Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Декабря 2019, 07:29

Унда – фекер-күҙәтеүҙәр байлығы

Абруйлы ғалим-педагог, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Ғ. С. Ҡунафиндың республика “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан “Башҡорт мәғрифәтселек әҙәбиәте” (Өфө, 2019 йыл, 568 бит) тигән күләмле хеҙмәтен ҡыҙыҡһыныу менән уҡып сыҡтым. Ҙур кинәнес һәм һоҡланыу тойғоһо уятты ул.

Ғалимдың сираттағы төплө хеҙмәте донъя күрҙе.


Абруйлы ғалим-педагог, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Ғ. С. Ҡунафиндың республика “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан “Башҡорт мәғрифәтселек әҙәбиәте” (Өфө, 2019 йыл, 568 бит) тигән күләмле хеҙмәтен ҡыҙыҡһыныу менән уҡып сыҡтым. Ҙур кинәнес һәм һоҡланыу тойғоһо уятты ул.


Был хеҙмәт Ғиниәтулла Сафиулла улының бөгөнгө башҡорт әҙә­биәт ғилеменең иң алғы һыҙығында барған, әүҙем эшләгән ҙур ғалим икәнлеген йәнә бер раҫлай. Уның егәрлелеге, төплө һәм киң фекергә эйә булыуы, тотош коллектив башҡарырҙай хеҙ­мәттәр яҙыуы оло хөрмәт тойғоһо уята. Ғалимдың әллә күпме монографиялары, фәнни-популяр китаптары, мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары өсөн әҙерләп сығарған дәреслектәре менән таныша килгән белгес булараҡ, был хеҙмәтенең дә, һәр саҡтағыса, энциклопедик ҡоласлы, фекер-күҙәтеүҙәр байлығы һәм тәрәнлеге менән айырылып тороуын айырыуса билдәләп үтке килә.
Бер ниндәй икеләнеүһеҙ, тулы ышаныс менән әйтә алам: ундағы тәфсиллек, эҙмә-эҙлеклелек менән төрлө яҡлап яҡтыртылған, ышан­дырырлыҡ итеп дәлилләп бирелгән ғилми күҙәтеүҙәр һәм һығымталар, бай мәғлүмәттәр бер филологтар өсөн генә түгел, тарих, философия, педагогика, этика, эстетика, теология, юриспруденция, политология, хатта социология кеүек фән өлкәләрендә эшләгән ғалимдар өсөн дә бик кәрәкле сығанаҡ буласаҡ, сөнки, тәжрибәле ғалим үҙе бик дөрөҫ билдәләгәнсә, мәғрифәтселек – йәмғиәттең феодализмдан капиталистик ҡоролош­ҡа күсеү дәүе­рендәге аң-белем, тәрбиә биреү, мәҙәни-ағартыу сис­темаһын, педагогика өлкәһен үҙәккә ҡуйған, фәнгә лә, иҡтисадҡа ла, сә­йәсәткә лә, әхлаҡҡа ла, эсте­тикаға ла, дингә лә бәйле булған киң ҡоласлы идеологик күренеш.
Ғиниәтулла Сафиулла улының хеҙмәтендә башҡорт йәмғиәтендә ХIХ–ХХ быуат баштарында һикһән йыл самаһы арауыҡта үҫеш алған бына ошо күренеште киң йәмәғәт­селеккә төрлө формала еткергән төп сығанаҡ, төп “генератор” әҙәбиәт булыуы, унда сағылыш тапҡан мәғрифәтселек идеяла­рының дөйөм һәм милли ерлекле тәбиғәте барлыҡ аспекттарында яҡтыртыла.

Ғалим, сағыштырма-тарихилыҡ принцибынан сығып, башҡорт яңырыу хәрәкәтенең, мәғрифәт­селек идеяларының барлыҡҡа килеү сәбәптәрен, социаль-иҡтиса­ди ерлеген, сит һәм автохтон рухи сығанаҡтарын асыҡ­лауға ҙур иғтибар бүлә. Автор мәғрифәт­селек идеологияһының башҡорт йәмғиә­тендә өс үҫеш этабы үтеүен, үҙенә генә хас милли үҙенсәлек­тәрен, һәр этаптың характерлы һыҙат­тарын шул тиклем бай мәғлүмәткә таянып, ғилми сығанаҡ ерлегендә ышандырырлыҡ итеп асып бирә.
Әйтергә кәрәк, был материал­дарҙың күп өлөшө уның тарафынан ғилми ҡулланылышҡа башлап индерелә һәм, системаға һалынып, төрлө яҡлап эҙмә-эҙлекле анализлана. Был хәл хеҙмәттең әһәмиә­тен бермә-бер күтәрә. Унда баш­ҡорт ижтимағи мөхитендә мәғри­фәтселек идеологияһының формалашыуында һәм үҫеүендә мәға­риф, фән, матбуғат һәм башҡа өл­кәләрҙә эшләгән алдынғы ҡарашлы интеллигенция вәкил­дәре менән бер рәттән хәл иткес ролде әҙиптәр үтәүе киң һәм төплө яҡтыртыла.
Мәғрифәтселектең формалашыу осорона арналған беренсе бүлектә М. Иванов, С. Күкләшев, М. Биксуриндар, уның сәскә атыу һәм системалы күренешкә әүере­леү дәүерен яҡтыртҡан икенсе бүлектә М. Аҡмулла, М. Өмөтбаев, Р. Фәхретдиновтарҙың эшмәкәр­ле­ген күтәреп сыҡҡан һәм ижадтарын сағылдырған. Улар тормош­ҡа ашырырға ынтылған идеяларға ентекле анализ яһала һәм дөйөм­ләштереп баһа бирелә. Автор бик дөрөҫ билдәләүенсә, был идея-ҡараштар уларҙың үҙ заманының ни тиклем ҙур патриоттары, алдынғы фекер эйәләре, талантлы ижади шәхестәре булғанлығын күрһәтә.
Хеҙмәттең “Дауыллы йылдар, үҫеш-үҙгәрештәр” тип исемләнгән дүртенсе бүлеге, атаманан уҡ төҫ­мөр­ләнгәнсә, башҡорт мәғрифәт­селек хәрәкәтенең Беренсе рус революцияһынан һуңғы өсөнсө этабында тәнҡитле реализм, пассив, прогрессив һәм консерватив романтизм, модернизм, социалистик реализм кеүек төрлө әҙәби ағым-йүнәлештәр барлыҡҡа килгән шарттарҙа мәғрифәтселек реализмы әҙәбиәтенең идея-тематик йөкмәткеһендәге һәм художестволы формаһындағы үҫеш-үҙгәреш­тәр барлыҡҡа килеү мәсьәләләре барлыҡ ҡатмарлы­лығында ентекле яҡтыртыла. Мәғрифәтселек идео­ло­гияһын пропагандалауға аҙаҡ­ҡаса тоғро ҡалған, шул уҡ ваҡытта уға киҫкен тәнҡит рухы, сатирик па­фос алып килгән прозаик З. Һа­ҙиҙың, шағир С. Яҡшығоловтың ижади эшмәкәр­лектәренең анализланыуына ҡарата ла шуны уҡ әйтергә мөмкин.
Башҡорт мәғрифәтселек әҙә­биә­те­нең үҫеш этаптары тура­һында һүҙ алып барғанда, Ғи­ниә­тулла Сафиулла улы уның һәр осорҙағы торошон, үҙенсәлек­тәрен билдәләгән социаль-иҡти­сади, ижтимағи-сәйәси шарттарҙы ентекле һәм эҙмә-эҙлекле яҡтыр­тыу­ға айырыуса иғтибар итә. Ми­неңсә, был – методологик йәһәттән ҙур әһәмиәткә эйә күренеш, сөнки тап ошондай эҙләнеү уға теге йәки был әҙәби күренештәрҙең бер туҡтау­һыҙ үҙгәрештә, үҫештә бул­ған ижтимағи тормош талаптарына ни тиклем яуап биреү-бирмәүен, реаль ысынбарлыҡтан ситләшеү-ситләш­мәүен, ни дәрәжәлә шартлы булыу-булмауын мөмкин тиклем объектив күҙалларға һәм баһа­ларға булышлыҡ иткән. Ошо фонда ға­лим башҡорт әҙәбиә­тендә мәғри­фәтселек реализмы методы­ның формалашыу юлдарын, сә­бәп­тәрен, ерле һәм сит идея-эстетик сығанаҡтарын, үҙен­сәлектәрен тарихи-теоретик планда тулы асып биреүгә өлгәшә лә инде.
Хеҙмәттең өсөнсө бүлегендә лә киң тарихи-мәҙәни һәм фәнни-әҙәби фонда күп яҡлы эшмәкәр­леге менән башҡорт мәғрифәт­селегенең характерлы һыҙат­тарын бөтә тулы­лығында сағылдырған күренекле ғалим һәм әҙип Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тормош юлы, донъя­ға ҡарашы, энциклопедик ижады­ның идея-тематик һәм проблематик даирәһе, жанр-стиль үҙенсәлек­тәре, новаторлыҡ һыҙаттары төплө һәм ентекле яҡтыртыла.
Ғөмүмән, бөгөн башҡорт әҙә­биәт ғилеменең авангардында барған ғалим Ғ.С. Ҡунафин тарафынан рухи мираҫыбыҙҙы өйрәнеү тарихында башҡорт мәғрифәтсе­лек әҙәбиәтенең үҫеш юлдары хаҡында тәүге бай йөкмәткеле фундаменталь хеҙмәт тыуҙырыл­ған. Уның үҙәгендә бөйөк мәғрифәт­селәребеҙҙең, айырыуса М. Өмөт­баевтың ижади биографиялары яҡтыртылыуы башҡорт мәғрифәт­селек хәрәкәтенең тәбиғәтен мөм­кин тиклем тулыраҡ асып биреүгә булышлыҡ иткән.

Хеҙмәт үҙенең композиция тө­ҙөк­лөгө, системалылығы, фекер аныҡ­лығы менән айырылып тора. Бүлектәрҙә теге йәки был ижтимағи, әҙәби-художестволы күренеш­тәр­ҙең барлыҡҡа килеү сәбәптәре, сы­ғанаҡтары төрлө яҡлап аныҡ, логик йәһәттән эҙмә-эҙлекле яҡтыртыла. Тәжрибәле әҙәбиәт белгесе килә­сәктәге тикшеренеүҙәргә үҙе бер методологик нигеҙ булып, йүнәлеш биреп торорҙай бик фәһемле һәм кәрәкле ғилми эш башҡарған, баш­ҡорт ижтимағи-эстетик фекеренең, рухи-мәҙәни тормошоноң иң сағыу һәм боролошло үҫеш осорондағы тәбиғәтен бар тулылығында күҙ алдына баҫтырған. Уның Башҡорт­ос­тандың һәм башҡорт халҡының тарихи үткәне, мәғариф системаһы, рухи-мәҙәни мираҫы менән ҡыҙыҡ­һынған һәр кем өсөн кәрәкле сығанаҡ буласағында шик юҡ, әлбиттә.

Читайте нас