Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
31 Декабря 2019, 07:16

Үҙенә һәйкәл ҡойҙо

Күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәли Ибраһимовтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан Башҡорт дәүләт университетында “Рәсәйҙең һәм Башҡортостан халыҡтарының рухи донъяһы. Ғәли Ибраһимов – XX быуаттың билдәле башҡорт яҙыусыһы” тигән Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция ойошторолдо.

Күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәли Ибраһимовтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан Башҡорт дәүләт университетында “Рәсәйҙең һәм Башҡортостан халыҡтарының рухи донъяһы. Ғәли Ибраһимов – XX быуаттың билдәле башҡорт яҙыусыһы” тигән Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция ойошторолдо.


Күркәм сараның ҡурай моңо менән асылыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы.


Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Абдуллина: “Ғәли Ғизетдин улы – Башҡорт дәүләт университетында белем эстәгән, бында ҡәләмен шымартҡан, ғөмүмән, башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индереүселәрҙең береһе”, – тине.


Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Зиннуров һөйөнөслө яңылығы менән уртаҡлашты – ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының 2-се лицейына Ғәли Ибраһимовтың исеме бирелгән. Әйткәндәй, конференцияла ошо белем усағының уҡытыусылары һәм уҡыусылары ла ҡатнашты. 2-се лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвера Янбаева белдереүенсә, ҡыҙҙар һәм малайҙар башҡорт әҙәбиәте менән тәрән ҡыҙыҡһына, әлеге гимназияла уҡыуҙарына айырыуса шатлана.


Ғәли Ибраһимов тәүге шиғырҙарын “Башҡорт вышкаһы” тигән гәзиттә баҫтырған, ҡаһарман яугирҙәр тураһында “Бер полк кешеләре” романын яҙған, шулай уҡ уның хикәйәләрен, повестарын, очерктарын беләбеҙ. Ул “Кинйә” романын яҙып үҙенә һәйкәл ҡойҙо.


Ғилми-ғәмәли конференцияла сығыш яһаусыларҙың барыһы ла Ғәли Ибраһимовтың ҡәләм оҫтаһы булыуына һоҡланыуын белдерҙе, йәш быуындың уның әҫәрҙәрен уҡып үҫеүенә, тәрбиә алыуына баҫым яһаны. Ул көндө бигерәк тә яҙыусының ҡыҙы Гүзәл Ғәли ҡыҙын күреү һөйөнөслө ине, хөрмәтле ҡунаҡ атаһы тураһындағы бай иҫтәлектәре менән бүлеште.
Читайте нас