Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Декабрь 2019, 17:32

“Башҡортостан” беҙҙе кеше итте!”

Гәзитебеҙҙән айырылмайбыҙ, тине баймаҡтар.

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында ҡаланың матбуғат дуҫтары менән осрашыу беренсе тапҡыр түгел, әммә һәр саҡ был төбәккә бик һағынып, яратып киләбеҙ. Китапхана хеҙмәткәрҙәре лә халыҡты гәзит-журналдарға, әҙәбиәткә ылыҡтырыу өсөн бар көсөн һала. Ысын мәғәнәһендә бөгөн матбуғатты, әҙәбиәтте һаҡлаусылар, уның өсөн эшләүселәр – улар китапханасылар, тел уҡытыусылары.
Баймаҡ ауыл-ара үҙәк китапхана директоры Зилә Мортазина сара башында уҡ халыҡтың яҙма һүҙҙән айырылмауын һөйләне.


“Терәк булып йәшәйек...”


Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай менән берлектә иғлан иткән “Туған телгә йөҙ аҙым” исемле проект сиктәрендә барған осрашыуҙа матбуғат, әҙәбиәт хаҡында фекер алыштыҡ. Юлдаштарым – популяр автор, Ш. Бабич исе­мендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, биш китап авторы Айгиз Баймөхәмәтов, “Башҡортостан” гәзите журналисы, шағирә Айгөл Йәмилева. Осрашыуға Урал аръяғы агросәнәғәт һәм Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы студенттары, ағинәйҙәр, әҙәбиәт һөйөүселәр килгәйне. Матбуғаттағы тәүге аҙымдар, хыялдар, уларға тырышлыҡты ла өҫтәһәң, ниндәй бейеклектәргә өлгәшеп булыуы тураһында ла барҙы әңгәмәләшеү.
Башҡортостандың, Рәсәйҙең Журналис­тар һәм Яҙыусылар союзы ағзаһы, әҫәрҙәре ун телгә тәржемә ителгән автор, “Ҡалдырма, әсәй!” исемле китабы аша әҙәбиәт һөйөү­селәр үҙ итеп өлгөргән Айгиз Баймөхә­мәтовты бында уллыҡҡа алырға теләүселәр ҙә табылды. Наилә исемле апай Айгизгә пакетҡа тейәп бүләктәр ҙә алып килгәйне. Бындай хәлдәр, белеүемсә, автор менән бер бында ғына түгел: күптәр Айгизде был әҫәре аша бик яҡын күрҙе, уның хәлен еңеләйтергә тырышты, әммә егет һис аптырап торманы: “Миңә күптәр “бөтә республиканы илаттың” тип хаттар яҙҙы, осрашыуҙарҙа ла әйтәләр, шуға күрә мин “Көлөп алайыҡ әле” тигән китап сығарҙым. Унда күренекле шәхестәр, яҙыусылар тураһындағы көләмәстәр тупланған. Был донъяла илап түгел, йырлап, бер-беребеҙгә терәк булып йәшәйек. Матбуғаттан айырылмайыҡ, беҙҙе “Башҡортостан” гәзите кеше итте!” – тине ул.
“Башҡортостан” гәзите журналисы Айгөл Йәмилева залда йыйылған халыҡҡа гәзиткә нисек эшкә килеүе тураһында фәһемле итеп һөйләне, шиғырҙар уҡыны һәм гитарала йыр башҡарҙы.
Сара барышында әҙәбиәт һөйөүселәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар ҙа бирҙе. “Башҡортостан” гәзитенең даими уҡыусылары булараҡ, үҙҙәренең тәҡдим-теләктәрен еткерҙе. Осрашыуҙы Баймаҡ китапханаһында “Туған телгә йөҙ аҙым” проектына ингән “Беҙҙәр” исемле шиғырым менән тамамланылар. Ҡайһылай оператив эшләй баймаҡтар: акцияның иғлан ителеүенә бер ай ҙа юҡ бит әле, ә халыҡты шул исемлеккә ингән авторҙар менән таныштыра ла башлағандар!


Сыңғыҙ тиһәм, исемегеҙ сыңлай ҡолаҡта!..


Был донъяла беҙ белмәгән әллә ниндәй серҙәр бар. Әле яңыраҡ ҡына Бишбүләк районында командировкала йөрөгәндә әленән-әле Әнүәр ағай Әсфәндиәровты иҫкә алғайныҡ. Шәжәрәләр, тиһәм, һәр саҡ уҙған быуаттың 90-сы йылдары хәтергә төшә лә уның яғымлы тауышы ҡолаҡта салынғандай: “Шәжәрә – ул халҡыбыҙҙың боронғолоҡ билдәһе”. Ни хикмәт: Баймаҡҡа юл асылып китте, һәм бына мәшһүр тарихсының ауылында баҫып торам. Әйтерһең, үҙе тыуған төйәгенә ҡайтарып ебәрҙе. Ағинәйҙәр ишек асылыр-асылмаҫ элек йыр-моң менән ҡаршы алды.
Бында мәҙәниәт йортонда мәктәп уҡыусылары, ағинәйҙәр, әүҙемселәр менән йылы осрашыу булды. Эйе, беҙ бында бер сәғәткә тигәндәй һуңлаңҡырап килеп еттек, әммә күңелдәр яҡын булғас, тиҙ арала әңгәмәләр ҡороп ебәрҙек. Уҡыусылар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, шиғырҙар уҡыны. 6-сы класс уҡыусыһы Хәнифә Ғәлина тел оҫтаһы Рәйес Түләктең “Оран” шиғырын ятлап, “Башҡортостан” гәзитенең йәнә лә бер хәбәрсеһен иҫкә төшөрҙө. Иҫән булһа, талантлы башҡорт шағирына 60 йәш тулған булыр ине. Йәмле бүлмәлә был ауылдан сыҡҡан шәхестәргә арналған күргәҙмә лә эшләнгән. “Килеп еттеңме тыуған ауылыма?” тигән төҫлө, ана, Әнүәр ағай йылмайып тора иң түрҙә!..
Яҡташ шағирҙарҙың китаптары ла ҡул осонда ғына. Рәйестең “Ҡашмау”ы унда юҡ ине. Баҡтиһәң, халыҡтың иң яратып уҡыған китабы китапханаға әйләнеп тә ҡайтҡаны юҡ икән: уны ҡулдан төшөрмәй уҡый халыҡ. Ошоларҙан һуң Рәйестең ҡәберенә бармай китәбеҙ буламы ни инде. Таулыҡай ауылы хакимиәте башлығы Фуат Сәйетов сарала ҡатнашып, изге теләктәрен еткереп кенә ҡалманы, ҡәләмдәшебеҙ зыяратына илтеп ҡуйҙы. Бында ла буран үткән, юлдарға ҡар һалған, шуға күрә баш ҡала машинаһы ауыл осонда уҡ тороп ҡалды. Беҙ Буранбайға барып, шағирҙың рухына доғалар уҡып, шиғырын үҙенә ятланыҡ. Рәйескә туған тейешле Фәнис ауыр хәл­дәрен һөйләне. Беҙ уның аша яҡындарына сәләм әйттек. Билалға ике сәғәткә һуң­лауыбыҙҙы белһәк тә, ҡышҡы Баймаҡ буйлап сәфәребеҙҙе дауам иттек.
Билал ауыл китапханаһында “Башҡорт­остан” гәзите менән осрашыуҙы “Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ!” тип атағайнылар. Нимәһенә ғәжәп иттек: балалар зал тулып ултыра, инәйҙәр, әүҙемселәр йылмайып ҡаршы алып тора. Халҡыбыҙҙың ошо ихласлығынан күҙгә йәш тула.
Китапхана мөдире Райхана Булатова – гәзитебеҙҙең авторы ла. Һәр өҫтәлдә тулып “Башҡортостан” гәзите ята. “Ни өсөн бөгөн күңел йылыһы биргән осрашыу тап ошо исем менән үтте һуң? Республиканың – 100, Башҡортостан Яҙыусылар союзының 85 йыллығына ҡарата “Туған телемә – 100 аҙым” тип аталған бик матур проект тормошҡа ашырыла башланы. Уның маҡсаты нимәлә һуң? Халыҡта, бигерәк тә йәш быуында, китапҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү, уларҙы әҙәби әҫәрҙәр уҡыуға йәлеп итеү. Ошо уңайҙан Яҙыусылар союзы башҡорт әҙәбиәтенең 100 әҫәре исемлеген төҙөнө. Улар араһында ҡунағыбыҙ Лариса Абдуллинаның “Беҙҙәр” исемле шиғыры ла бар. Уның менән флешмоб та эшләнек”, – тип ҡыуандырҙы Райхана.


Бында әҙәбиәттең бәҫен тойған халыҡ йәшәй


Танылған композитор Вилүр Мәүли­товтың исеме баҫмабыҙҙы алдырыусыларға яҡшы таныш. Уның йырҙарын Башҡортос­тандың бик күп йырсылары башҡара. Был сарала ла уның уҡыусыһы Сыңғыҙ Ильясов көслө тауышы менән беҙҙе хайран итте. Үҫәсәк тауыш был: бер көн килеп тотош Башҡортостан алҡышлар әле Сыңғыҙға!
Баймаҡ районында Дәүләкән ҡыҙҙары – Миләүшә Мәүлитова, Миңнур апай Рәхмәтуллина йәшәй. Улар беҙгә “Асылыҡай” йырын бүләк итте. Айгиз Баймөхәмәтов һәр башҡорт ауылында, күрәһең, популяр автор. Ике сәғәттән ашыу көтөп торған балалар ҙа берәмләп тә, күмәкләп тә уның менән фотоға төштө. Билалда ул беренсе тапҡыр түгел. Күптәр уның яҙғандарын китапхананан алып уҡыһа, ҡайһылары китап магазинынан һатып та алған. Айгиз үҙе менән алып килгән йыйынтыҡтар шунда уҡ таралып бөттө. Ә IV класс уҡыусылары уның “Ҡалдырма, әсәй!” повесынан өҙөк сәхнәләштереп тә күрһәтте. Афарин, уҡыусылар! Етәкселәре Флүрә Рафаил ҡыҙы ла балаларҙы әҙер­ләүгә үҙ көсөн һалған. Айгиз киләһе йыл ҡыҙыҡлы бер әҫәре “Башҡортостан”да баҫыласағын әйтте.
Айгөл Йәмилеваның шиғырҙарын, гитарала уйнап йырлауын бында ла оҡшат­тылар. Ҡунаҡтар ауылдаштарҙың һорауҙа­рына яуап бирҙе, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
Халыҡ араһында матбуғат менән ҡыҙыҡ­һыныусыларҙың күп булыуы ҡыуаныслы. Был хаҡта биргән һорауҙар, гәзит алды­рабыҙ, тип дәртләнеп килгән ауыл халҡының мөнәсәбәте аша ла белеп була.
Йәнә шуныһы әһәмиәтле: уҡыусылар башҡорт әҙәбиәтен яҡшы белә. Осрашыу­ҙарға шиғыр ятлағандар, әҫәрҙәрҙән өҙөк әҙерләгәндәр. Гәзит уҡыусылар шулай уҡ хәҙерге заман проблемалары яҡтыртылған мәҡәләләр, әҫәрҙәр көтөп ҡалыуын бел­дерҙе. Айгиз Баймөхәмәтовтың китаптарын халыҡ ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыуын әйтте. Композитор, мәғариф ветераны Вилүр Мәүлитов хатта шиғырҙарға йыр ҙа яҙып өлгөргән. Шунан нисек әйтмәйһең инде: “Ниңә Баймаҡ шулай йыраҡ икән?” – тип. Бында милләтебеҙҙең киләсәген үҫтергән, башҡорт матбуғатының кәрәклеген, әҙәбиәттең бәҫен тойған халыҡ йәшәй!
Ниңә Баймаҡ шулай йыраҡ икән?

(Юҡ, әйтмәйем күңел араһын).

Имләйем тип гел юлланыр инем

Йөрәгемдең милли яраһын.


Йүг(е)рә-атлай барып етер инем

Һуңғы сәсәндәрҙең еренә.

Был төбәктең ырыҫы һәм ҡото

Мәркәздәрҙән асыҡ күренә.


Осоп ҡына барып төшөр инем

Ирәндектең аҫыл ташына.

Тыуған яғым тиеп бер өҙөлһәм,

Баймаҡ, тиеп күңел ашҡына!


(Э)ләгә-тәг(ә)рәй сығыр инем юлға,

Инәйҙәрҙән килһә бер хәбәр.

Уларҙың бит әйткәндәре – доға,

Фатихаға һүҙҙәр бәрәбәр!


Йәйәүләп та барғым килә минең –

Мөхәмәтша ҡайтҡан бит йәйәү!

Уға һөйләгәнде һөйләһәләр,

Серен асһа сихри бер йәйләү!


Баймаҡтарға барып оҙаҡ торһам,

Аптырамағыҙсы ҡайтмаһам.

Башҡорт рухы бында урғыла ул,

Ошо ерҙән сыға моң, илһам!


Һәр төбәгең йәнгә яҡын, илем!

Төпкөлдәрҙә рухҡа сал ҡуна!

Милләтемдең йөрәк илһамы ла

Баш ҡаланан алыҫ һаҡлана.

Читайте нас