Әбйәлил районының Яңауыл ауылында йәшәгән Мәҙинә Яҡупованың социаль селтәрҙәге боронғо ҡомартҡыларға тарыуы хаҡындағы яҙмаһы бар халыҡты хайран итте. Ысынлап та, мөғжизәгә тиң яңылыҡ йәшен тиҙлегендә бар ғәмғә таралды. Мәҙинә Яҡупова әйтеүенсә, Асҡарҙағы Мәфтуха өләсәéҙәре йәшәгән йортто һүтергә булалар. Өéҙөң нигеҙендә көмөш тәңкәләр, түшелдеректәр, һаҡал, селтәр, яға, мәрйендән теҙелгән алҡалар һәм башҡа иҫ китмәле зауыҡлы биҙәүестәр табыла.
– Өләсәйебеҙ электән, кулаклыҡта ғәйепләмәһендәр тип, ғаиләбеҙҙә булған боронғо ҡомартҡыларҙы төрөп йәшерҙек, тип әйтә торғайны. Һуңынан ғаилә икенсе ауылға күсенә, ә йәшерелгән әйберҙәр быуаттар буйы шул урында һаҡлана. Был йортта башҡа кешеләр ҙә йәшәй, бер аҙҙан ул янғынға дусар була. Боронғо милли биҙәүестәр тураһында ишетеп белһәләр ҙә, туғандары уны эҙләргә уйламай. Мәфтуха өләсәй 83 йәшендә вафат була.
Һәм бына, нисәмә йыл үткәс, ғаилә ҡомартҡыһы табыла! Түшелдеректең туҡымаһы туҙһа ла, тәңкәләре шул килеш һаҡланған. Һаҡал 19-сы быуаттарҙà эшләнгән, тип фаразлай хазина хужалары. Бына шундай ҡомартҡы һаҡланған Әбйәлил районында. Әле биҙәүестәргә юлыҡҡан ханымдар өләсәйҙәренең аманатын реставрациялау өсөн Магнитогорск ҡалаһындағы оҫталарға тапшырған.