. Минераль һыуҙа маринадланған ит бер-өс сәғәт эсендә әҙер була.
Беҙҙең ғаилә итле ризыҡ араһына төрлө йәшелсә һәм хатта емеш-еләк ҡыҫтырырға ярата. Был да үҙенсәлекле тәм һәм матурлыҡ өҫтәй. Мәҫәлән, һуған, помидор, ташҡабаҡ, ҡабаҡ, баклажан, татлы борос. Хатта алма, шарталы, виноград менән дә эшләп ҡараған бар. Бик тәмле сыға.
Ә бына салат эшләү – ҡатынымдың бурысы. Беҙ бөтә Рәсәй халҡы кеүек үк “Оливье”ны яратһаҡ та, быйыл икенсеһен яһарға булдыҡ. Әйткәндәй, тәме буйынса ул тап шул “Оливье”ға оҡшаған, тик күпкә үҙенсәлеклерәк. Исеме лә бик матур был салаттың – “Башҡортостан”!
Шулай итеп,

бешкән һыйыр ите – 100 грамм;

һыйыр бауыры – 100 грамм;

йомортҡа – 2 дана;

тоҙло ҡыяр – 100 грамм;

алма – 75 грамм;

картуф – бер дана;

йәшел борсаҡ – ике аш ҡалағы.

майонез, тоҙ, борос кәрәк.

Эшләп ҡарағыҙ, бик тәмле килеп сыға!
Яңы йыл байрамы мөбәрәк булһын!
Читайте нас