Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Декабрь 2019, 12:32

Илһам ҡанаттарын елпеп...

Ғафури районының Ватан ауылында Башҡорт теле көнөндә “Сәсән тауышы” сараһы үткәрелде. Сара Фәүзиә Ҡотлогилдина – Алтынбикә сәсәниәнең быйыл сыҡҡан “Тормошобоҙ булһын иманлы” һәм “Мөхәббәт бәүелсәге” китаптарының исем туйына, Ғафури районында Сәсәндәр мәктәбе ойошторолоуға өс йыл тулыуға арналды.

Ғафури районының Ватан ауылында Башҡорт теле көнөндә “Сәсән тауышы” сараһы үткәрелде. Сара Фәүзиә Ҡотлогилдина – Алтынбикә сәсәниәнең быйыл сыҡҡан “Тормошобоҙ булһын иманлы” һәм “Мөхәббәт бәүелсәге” китаптарының исем туйына, Ғафури районында Сәсәндәр мәктәбе ойошторолоуға өс йыл тулыуға арналды.


Байрамда сәсәниәнең тыуған яғы Ишембай районының Иҫәкәй, шулай уҡ күрше Маҡар, Әрмет ауылдарынан, Ғафури районының Табын, Мәндем ауылы ағинәйҙәре, Яугилденән Лилиә сәсәниә үҙенең уҡыусылары менән, Алтынбикә сәсәниә етәкләгән “Йәншишмә” төркөмө балалары, шулай уҡ сәсәниәнең балалары ҡатнашты.


Ғафури районы хакимиәтенән Эльвира Насирова, район ағинәйҙәре һәм “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе етәксеһе Рәмзиә Монасипова, Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназияһы етәксеһе Гөлсөм Монасипова, район китапханаһынан Гөлфиә Заһиҙуллина килде. Сараның матур үтеүен теләп, район үҙәге мәсетенән килгән Илһам хәҙрәт доғалары менән фатиха бирҙе.


Байрамда яҡташтары сәсәниәнең һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарҙы. Ишембай районы ағинәйҙәре етәксеһе, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Ишембай районының почетлы гражданы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Ағинәйҙәр” шиғырына көй яҙған Мәрйәм апай Солтанованың ҡат­нашыуы, уның үҙенең дә Ватан сәхнәһендә ағинәйҙәр менән бергәләп йырлауы – оло мәртәбә. Башҡорт теле көнөндә Ғафури менән Ишембай райондары араһындағы рухи күпер нығынды. Бик борондан дуҫ булып йәшәгән Юрматы һәм Табын ырыуҙары дуҫлыҡ һәм туғанлыҡты яңыртты. Сарала хажиәлар ҙа ҡатнашып, доғалар ҡылды. Башҡорт халҡының киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа, тигән уй нығынды. Байрам тантанаһынан һуң, фекер алышыу сәй табынында дауам итте. Залда ябай күҙгә күренмәй генә илһам ҡанаттарын елпеп, рух ҡошо осоп йөрөгәндәй булды.


Ғафури районы,

Ватан ауылы
Читайте нас