Эй ойотоп, яйлап ҡарҙар яуа,
Күҙ ҡамаша донъя аҡлыҡтан.
Хатта шуға күңел һөйөнә бит:
Беҙҙә генә шундай аҡлыҡ бар!
Беҙҙә генә шундай аҡлыҡ барға
Ҡай берәүҙәр генә көйөнә.
Ҡарҙар яуа тик үҙ көйөнә.
Ҡарҙар яуа бары үҙ көйөнә,
Беҙҙә генә ҡырлы-мырлы холоҡ,
Тәбиғәттә юҡ шул сығынлау.
Тәбиғәттә юҡ ул киреләнеү:
Барыһы ла Тәңре ҡушҡанса.
Миҙгелдәр гел миҙгел булып ҡала,
Хатта ҡар ҙа яумай ҡуштанса.
Тәбиғәттә юҡ шул ҡуштанланыу,
Ҡойроҡ болғау алағайымға.
Тәбиғәткә яттыр хыянат та,
Терәп китеү кәк(е)ре ҡайынға.
Терәп китеү кәк(е)ре ҡайынға ул –
Булһа, була беҙҙең арала.
Тишек шомандарға ултыртыуҙан
Етер инде һуҡа арты тотоп,
Йәшәп ятыу, көтөү ожмахтар.
Уйларһың да: әллә был донъялар
Тора микән бары йомаҡтан?
Тора микән әллә йомаҡтарҙан?
Өлгөрөп булмай сисеп йә ҡыуып.
Инде атты, тиһәң, бәхет таңы,
Өмөт икән – була буш ҡыуыҡ.
Эй, был тормош!.. Әйткәндәр хаҡ: ормош! –
Ошо михнәттәрҙе татырға, тип,
Тыуамы ни яҡты донъяларға
Туңып ҡалыр өсөн буранда?
Тыуамы ни кеше ҡарт көнөндә
Хәйер һорар өсөн урамда?..
Ҡуй, мосафир, туҡтат зарҙарыңды,
Сүбәк сәйнәү менән май сыҡмаҫ.
Тәбиғәттең үҙ ҡануны аныҡ –
Ҡаршы ҡыштар үтмәй май тыумаҫ!
Ҡурғаш болот ҡалҡа офоҡта...
Ҡупшыланып туфли кейеп сыҡһаң,
Ҡары яуып һала тубыҡтан”...
Гел боҙоҡлоҡ әллә әҙәм уйы,
Артығыҙға күрә бик таман”...
Теләгем шул һеҙгә, замандаштар,
Теләгем шул, дуҫтар, ҡорҙаштар:
Яҙҙарыбыҙ булһын йырлы, наҙлы,
Йәйҙәребеҙ булһын еләкле,
Көҙҙәребеҙ килһен мул емешле,
Ҡыштарыбыҙ – көмөш биҙәкле!