Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Декабрь 2019, 10:31

Герой образын һынландырған

Быйылғы йыл данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатов әләме аҫтында үтте, тиһәк тә, һис хата булмаҫ. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында республика Башлығы Радий Хәбиров ҙур батырлыҡтар күрһәткән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының, уның атаҡлы генералы М. Шайморатовтың исемен мәңгеләштереү тураһында фекерен белдерҙе.

Ошо уңайҙан саралар республика буйынса барҙы, Бөтә донъя баш­ҡорт­тары иғлан иткән флешмобта ысын мәғәнәһендә Ер шарының һәр мөйөшөндә йәшәгән башҡорттар ҡатнашты.
Оҙаҡ йылдар ошо ди­визияның тарихын өйрән­гән яҙыусы, публицист Фәрит Вахитов менән әңгәмә беҙҙең гәзитебеҙҙә лә ба­ҫылды. З. Биишева исемендәге “Китап” нәш­риә­тендә Ф. Вахитовтың “Триумф и трагедия генерала Шаймуратова” тигән китабы донъя күрҙе. Ул тарих, хәрби тарих, башҡорт халҡының легендар дивизияһы менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн генә түгел, ғөмүмән, ил яҙмы­шына бәйле дә­лилдәр менән эш итергә өйрәнергә теләгәндәргә лә ҡыҙыҡлы булыр.
Китапта үҙәк, төбәк, республика архивтары материалдары, документтар тәҡдим ителә. Унан тыш, “Deutsche Zeitung im Ostland” немец гәзитендә баҫыл­ған мәҡәләгә ентекле анализ, тәнҡит һүҙе лә әйтелә. Әлегә тиклем был мәҡәләләр бер ҡайҙа ла баҫылмаған. Автор нәфис әҙәбиәттә беренсе тапҡыр генерал Миңлеғәле Шайморатовтың образын тулыһынса һынландырырға тырыша. Афарин өлкән яҙыусыға!
Читайте нас