Мәскәүҙә дизайнерҙарҙың Бөтә Рәсәй конкурсында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан яҡташыбыҙ Жанна Цой ҙур уңышҡа өлгәште.
“Fashion Bitva” конкурсы финалсылары Вячеслав Зайцевтың мода һәм сәнғәт йортонда үҙҙәренең коллекцияһын күрһәтте. Яҡташыбыҙҙың эштәре “Өлкәндәр өсөн мода” номинацияһында иң яҡшыһы тип табылды. Баһалама төркөмө ағзалары Жаннаның заманса коллекцияһында ҡулланылған милли биҙәктәрҙе бик оҡшатҡан.
Ҡазан модельеры Алла Желтухина “Балалар өсөн кейем” номинацияһында еңгән. Шулай итеп, ҡыҙҙарҙың икеһе лә Италияның Милан ҡалаһында уҙасаҡ “Russian Fashion Display” яҙғы миҙгелендә Рәсәй исеменән сығыш яһаясаҡ.
“Fashion Bitva” конкурсы етенсе тапҡыр уҙғарыла. Унда Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан 120-нән ашыу ғариза булған, ә финишҡа бары 15 дизайнерҙың эше һайлап алынған.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.