Быйылғы декабрь айы, ғәҙәттәгесә, төрлө сараларға бай булды. Күптән түгел Кушнаренкола “Ҡаурый ҡәләм” тигән байрамда ҡатнашырға насип булғайны. Әҙәби ижадҡа күңел һалған мәктәп балалары араһында барған бәйге ул. Быйыл бишенсе тапҡыр уҙғарыла, ойоштороусыһы – билдәле шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фәндидә Харрасова.
…Юлға сығыр алдынан күңелемдән Кушнаренко еренән сыҡҡан яҙыусыларҙы барланым. Иң башта шағирә, актриса Рәғиҙә Янбулатова күҙ алдыма балҡып килеп баҫты, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙы ла һуҙып алдым: “…Хәтерлә һин ошо минуттарҙы, хәтерлә һин…” Әсәйемдең яратҡан йыры. “Тау башында балҡый бер ҡала, ул ҡала Өфө тип атала…” – йәнә ошо йыры ла беҙҙең быуынды баш ҡалаға саҡырып торманымы ни!
Ошо төбәктән оло ижад юлына Рәдиф Ғаташ, Хәсән Мөхтәр, Карам Бакиров, Нәжибә Әминева һәм башҡалар сыҡҡан – йәмғеһе 22 әҙип. Был – бик ҙур күрһәткес һәм ҡәләм тибрәтеүселәрҙең йәш быуынын үҫтереү, ҡанат ҡуйыу, традицияларҙы дауам итеү – изге эш. Әлбиттә, бындай яуаплы, киң даирәле эште район етәкселеге, мәғариф, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәтселек күтәреп алмаһа, башҡарыуы ауыр булыр ине. Күреүемсә, “Ҡаурый ҡәләм”гә иғтибар ҙур. Байрамдың район мәҙәниәт йортонда уҙғарылыуы үҙе үк ошо хаҡта әйтеп тора.
Биш йыл – үҙенә күрә йомғаҡлау, алда торған бурыстарҙы барлау осоро. Ә бурыстар, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Флидә Мөхәмәтйәнова үҙенең сығышында әйткәнсә, юғары: балаларҙа туған телгә, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү, кешелек тарихында тупланған бөйөк рухи-мәҙәни ҡиммәттәрҙе өйрәнеүгә, һаҡлауға йүнәлеш биреү. Һәм, әлбиттә, күңел ҡылдарын сирткән күренештәрҙе шиғырға һалырға ынтылған йәш ижадсыларға һәр төрлө ярҙам күрһәтеү, беренсе нәүбәттә һөнәр серҙәрен асыу, оҫталыҡ дәрестәре биреү. Был йәһәттә Фәндидә Туҡтарғәле ҡыҙы дәртләнеп эшләй, тиҫтәләрсә авторҙың яҙғандарын уҡый, кәңәштәр бирә, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән бәйләнеш тота.
Өс тиҫтәнән күберәк бала “Башҡортостан – тыуған йортом”, “Әсәм теле гөлдәрҙәй тере”, “Янмаһын һуғыш уты”, “Үҙенсә матур йылдың һәр миҙгеле”, “Тыуған ауылым, бергенәм” һәм башҡа номинацияларҙа бүләкләнде (байрамдың бағыусыһы – Ҡалтай крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Дамир Ғилманов).
Фәндидә Харрасованың шәхси премияларына Иҫке Ҡормаш мәктәбенән Наҙгөл Хәйретдинова, Кушнаренконың 1-се мәктәбенән Камила Иҙрисова, Әхмәт урта мәктәбенән Дарья Тяптина, Арина Ғилмийәровалар лайыҡ булды.
Айырым билдәләп үтергә кәрәк: бәйгелә ҡатнашыусылар өс телдә – башҡорт, татар һәм рус телдәрендә ижад итә. Номинанттар һәм лауреаттар сәхнәлә шиғырҙарын туған телдәрендә яңғыратты.
Бүләкләүҙәр, сығыштар концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Республикала үткәрелгән халыҡ-ара һәм башҡа бик күп конкурстар лауреаты, нәфис һүҙ оҫтаһы Нәзирә Сәхәпованың Рафаэль Сафиндың халыҡ хәтерендә юйылмаҫ “Ҡыр ҡаҙҙары” шиғырын уҡыуы һоҡландырҙы. Сәхнәлә йырҙар, ҡурай моңо тирбәлде.
Беҙ, Өфө ҡунаҡтары, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, шағир Нурлан Ғәниев, тележурналист, шағирә Хәлисә Мөхәмәҙиева һәм мин, был күркәм байрамда ҙур шатлыҡ кисерҙек. Халыҡ алдында сығыш яһаныҡ, балаларға китаптарыбыҙҙы бүләк иттек.