Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Декабря 2019, 06:50

Ғәзим Ильясов ҡайҙа булған?

Башҡортостандың халыҡ артисы, бик күп моңһөйәрҙәрҙең яратҡан йырсыһы Ғәзим Ильясов Күгәрсендән киткән тиҙәр...

Башҡортостандың халыҡ артисы, бик күп тамашасыларҙың яратҡан йырсыһы Ғәзим Ильясов Күгәрсендән киткән тиҙәр. Ул хәҙер ҡайҙа, кем булып эшләй икән тигән һорау биреүселәр бар социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрҙә.
Баҡтиһәң, Ғәзим Ғәлим улы быйыл октябрь айында Ишембай мәҙәниәт йортоноң директоры итеп тәғәйенләнгән икән.
Бығаса ул өс тиҫтә йылға яҡын ғүмерен Күгәрсен район мәҙәниәт йортона бағышланы, ә уға тиклем Мәләүез химия заводында автотейәгес машинисы булып эшләй. Сәхнәгә үҙешмәкәр йырсы булараҡ килеп, тәбиғәттән бирелгән моңло һәм матур тауышы, башҡарыу оҫталығы арҡаһында тиҙ арала төрлө йыр бәйгеләрендә танылыу ала.
Ғәзиз Ғәлим улы яңы вазифала ең һыҙғанып эш башлаған, мәҫәлән, социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ул Ишембайҙа “Йырсы ауыл” конкурсының гөрләп уҙыуы хаҡында хәбәр итә, төрлө саралар ваҡытында район һәм ҡала халҡын үҙенең йырҙары менән ҡыуандыра. Яратҡан йырсыбыҙға яңы вазифаһында уңыштар теләйек!
Фото: йырсының шәхси архивынан.
Читайте нас