Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Ғинуар 2020, 15:45

"Ете егеткә торошло ҡыҙ" кем ул?

Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева 1 ғинуарҙа 70 йәшен билдәләне. Ошо уңайҙан уның менән күрешеп, әңгәмә ҡорҙоҡ.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева 1 ғинуарҙа 70 йәшен билдәләне. Ошо уңайҙан уның менән күрешеп, әңгәмә ҡорҙоҡ. Яҙма баҫмабыҙҙа донъя күрер, Аллаһу Тәғәлә насибы менән.
Ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән уртаҡлашты шағирә. Мәҫәлән, күренекле ғалим, фольклорсы Марат Минһажетдинов уны заманында “ете егеткә торошло ҡыҙ” тип атаған һәм фән донъяһына саҡырған.

"Аҡбуҙат" журналының тәүге һандарын сығарырға кем ярҙам иткән? Бер вагон ҡағыҙҙы кем табышҡан? Үзбәк шағирәһе Зөлфиә ниндәй шарттарҙа йәшәгән? Ә башҡорт Фәүзиә Рәхимғолова нисек көн иткән?
Ошо һәм башҡа иҫтәлектәр оҙаҡламай гәзитебеҙҙә баҫылыр.
Фотолар: "Бәйләнештә" һәм автор.

Читайте нас