Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Января 2020, 18:35

Вәсилә Фәттәховаға 40 йәш тулған булыр ине

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡытынан алдараҡ тыуған ҡыҙы ла һаулыҡҡа туя алмай...

Был көндәрҙә күптәрҙең яратҡан йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәхованы иҫкә алабыҙ. 31 декабрҙә уға 40 йәш тулған булыр ине.
Вәсилә Фәттәхова Урал Рәшитовтың “Тыуған яҡ” йырын башҡарып ҙур популярлыҡ яулағайны. Был йырын хатта башҡа милләт вәкилдәре лә яҡшы белә. Шулай уҡ уның башҡа бик күп күңелгә үтеп инерлек моңло һәм матур йырҙары ҡалды.
Вәсилә Фәттәхованың арабыҙҙан китеүенә оҙаҡламай дүрт йыл тула. Уның яҙмышы үтә аяныслы булды. Йәшләй етем ҡалып, һеңлеһен үҫтерә. Бик күп ауыр мәлдәр кисерергә тура килһә лә, бирешмәй, тырышып ижад итә, үҙ ғаиләһен булдыра. Улы янына иптәш булһын тип икенсе балаһын тапҡан саҡта өҙлөгөп баҡыйлыҡҡа күсә. Был ваҡиға 2016 йылдың ғинуар аҙағында булды...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡытынан алдараҡ тыуған ҡыҙы ла һаулыҡҡа туя алмай. Атаһы, олатай-өләсәләре уны бөтә күңел йылыһын һалып тәрбиәләй.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас