Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Декабря 2019, 09:00

Мөрсәлимдәр Радий Хәбировты көтә

Быйыл Башҡортостанда ошондай дүрт мәҙәни объект төҙөлгән, тағы ла дүртәүһе төҙөкләндерелгән.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов республика Башлығы Радий Хәбировты Мөрсәлим ауылына мәҙәниәт йортон асыу тантанаһына саҡырҙы.
Хәтерегеҙҙәлер, былтыр 10 ноябрҙә төбәк етәксеһе эш сәфәре барышында 1895 йылда төҙөлгән иҫке клуб бинаһын ҡарап сыҡҡандан һуң, Хөкүмәткә ауылда яңы мәҙәниәт йорто һалыуға 50 миллион һум аҡса бүлергә ҡушҡайны.
– Был – Мөрсәлимдәге клуб. Унда мин бер йыл элек барғайным. Мәҙәниәт йортонда талантлы балалар шөғөлләнә, улар менән һәләтле педагогтар эшләй. Ә хәҙер башҡа кадрҙарға күҙ һалығыҙ – был Мөрсәлимдәге өр-яңы заманса, сағыу, күркәм клуб. Унда барыһына ла – өлкәндәргә лә, балаларға ла – урын етәсәк! Премьераға саҡырыу көтәм, – тип яҙған Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Республика Башлығы әйтеүенсә, быйыл Башҡортостанда ошондай дүрт мәҙәни объект төҙөлгән, тағы ла дүртәүһе төҙөкләндерелгән.
Радий Хәбировтың яҙмаһына яуап итеп, Салауат районы башлығы уға бөтә ауыл халҡы исеменән заманса яңы клуб бинаһы өсөн рәхмәт әйтте һәм төбәк етәксеһен 22 ғинуарға бинаны асыу байрамына саҡырҙы.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас